Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Июль 2021, 21:00

Ҡорбан салыу тәртибе

Ҡорбан салынаһы урын таҙа булырға, алдан яҡшылап һайла­нырға тейеш.

Ҡорбан салынаһы урын таҙа булырға, алдан яҡшылап һайла­нырға тейеш. Хайуанды салыу урынына ипләп, рәнйет­мә­йенсә алып килергә. Салғанда ҡибла тарафына ҡаратып, һул яғына ятҡырырға. Малды салғанға тиклем “Әнғәм” сүрә­һендәге 162 – 163-сө аяттарҙы уҡырға мөмкин. Ғәрәпсә  уҡый алмаған кеше тәржемәһен әйтә ала: “Уҡыған намаҙҙарым, са­лынған ҡорбандарым, тере булыуым һәм үлеүем һис тиңдәше булмаған, бөтә ғаләмдәрҙе тәрбиә ҡылыусы Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн. Мин уға бер нәмәне лә тиңдәш ҡылмаҫҡа, фәҡәт Уның ғына ҡоло булырға бойоролдом. Һәм мин мосол­мандарҙың тәүгеһемен, тип әйт”.

Был аяттарҙы уҡығандан һуң: “Аллаһым! Дуҫың Ибраһим ғәләйһиссәләмдән, Хәбибең – һөйөклө Рәсүлең Мөхәммәд салләллааһу ғәләйһи вә сәл­ләмдән ҡабул иткән кеүек, минән дә ҡабул әйлә. Салған ҡорбанымдың әжер-сауаптарын насип ит”, – тип доға ҡылырға мөмкин.

 Ҡиблаға ҡаратып ҡуйғас, “Фәлән Фәлән улы исеменән Бисмилләәһи Аллааһу әк­бәр”, тиелә. Әгәр инде ҡорбан салыуҙың сауабы хужа һәм уның ғаиләһе исеменән ниәт­ләнһә, “Фәлән Фәлән улы исе­менән һәм уның ғаиләһенән, Бисмилләәһи Аллааһу әк­бәр”,  тип әйтелә. Малды сал­ғанда һәр ваҡыт иң һуңғы һүҙҙәр “Бисмилләәһи Ал­лааһу әкбәр” булырға, башҡа бер һүҙ ҙә өҫтәлмәҫкә тейеш. Ҡорбан ғәйет намаҙы уҡыл­ғандан һуң ғына салына. Әгәр намаҙға тиклем салынһа, ул ҡорбандан китмәй.

Ҡайһы бер урындарҙа ҡорбан салғандан һуң, ике рәҡәғәт намаҙ уҡырға ҡушалар. Әммә был ғәмәл бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.в.) сөннәтендә юҡ.  

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: