Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Март 2021, 07:06

Доға ҡылыу әҙәбе

Һәр бер ғибәҙәттең башҡарыу әҙәбе булған кеүек, доға ҡылыуҙың да үҙ әҙәбе бар. Һөйөклө бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) өйрәтеп ҡалдырған ҡағиҙәләргә туҡталайыҡ.

– Һәр бер доғаны ҡылыр алдынан Аллаһы Тәғәләгә маҡтау-шөкөрҙәр һәм бәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.) салауат әйтергә.
– Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында гонаһлы, хаталы икәнеңде танырға. Ул ҡушҡандарҙы тейешенсә үтәмәүеңде белдерергә. Һораған саҡта буйһоноусанлыҡ, өмөт һәм ҡурҡыу менән һорарға.
– Доға ҡылғанда тәһәрәтле булыу яҡшы һанала. Ҡибла яғына ҡарап, ҡулдарҙы күтәреү мотлаҡ.
– Доғала даими булыу, доға ҡылыуҙан ялҡмау, ҡабул буласағына ныҡлы ышанып һорау.
Был хаҡта бәйғәм­бәребеҙ (с.ғ.с.) түбән­дәгеләрҙе әйткән. “Һеҙ­ҙең берегеҙ доға ҡылғанда “Аллам! Теләһәң, мине ғәфү ит, теләһәң миңә мәр­хәмәт ит”, – тимәһен. Теләгә­нен асыҡ итеп, аңлайышлы тел менән һораһын. Сөнки Алланы мәжбүр итә торған һис бер көс юҡтыр”. Доға ҡылғанда ныҡышмалылыҡ һәм доға ҡабул булырына шикһеҙ ышаныс менән ялбарығыҙ, һеҙ һораған нәмәләр Аллаһы Тәғәләгә бик еңел, Уның ҡөҙрәте сикһеҙ. («Бохари», «Мөслим»).
– Үҙеңде, балаларыңды, малыңды ҡарғау тыйыла.
Һөйөклө Рәсүлебеҙ (с.ғ.с.) был турала ошолай киҫәтте: “Үҙегеҙҙе, малығыҙҙы, балаларығыҙҙы бер ҡасан да ҡарғамағыҙ, сөнки Аллаһы Тәғәләнең доғаларҙы ҡабул иткән сағына тура килеп уларҙың ҡабул булыуы мөмкин” («Мөслим»).
– Доға ҡылғанда бышылдап, үҙең ишетерлек итеп һорарға.
Алланың Рәсүле (с.ғ.с.) былай тип киҫәтте: “Эй, кешеләр, үҙегеҙгә ҡыйынлыҡ килтермәгеҙ, сөнки һеҙ ишетмәгән, йыраҡтағы заттан һорамайһығыҙ, бәлки Ишетеүсе, янығыҙҙа һеҙгә бик яҡын булыусы Затҡа мөрәжәғәт итәһегеҙ”. («Бохари»).
– Ысын йөрәктән, ихласлыҡ менән Аллаһы Тәғәләгә ялбарыу.
Хәҙис: “Доға ҡылһағыҙ, ихласлыҡ менән, ысын йөрәктән уның ҡабул буласағына ышанып ҡылығыҙ. Аллаһы Тәғәлә ғәфил йөрәктән сыҡҡан доғаны ҡабул итмәй”. (Тирмизи).
– Шиғыр һымаҡ, таҡмаҡлап доға ҡылыу тыйыла. бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) һәм Уның сахәбәләре (р.ғ.) бер ҡасан да улай эшләмәне.
Читайте нас: