Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Июль 2021, 09:55

Аҙаҡҡы туй

Донъя ҡыуғанда иртәгәһе көн тураһында онотмайыҡ!

Кешенең үҙ ғүмерендә өс туйы була: бәпес, никах һәм һуңғы юлға оҙатыу туйы. Теләһәк-теләмәһәк тә, һәр беребеҙҙең аҙаҡҡы туйы буласаҡ. Донъяға беҙ ҡунаҡ ҡына булып килгәнбеҙ, ти бит динебеҙ. 

Үлем –  ҡотолғоһоҙ  һәм һәр кемебеҙ менән була торған  ваҡиға. Был мәлдә мәрхүмде  оҙатыусыларға ла еңел түгел. Ошо хаҡта хәҙер бик күп китап яҙылған, хәҙистәрҙән дә уҡырға була. Күҙәтеүҙәремә ҡарағанда, дини белеме булған кеше был хәлдәрҙе еңелерәк үткәрә, ҡайғыһында доға ҡылып йыуана. Мөьмин булмаған кешегә (Ҡөрьәнде өйрәнмәй, Ҡиәмәт көнөнә ышанмай, ғибәҙәттәр ҡылмай) үлемде кисереү бик ауыр. Динебеҙ өйрәтеүенсә, өсөнсө – һуңғы туйыбыҙға беҙ һәр саҡ әҙер булырға тейешбеҙ. 

Йәше олоғайғас, ваҡыты килеп етә башлағас ҡына кешенең башында төрлө уй тыуа. Донъя менән бәхилләшеү тураһында әйтә башлаһа, йәштәр иғтибар итмәй, юҡты һөйләй, тип кенә ҡуя. Оло кеше: “Мин үлгәс”,  – тигән һүҙҙәр әйтә башлаһа ла, әле тереһең бит, тип ауыҙын ябып ҡуялар. Ә бит беҙ өлкән кешене ошо һүҙҙәребеҙ менән бик ҡыйырһытабыҙ. Минең менән дә шулай булды. Аҙаҡ үкенәбеҙ, ни тип әйтергә булған икән, тип илайбыҙ. Үлем хәле ваҡытында үҙеңде тотоу мәҙәниәте тураһында Р. Моудиҙың китабын уҡығас ҡына күҙем асылды. Ләкин һуң ине инде, ул ваҡытта туғандарымдың барыһы ла  вафат булып бөткәйне.

“Мәңге йәшәгән һымаҡ донъя көтөгөҙ, иртәгә үләм тигән кеүек ғибәҙәт, изгелектәр ҡылығыҙ”, – тип әйтелә хәҙистәрҙә. Тимәк, донъя ҡыуғанда ла иртәгәһе көн хаҡында һис тә оноторға ярамай. Иҫән сағыңда вариҫтарыңды теүәлләргә, үлем һандығы әҙерләргә, зыяратта урын билдәләргә, әйтер һүҙҙәрҙе әйтеп ҡалырға кәрәк.

Мәсеттәребеҙҙә хеҙмәт иткән муллалар “ахырғы туй”ҙы нисек башҡарырға өйрәнгән һәм рәтен белеп эш итә. Шулай ҙа төрлө хәл булып тора. Ғүмеремдең шундай мәле килеп етте: көндән-көнгә тигәндәй тиңдәштәрҙе, бергә эшләгән хеҙмәттәштәрҙе теге донъяға оҙатырға барырға тура килә.

Ошо осорҙа бер үк мулланың өс йыназа алып барғанына шаһит булдым. Аҙаҡҡыһында мин уны элекке коммунистар йыйылышында берәйһен ярһып фаш итеүсегә оҡшаттым.  Улай ярамай, былай ярамай, тигән һүҙҙәре менән йорт хужаларының кәйефен төшөрҙө, ә уларҙың бит былай ҙа ҡайғы кисергән мәле. Бармаҡтары менән янай-янай беҙҙе, “артта ҡалған аңһыҙҙар”ҙы  (уныңса), аҡылға өйрәтте. Өҫтәүенә, нимә һөйләһә, береһе-бер дөрөҫ түгел.

“Зыяратҡа ҡатындар бармай, улар тәһәрәтһеҙ”, – тип тә ҡысҡырҙы. Ҡайҙа яҙылған ул зыяратҡа тәһәрәтле инеү тураһында? Мин белгәндән тәһәрәтһеҙ ике эш ярамай – намаҙ уҡыу, Мәккәлә тәүәф ҡылыу. Мәсеткә лә инергә ярай, тик намаҙ уҡый торған ергә инеү тыйыла.  Ҡөрьән уҡығанда ла китапты тотоп уҡымаһаң, ярай. Хеҙмәттәшем (ҡапыл үлгән ирен ерләүсе ҡатын): “Хәҙрәт, миңә һәм ҡыҙыма ғына рөхсәт ит инде, иремде аҙаҡҡа тиклем оҙатайыҡ”, – тип үтенә. Хәҙрәт ҡәтғи ҡаршы төштө. Ҡатын-ҡыҙға зыяратҡа оҙатырға барырға ярамағанының сәбәбе икенсе – был уларҙы ҡайғыртыу, сәләмәтлеген һаҡлау (бигерәк тә йәштәрҙең). Түлдән ҡалған оло йәштәгеләргә ундай ҡәтғи тыйыуҙың кәрәге бармы икән? Һәр эште аҡыл менән эшләү хәйерлерәктер.“Өс ус тупраҡ һалырға ярамай, ул христиандарҙан күскән йола”, – тип йәнә беҙҙе вәғәзендә әрләне. Хәҙистәрҙе ҡабатлап уҡыным. Унда Мөхәммәт с.ғ.с. өс ус тупраҡ һалғаны һәм һәр ырғытҡанында ниндәй доға уҡыуы хаҡында яҙылған. Ошондай кәрәкмәгән нәмәләр һөйләп, диндар башыбыҙҙы ҡатырҙы

.“Сәскә, веноктар ярамай, гонаһ, исраф ҡына!” – тип ҡысҡырғас, хужалар уларҙы әллә ҡайҙа йәшереп бөттө.Эйе, исламда мәйет өсөн мал исраф итеү тыйылған. Беҙҙә төрлө конфессия вәкилдәре бер-береһе менән тыныс йәшәй, эштә лә бергә. Татар, башҡорт, бәлки, уларҙы килтермәҫ тә ине, ә эшләгән ерҙән – рәсми рәүештә, башҡа милләттәге дуҫ-иштәр ҙә һинән һорап тормай бит, ғөрөф-ғәҙәтенә ингән. Элек ауылда үлгән  кешене нисек ерләүҙәре иҫкә төшә. Был ваҡытта мәйет ятҡан өйҙә генә түгел, урамда ла ҡысҡырып һөйләшмәйҙәр ине. Вәғәз һөйләүсе ярты тауыш менән генә яҡындарының күңелен тыныслан­дырырлыҡ хәбәрҙәр һөйләй. Бөтә кеше тәһлил әйтеп ултыра, мулла ла доғанан туҡтамай. Әле лә күп мулла шулай итә.

Кешене ихтирам итмәй, үҙ мәнфәғәтен генә уйлап, үҙен әүлиә тип йөрөткән бер мулла мәжлестәргә күп ваҡыт һуңлап йөрөй. Килеп, аяттарҙы тиҙ генә уҡып, хәйер алғас та, аштан, сәйҙән баш тартып, сығып та китте, тағы бараһы урыны барлығы хаҡында әйтте.Хужа кеше, бала-саға, йәштәр донъянан үткәндәр өсөн доға уҡыу кәрәк икәнен белһен, күңелгә ятҡан вәғәздәр ишетһен, тип, бөтә көсөн һалып, тырышып өҫтәл әҙерләгән. Мулланың был ҡылығына килеүселәрҙең дә  күңеле кителде. Ошондай күренештәрҙең шаһиты булараҡ, уйға ҡалдым. Аллам һаҡлаһын, минең аҙаҡҡы туйымда бындай диндарҙар тап килмәһә ярар ине. Туйым матур, тыныс үтһен, ҡатнашыусыларҙың күңеле ҡырылмаһын, йәнем тыныс булһын, доға ҡылыусылар булһын, тип теләктәр теләйем.

Мосолман ҡәрҙәштәремә әйтер һүҙем шул: бәлә килһә, рухығыҙҙы йыйып, ашыҡмай, унда-бында сапмай, бел­гәнерәк кеше менән кәңәшләшеп, динебеҙҙе яҡшы белгән мулланы та­бығыҙ. Оҙатыусы оло ҡайғыла ҡала, шуға муллаларға ла был оло эште еренә еткереп, күңел йылыһын һалып башҡарыу ҡамасауламаҫ. Кеше ғүмерендә бер генә булған был һуңғы юлға оҙатыу мәлен еренә еткереп үткәрергә тырышайыҡ, аҙаҡ үкенергә тура килмәһен.                                                                                         

Зәйтүнә Көҫәпова.                                                                                           

Салауат ҡалаһы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: