Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Март 2021, 08:18

Һаҡланыу өсөн ҡалҡан

Ауырыуҙан, кешеләрҙән һәм ендәрҙән булған зыян һәм зарарҙан һаҡланыу өсөн “Аятел-көрси” аятын, “Ихлас”, ”Фәләҡ”, ”Нәс” сүрәләрен уҡып йөрөргә кәрәк. Иртәнге намаҙҙан һуң һәм йоҡларға ятҡанда ошоларҙы уҡып, ҡулға өрөргә һәм бөтә тәнде һәм ята торған урынды һыпырырға. Һөйөклө бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) һаҡланыу өсөн ошо ике ҡыҫҡа доғаны ла өйрәтте.

1. “Бисмилләәһилләҙии ләә йәдурру мәғә-смиһии шәй-үн филь-әрдый үә ләә фиссәмәәәә-и үә Һүвә-Ссәмииғуль- Ғәлиим”. (3 тапҡыр).
Мәғәнәһе: “Ер һәм күктәрҙә булған бер нәмә лә, Бөйөк Зат булған Алланың исеме менән булғас, зарар килтерә алмай, сөнки Ул – Ишетеүсе, Белеүсе”. Ошо доғаны ныҡлы ышаныу менән ҡояш сыҡҡанға тиклем һәм ҡояш байығас өс тапҡыр уҡыған кеше Аллаһы Тәғәләнең һағы аҫтына инә, уға бер нәмә лә зарар килтерә алмай».
2. “Әғүүҙү би-кәлимәәтилләәһи-ттәммәәти мин шәрри мәә халәҡа”.
Мәғәнәһе: “Ул яралтҡан бөтә нәмәнең зыянынан Алланың камил һүҙҙәре менән Уға һыйынамын”.
Был доғаны ла ҡояш сыҡҡансы һәм ҡояш байығас өсәр тапҡыр уҡырға. Һәр бер яңы урынға барғас, бинаға ингәндә, ҡайҙа булһа ла туҡталғанда уҡыған кешегә был урындан киткәнгә тиклем бер ниндәй ҙә зыян килмәй. Был кешеләрҙән һәм ендәрҙән килгән зыянға ла, вирустарға ла ҡағыла.
Читайте нас: