Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Апрель 2021, 07:03

Доға көсө

Рәмил ҡусты мәктәптә уҡыған сағында уҡ үҙенең сослоғо, тырышлығы менән тиҫтерҙәренән айырылып торҙо. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән боронғолар. Фотоға төшөрөргә, һүрәт эшләргә яратты ул. Гармун һәм ҡурай шөғөлө булды. Үҙҙәренең картуф баҡсаһы артында төҙөлгән спорт майҙансығы егетте физик яҡтан нығындырҙы. Мәк­тәптә ул бик һөҙөмтәле спортсыларҙың береһе һаналды.Физкультура уҡытыусыһы булыу теләге уны Магнитогорскиҙағы педагогия училищеһына алып килә. Уҡыуын тамамларға ике ай ҡалғанда Рәмилде армияға алалар. Егет үҙе хыялланған десант ғәскәрҙәренә эләгә. Литваның Гайжюнай ауылында урынлашҡан хәрби часта таулы ерҙәрҙәге һуғыш алымдарына өйрәтәләр. Улар тиҙҙән Афғанстанға һуғышҡа ебәреләсәктәре хаҡында белмәй әле.

“Ҡул һуаллаһү әхәде,
Аллаһус-самәде,
Ләм йәлиде үә ләм йүүләде,
Үә ләм йәкүлләһү күфүән әхәде”.
Был сүрәне башҡорт егете яттан белә ине. Иҫенә төшкәндә уны, үҙенең яратҡан шиғыры һымаҡ хис итеп, шартлатып уҡый торғайны. Өләсәһенән өйрәнеп алған был доғаны уҡығандан һуң үҙендә ниндәйҙер көс, дәрт өҫтәлгәнен һиҙә ине.
Һуғышҡа ингәс, афған халҡында диндең көслө булыуына иҫе китте. Һирәк-һаяҡ иҫенә төшкән “Ихлас” сүрәһен Рәмил көнөнә әллә нисә тапҡыр уҡый башланы. Иртәнсәк тә, кисен дә, тауҙарҙа ла, “засада”ла ятҡанда ла, автоматына яңағын терәп, ошо доғаны ятланы, аҙағынан: “Эй, Хоҙайым, имен-һау ғына ҡайтып, атай-әсәйемде, туғандарымды күрергә насип ит инде! Эй, Хоҙайым, был ҡан ҡойошто туҡтат инде!” – тип тағы “Ихлас”ты уҡыны. Ошо берҙән-бер доға уҡыу көс өҫтәй ине десантсыға. Ул күңелендә иҫән-һау тыуған иленә әйләнеп ҡайтасағына ышаныу тыуҙырҙы. Комсомол егет армиянан алда доғаларҙы күпләп ятламағанына үкенә башланы.
Бер ваҡыт әсир төшкән моджахед янында Рәмил “Ихлас” сүрәһен ҡысҡырып уҡығайны, тегенең йөҙө яҡтырып китте: үҙенсә ниҙер ҡат-ҡат шыбырланы, башын һелккеләп, хәбәрен һөйләне. Быны ҡыҙыҡ күреп ситтә ҡарап торған десантсылар, был икәү үҙ-ара һөй­ләшә, тип уйланы шикелле. Иптәше Олег­ҡа, был дошманды ебәрәйек, тигәйне, те­генеһе “пос­мотрим” тине лә ҡуйҙы.
Бер аҙ эре таштар араһында ял итеп алғас, десантсылар ҡуҙғалырға булды. Олег Рәмилдең яурынына ҡулын һалды ла: “Пускай живет... Вон твой намаз читает. Давай, вперед... Завидую я им, так они почитают своего Аллаха... А я вот ни одной молитвы не знаю. Учить бы сейчас, но где достать эти молитвы... Ты – мусульманин, хоть одну молитву знаешь?” – тип һораны. Рәмил яуап бирмәне. Ҡалған ғүмерендә шул ҡуңыр йөҙлө әсир “дошман” Рәмилдең күҙ алдынан китмәне, ап-аҡ тештәрен ялтыратып йылмайып, ниҙер һөйләп, төштәренә йыш килә торғайны.
Ошо яттан белгән берҙән-бер “Ихлас” сүрәһе менән ут эсенән иҫән-һау әй­ләнеп ҡайтты башҡорт егете. Ә иптәше Олегка ун­дай бәхет эләкмәне, Баграмдан “200” йөгө менән цинк та­бут­та Союзға оҙа­тылды.
Афған Демократик Республикаһында күр­һәт­кән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн гвардия сержанты Рәмил Хәйруллин “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. Хеҙ­мәт­т­ән һуң училище та­мамлай. Артабан Ала­буға ҡалаһында милиция мәктәбендә уҡый, 1992 йылда Киев эске эштәр ака­демияһында юғары белем ала.
Район эске эштәр бүлегендә енәйәти эҙләү бүлеген етәкләй, криминаль бүлек начальнигы, йәмәғәт хәүефһеҙлеге бү­лек­сәһе начальнигы урынбаҫары вазифаларында эшләй, подполковник дәрәжә­һендә хаҡлы ялға сыға.
Мансур БАҺАУВ.
Читайте нас: