+2 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Февраль , 08:28

Әгәр зекер әйтмәһәм…

Үҙем менән булған мөғжизәле хәл тураһында яҙғым килә.

Сауҙа үҙәгендә әйберҙәр ҡарап йөрөргә тура килгәйне. Арып киткәс, урындағы ашханаға инеп, ҡәһүә эсеп алдым. Оҙаҡ ҡына баҙарҙы ҡыҙырып йөрөгәндән һуң, ала торған әйберҙәремде ҡарап, һатыусыларға тағы уйлаясағымды әйтеп, ҡайтыуға йүнәлдем. Ҡаланан ситтә торам. Ауылыма етмәҫ борон бер магазинға туҡталдым. Алған ризыҡтар өсөн иҫәпләшәм, тип кеҫәмә тығылһам, янсығым юҡ. Сығып машинаны ҡараһам, унда ла күренмәй. Юғалтҡанмын! Ә унда – кеше аҡсаһы, унан да былайырағы – машинаның документтары. Көйөнөп киттем. Сауҙа үҙәге ябылһа ла, унда барып килергә булдым. Нисек йоҡлап ятмаҡ кәрәк?! Ләкин тәүҙә ултырып, тәсбих тартып зекер әйттем. Алланан янсығымдың табылыуын һораным. Юлда барышлай һатыусыларға, һеҙҙә янсығым төшөп ҡалмағанмы, тип шылтыраттым. Әлдә визиткаларын алғанмын. Әммә ундай әйбер күҙҙәренә салынмауын йә иртәгә иртәнсәк ҡараясаҡтарын әйттеләр. Зекерҙән һуң күңелдә тыныслыҡ урынлашты. Яйлап ҡына көнөмдө, кинолағы кадрҙар кеүек, кире күҙ алдынан үткәрә башланым. Аҙаҡҡы тапҡыр ашханала аҡса тотҡайным. Тимәк, улар шунда ғына тороп ҡалған.
Сауҙа үҙәгенең алъяҡ ишектәре бикле булып сыҡты. Ҡайтып барған аҙаҡҡы һатыусыларҙан һорашам, ҡарауылсылар икенсе яҡтан тора икән. Ә унда ҡаршыма формала бер ағай үҙе сығып килә. Хәлемде аңлатып бирәм. Ә ул:
– Исемең, фамилияң? – тип һораны.
Әйткәс, ҡулыма янсығымды тоттора.
– Дежурҙан ҡайтҡас, улымдан интернет аша һине эҙләтәйем, тигәйнем. Баҡһаң, ашханаға барып, киске ашты минең өҫтәл артында ашағанда, ҡараһа, иҙәндә янсыҡ ята. Документтарҙағы йөҙөм таныулы булғас, тәүҙә мине, баҙар кешеһе түгелме икән, тип эҙләп йөрөгән.
Бәләнән "ҡотҡарыусымдың" исеме Илгиз булып сыҡты. Әлбиттә, уның миһырбанлығы үҙенә сауаптар булып ҡайтһын. Тик шулай ҙа эҙләргә сығырҙан алда Аллаға мәдхиә әйтмәһәм, янсығымды ҡаршыма сығарып бирерҙәр инеме икән?
Шамил КУЧУКОВ.
Өфө ҡалаһы.