Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Март 2021, 06:13

Ауырыу кешенең доғаһы

«Бисмилләәһиррахмәәниррахиим. Әлхәмдүлилләәһи Раббильғәәләмиин. Әллааһуммә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһии үә сахбиһии үә бәәрик үә сәллим».

Йәә Раббии! Йәә Әллааһ! Йәә Раббии! Йәә Рахмәән! Һиңә генә иман килтерҙем: “Ләәәә иләәһә илләллааһ”. Һинән башҡа табыныр Зат юҡ. Бары Һин генә табынырға, ғибәҙәт ҡылырға, ярҙам һорарға лайыҡлы Затһың. “Мүхәммәдүн рәсүүлуллааһ.” Мөхәммәт салләллааһу ғәләйһи үә сәлләм, Аллаһтың Рәсүле, динде өйрәтергә ебәрелгән илсеһе, тип бәйғәмбәреңә (с.ғ.с.) иман килтерҙем. Һинең фәрештәләреңә, китаптарыңа, бәйғәмбәрҙәреңә, ҡиәмәт көнөнә, үлгәндән һуң терелеүгә, тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Һинән булыуына иман килтерҙем.
Әй, мәрхәмәтле Раббым, был ауырыуҙы миңә Һин бирҙең, шифаһын да бары тик Һинән генә һорайым. Ауырыуымды гонаһтарым ғәфү ителеүгә сәбәп ит, бөтә гонаһымды ғәфү ит. Әгәр ғүмерем бөтөп әхирәткә күсә ҡалһам, “Ләәәә иләәһә илләллааһ” һүҙҙәре менән, гонаһтарым ғәфү ителгән хәлдә, үҙ ҡаршыңа ҡайтырға насип ит, мосолман хәлемдә йәнемде ал.
Йәә Шәәфии! Йәә Әллааһ! Йәә шифа биреүсе Әллааһ! Ҡулдарымды күтәреп, Һинең ярҙамыңды һорайым. Ошо ауырыуыма шифаларыңды бир (3 тапҡыр).
Эй, мәрхәмәтле Раббым! Миңә сәләмәтлек бир. Ауырыуымдан терелеп үҙең ҡушҡан ғәмәлдәрҙе үтәргә, ислам динендә йәшәргә насип ит. Хәйерле, бәрәкәтле, оҙон ғүмер бир, ике донъя бәхет-сәғәҙәттәрен насип әйлә. Әәмиин.
«Әлхәмдүлилләәһи Раббиль ғәәләмиин. Әллааһуммә салли ғәләә сәййидиинәә Мүхәммәдиин үә ғәләә әәлиһии үә сахбиһии үә бәәрик үә сәллим».
Ауырыған саҡта “Ләә хәүлә вә ләә ҡувәтә илләә Билләәһ”, “Ләәәә иләәһә илләллааһ” зикерҙәрен даими ҡабатларға һәм туҡтағанда “Йәә Раббым, Берһең, Барһың. Һинән башҡа табыныр зат юҡ. Ярҙамдарыңды бир, еңеллектәр бир”, – тип тамамларға мөмкин.
Читайте нас: