Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Декабрь 2020, 06:39

«Юлдаш» та һәр йома «Иман» тапшырыуын тыңлағыҙ

Күңел төҙөклөгө булғанда ғына тормош йәмле. Тыныслыҡ, ҡәнәғәт була белеү, ҡәлб (йөрәк) таҙалығы бәхет кимәлен билдәләй. Ошо юҫыҡта нәсихәт биреп, файҙалы кәңәштәре менән нурландырып тороусы тапшырыу, «Юлдаш» радиоһында оҙаҡ эшләгән проекттарҙың береһе – «Иман». Унда дин ҡәрҙәштәр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап таба, тыңлаусыларыбыҙ мосолмандарҙың ғына түгел, бар кешелектең әхлаҡи ҡиммәттәренә даими иғтибар итә, иман һәм тәүфиҡ юлында булыусылар менән таныша.

Беҙ сенсация артынан ынтылмайбыҙ, кешене шаҡ ҡатырыу маҡсаты ла ҡуйылмаған. Тапшырыуыбыҙ күңелдәргә һиҙҙермәй генә үтеп инһен дә, тыңлаусыларҙы йәшәү һуты, иман нуры менән байытып, һөйөндөрөп торһон ине, тигән теләктәмен. Үҙенсә­лек­тәренә килгәндә, күңел аша үткәреү мөһим. Һиңә тәьҫир иткән ҡәҙерле фекер башҡаларға ла йоғонто яһай.
Ислам дине өйрәтеүҙәрендә мәңгелек ғилеме тупланған, ул – кешенең тәбиғи торошо. Үҫемлектәргә ҡояш нуры, һыу нисек кәрәк булһа, йөрәктәребеҙ ҙә кешесә мөнә­сәбәткә мохтаж. Илаһи ҡиммәттәрҙән айырылмайыҡ.
«Иман» тапшырыуын һәр йома 11 сәғәт 10 минутта һәм ҡабатлап шәмбе көн иртәнге 8 сәғәт 15 минутта тыңлағыҙ.
Фото: Т,Аманов
Читайте нас: