Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Февраль 2021, 08:23

Ниәтең дөрөҫ булһын

Аллаһы Тәғәлә кемде теләй, шуны тура юлға баҫтыра, кемде теләй – юлдан яҙҙыра. Бөтә нәмә тик Уның ғына ихтыярында. Йәшәйешебеҙҙең нисек барыуы ла, ахырыбыҙҙың нисек булыуы ла тик Раббыбыҙға ғына билдәле. Кемебеҙҙең – Тамуҡ, кемебеҙҙең Ожмах әһеле буласағын, йөрәгендә ниндәй ниәт йөрөтөүен тик Ул ғына белә. Мөьминдәр әмире Ғүмәр ибн әл-Хаттаб (радыйаЛлаһу ғәнһү) һөйләгән хәҙис буйынса, Алла Рәсүле былай тигән: «Ысынлап та, ғәмәлдәр тик ниәт буйынса ғына баһалана. Һәр кешегә үҙе ирешергә ниәтләгән нәмә генә буласаҡ».

Нимә генә эшләмәйек, беҙ ошо хәҙисте иҫтә тоторға тейешбеҙ. Ниәт, тимәк, нимәгәлер ирешергә теләү. Ул йөрәктә була. Шуға ла Алла һәм Уның ҡоло араһында ғына ҡала торған ғибәҙәткә инә.
Һәр нәмә лә тик Алла тәҡдире буйынса ғына бара, бөтә нәмә лә тик Уның хикмәтенә ярашлы ғына эшләнелә. Алла ризалығына ирешеүселәр – был донъяла ла, Ахирәттә лә бәхетлеләр. Сөнки Алла – асығын да, йәшеренен дә белеп тороусы, хикмәт эйәһе, әжер-сауаптарын биреүсе.
Алла ризалығынан кеше ризалығын өҫтөнөрәк ҡуйыусылар бигерәк тә бәхетһеҙ. Сөнки ундайҙар был донъяла күңел тыныслығын юғалта, уларҙың Ахирәттәге хәле инде бигерәк тә хәүефле.
Ғөмүмән, нимә генә эшләмәйек, беҙ тик Аллаһы Тәғәләнең генә ризалығын эҙләргә тейешбеҙ. Юғиһә, ғәмәлдәребеҙ буш нәмәгә әйләнеп, Ахирәттә беҙгә бер ниндәй ҙә файҙа килтермәҫкә мөмкин. Сөнки, алдан әйтеүебеҙсә, эштәр тик ниәт буйынса ғына баһалана.
Шуға күрә һәр кемебеҙ ниҙер эшләрҙән алда үҙ-үҙенә: «Ни өсөн эшләйем мин быны?» – тигән һорау бирергә тейеш. Ихлас күңелдән Алла ризалығына ынтылыпмы әллә кешеләрҙән маҡтау, һоҡланыу һүҙҙәре ишетергә теләпме? Әлбиттә, эштәрҙең йәшерен рәүештә эшләнгәндәре хәйерлерәк.
Дини юлда эшләгән ғәмәлдәр маһайыу, үҙеңде күрһәтеп ҡалыу, башҡалар алдында үҙеңде өҫтөнөрәк тотоу сараһы түгел.
Бөтәһенә лә билдәле булған хаж ғәмәлен генә алып ҡарайыҡ. Бәғзеләр унда аҙаҡ исемдәренә хажи йә хажиә тигән исемде йәбештереп ҡуйыу өсөн генә бара кеүек. Алла алдында ла был маҡтауға лайыҡ ғәмәлдәрҙән түгел. Әлбиттә, беҙҙең өсөн фарыз ителгән ғәмәлде үтәргә ынтылыу яҡшы. Әммә бында ике шарттың үтәлеүе мөһим. Беренсенән, ниәтеңдең тик Алла ризалығы өсөн генә булыуы. Икенсенән, хажға тик хәләл юл менән генә барыу.
Һәр бер эштә лә ниәттең дөрөҫ булырға тейешлеге хаҡында башта уҡ әйтеп үтелгәйне инде. Ниәтеңдең дөрөҫ булыуы һиңә был донъяла уҡ еңеллек бирә. Сөнки ғәмәлдәрен тик Раббыһы ризалығы өсөн генә эшләүселәр яман һүҙҙәргә, күҙҙәргә иғтибар итмәй, сабырлыҡ күрһәтә белә. Әйтәйек, кемдер берәү Раббыһы ҡушҡанса хиджаб кейергә йә һаҡал йөрөтөргә булды, ти. Әгәр ҙә ул шул хәлдә кешеләр араһына сыға икән, ниәте тик Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн генә булһа, ул ауырлыҡ тоймаясаҡ. Кемдеңдер насар һүҙ әйтеүе, ҡырын ҡараш ташлауы арҡаһында ундай кеше хиджабын сисеп ташлау йә һаҡалын ҡырыу тураһында уйламаясаҡ. Сөнки теге йәки был ғәмәлдең Хоҙай ризалығы өсөн булыуын, бының өсөн Ахирәттә әжер-сауаптар көтөүен аңлау еңеллек бирә, ауырлыҡтар килеп тыуған хәлдә лә сабырлыҡҡа өйрәтә.
Кемдеңдер ризалығын көҫәүебеҙ, кемгәлер оҡшарға теләүебеҙ беҙгә бер ниндәй ҙә файҙа килтермәйәсәк. Сөнки Алланан башҡа, тулыһынса кемдеңдер ризалығына ирешеү мөмкин дә түгел. Кемдеңдер ризалығын Уның ризалығынан өҫтөн ҡуйыу тик тынысһыҙлыҡҡа, был донъяла ла, Ахирәттә лә отолоуға ғына алып киләсәк. Сөнки ул сағында һин гел генә, кеше ни әйтер, тип борсолоп йөрөйәсәкһең. Кемгәлер оҡшарға теләп эшләгән эшең был донъяла ла, Ахирәттә лә файҙа бирмәйәсәк.
Һәр ваҡыт ниәтебеҙҙе яңыртып тороу мөһим. Алла ризалығы өсөн тигән ғәмәлдәребеҙҙең, ғибәҙәттәребеҙҙең саҡ ҡына өлөшөнөң дә ләғнәтле шайтан өсөн китеүенә юл ҡуйырға кәрәкмәй. Сөнки ысын әжер-сауаптар тик Раббыбыҙҙа ғына. Ул ғына ғәҙеллегенә, хикмәтенә ярашлы сауаптарын да бирәсәк, йөрәктәрҙе тынысландырасаҡ. Ә кеше ризалығын көҫәү инде сауаптарҙан да, тыныслыҡтан да яҙҙырасаҡ.
Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.
Читайте нас: