Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Март 2021, 06:09

Бер Алланан ярҙам һорайыҡ

Беҙ бик үҙенсәлекле заманда йәшәйбеҙ. Бер яҡтан Бөйөк Раббыбыҙҙың ҡөҙрәтен раҫлаусы, таң ҡалырлыҡ фәнни асыштар яһала. Техник прогресс ғәжәйеп кимәлгә күтәрелде. Ғаләмдең бер яғында булған яңылыҡ шул минутта бөтә ергә тарала. Кеше аҡылы ерҙә генә түгел, күктәге есемдәргә лә көндән-көн тәрә­нерәк үтеп инә, яңы киңлектәр аса. Астрономия ғалимдары Хаббл исемендәге телескоп аша 125 миллиардлаған галактиканың барлығын раҫлай. Һәр галактикала миллиардлаған йондоҙҙоң булыуын иҫәпкә алһаҡ, Аллаһы Тәғә­ләнең ниндәй Бөйөк Яралтыусы, юҡтан бар ҡылыусы икәнлеген аңлайһың. Ә бит ошо күк есем­дәренең һәр береһе ғәжәйеп тиҙлектә осоп бара һәм үҙенә генә тәғәйен­ләнгән орбита буйынса хәрәкәт итә. Был һандарҙы килте­реүебеҙ Бөйөк Раббыбыҙҙың нин­дәй Бөйөк ҡөҙрәт эйәһе икәнлеген иҫкә төшөрөү өсөн генә. Әлеге мәлдә иһә әҙәм балаларын ерҙең бер мөйөшөндә барлыҡҡа килгән бер коронавирус микробы тетрә­нергә, уйланырға мәжбүр итә.

Әҙәм балаһы ҡулдарын күтәреп доға ҡылған мәлендә бына шул тиклем Бөйөк Раббыға йүнәлгәнен аңларға тейеш. Миллиардлаған галактика, планета ла, күҙгә күрен­мәгән вирус та Раббыбыҙға тәсбих әйтеп хәрәкәт итә, Ул ҡушҡан вазифаны үтәй. Һәм ошо ҡөҙрәткә эйә булған Раббыбыҙ үҙенең китабы – Ҡөрьән-Кәримдә беҙгә ошолай бойора: “Миңә доғалар ҡылып хәжәтегеҙҙе һора­ғыҙ, мин һеҙҙең доға­ларығыҙҙы ҡабул итермен. Кем дә кем тәкәбберләнеп минән һора­маһа, уға ғазабым ҡаты”.
Тимәк, Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаларына доға ҡылырға бойора. Һәм һөйөклө Рәсүлебеҙ (с.ғ.с.) үҙенең күп хәҙисендә доға ҡы­лыуҙың иң күркәм ғибәҙәт икән­леген аңлата. Доға ҡылыу ысын­барлыҡта кешегә маҡсаттарына ире­шергә, проблемаларын хәл итергә мөмкинлек аса. Шул уҡ ва­ҡытта әҙәм балаһы үҙенең хәжәттәренә ирешеү менән бергә әхирәттә ошо доғалары өсөн әжер-сауаптар, йәннәт бүләктәре лә аласаҡ.
Бөйөк Раббыбыҙ ниндәй мәр­хәмәтле! Үҙенең барлығын, берлеген белдереп, Ҡөрьән-Кәрим һәм һөйөклө Рәсүлебеҙ (с.ғ.с.) хә­ҙистәре аша доғаларҙы нисек ҡы­лырға, маҡсаттарыбыҙға ире­шергә, гүзәл ғибәҙәт менән Үҙенә яҡынайырға өйрәтә. Ҡөрьәндә 25 оло бәйғәмбәрҙең ауыр хәлгә тарығанда ниндәй доға ҡылыуы килтерелгән, уларҙың һәр береһе беҙгә ҡулланыу өсөн яҡшы өлгө булып тора.
Ғәләм буйлап гиҙгән вирус беҙгә күп дәрестәр бирә. Дан-дәрәжә лә, юғары исемдәр ҙә, матди байлыҡ та унан ҡотҡара алмай. Ғүмере бөткәндәр әхирәткә күсә. Ә инде бөтмәгәндәре шифаланып аяҡҡа баҫа. Кешеләргә иманға килергә, йәшәүҙең мәғәнәһе тураһында уйланырға сәбәп түгелме был вирус?
Был донъяла йөҙ йыл йәшәһә лә, мәңгелек менән сағыштырғанда, әҙәм балаһының ғүмере бик ҡыҫ­ҡа. Ошо ҡыҫҡа ғүмеребеҙҙә был донъяға нимә өсөн килгәнебеҙҙе аңлап, Бөйөк Раббыбыҙҙы танып, Ул әмер иткәндәрҙе үтәп, тый­ғандарынан тыйылып, рухыбыҙҙы паклап, ысын кешеләрсә йәшәһәк ине. Быға ирешеү өсөн: “Мине тура юлға күндер, үҙеңдең ысын ҡолоң булырға, иманымды үҫте­рергә, гонаһтарҙан арынырға, юға­ры әхлаҡҡа эйә булырға ярҙамда­рыңды бир”, – тип Бөйөк Раббы­быҙ­ҙан һорайыҡ, күп доғалар ҡылайыҡ.
Изге Рәжәб, Шәғбан һәм Рамаҙан айҙарында Башҡортос­таныбыҙ, Рәсәйебеҙ һәм бөтә ғаләм өсөн күп доғалар ҡылайыҡ, кешелек донъяһын яҡтылыҡҡа алып сығыу өсөн ярҙамдар һорайыҡ.
Читайте нас: