Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Декабрь 2020, 07:14

Исламда таҙалыҡтың ете ҡағиҙәһе

= Ҡулдың таҙалығы.Үҙеңдеке булмаған әйберҙәрҙе алмаҫҡа һәм байлыҡтың ҡырҡтан бер өлөшөн мохтаждарға бирергә, ябай ғына итеп әйткәндә, саҙаҡа биреп ярҙам итеүҙә һаран булмау.

= Ҡолаҡтарҙың таҙалығы.
Ғәйбәт, фетнә һәм дошманлыҡҡа саҡырыусы һүҙҙәрҙе тыңламау.
= Күҙҙәрҙең таҙалығы.
Кешеләргә көнсөллөк, боҙоҡлоҡ һәм шәһүәт менән ҡарамау.
= Ауыҙҙың таҙалығы.
Буш һүҙҙән, ғәйбәттән һәм сиктән уҙып күп һөйләүҙән тыйылыу. «Һөйләшеү көмөш булһа, өндәшмәй тороу – алтын», – ти халыҡ.
= Тәндең, кейемдең һәм йәшәгән урындың таҙа һәм бөхтә булыуы.
= Уй һәм фекерҙең таҙа булыуы.
Гонаһлы фекерҙәргә юл ҡуймау. Бигерәк тә башҡалар тураһында тейешһеҙ насар уйҙар уйламау.
= Йөрәктең таҙа булыуы.
Иманһыҙлыҡ, ике йөҙлөлөк, тәкәбберлек һәм көнсөллөк сирҙәренән сәләмәт булыу.
Хөрмәтле дуҫым! Паклыҡ тураһында һүҙ барғанда, Бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.в.) «Таҙалыҡ – имандың яртыһы» тигән һүҙен иҫкә төшөрмәү һис мөмкин түгел. Эйе, юғарыла яҙылған таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үҙендә булдыра алмаған кешене тулы иманлы кеше тип әйтеү ауыр...
Фото: Т,Аманов
Читайте нас: