+21 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Ноябрь 2020, 06:17

Ҡөрьән мәжлестәре ни өсөн кәрәк?

Халҡыбыҙ Ҡөрьән мәжлестәре үткәргәндә, вәғәздәр һөйләнелә, саҙаҡалар таратыла, туған-тыумаса, күршеләр, дуҫтар йыйыла. Был дөрөҫ түгел, тип һөйләүселәр, хатта саҡырһаң, килмәгән, бынан мәрхүмгә файҙа юҡ, тип әйткән мосолмандар бар.
Ни өсөн аят уҡыу кәрәк?
1. Мәжлестә Ҡөрьән уҡыла. Доғалар уҡыуҙың кәрәклегенә шик юҡ. Ахмаҡ ҡына быны инҡар итер. “Ҡөрьән уҡыуҙың һәр хәрефе өсөн 10 сауап яҙылыр”, – тигән бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм. Мәрхүмдәргә барып ирешеүе тураһында ул шулай уҡ: “Хисап ваҡытында берәүҙең башында күркәм, аҫыл таштар менән биҙәлгән таж булыр. Был үтә лә нурлы таж донъяла булһа, ҡояштың балҡыуын һүндерер ине. Алланың шундай ихтирам иткәнен әрүәх үҙе лә белмәҫ. Ул Аллаһы Тәғәләнән: “Бындай ҙур ихтирам ни өсөн?”– тип һорар. “Һинең балаң һинең өсөн һәр саҡ Ҡөрьән уҡыны”, – тип яуаплар Раббыбыҙ», – тигән.
Тимәк, Ҡөрьән уҡыу мәрхүмдәргә ирешә.
2. Саҙаҡа таратыла. Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: “Аллаһының асыуын баҫҡан иң ҙур ғибәҙәт – саҙаҡа”,– тигән. Был айырым ғибәҙәт, Ҡөрьән уҡыу өсөн хаҡ түләү булмаҫҡа тейеш.
3. Аятҡа табын йыйғанда вәғәз һөйләнелә, динебеҙ аңлатыла. Динебеҙҙе таратыу өсөн бер хәҙис һөйләү ҙә ҙур сауапҡа эйә. Был – бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм сөннәте, мираҫы. Һәр Алла илсеһе дингә саҡырған, һәр сәхәбә, тәбиғин, мөхтәрәм ғалимдар быны ҡылған. Шуға ла бындай мәжлес ғилем мәжлесе кеүек була. Муллаларҙы саҡырып, халыҡ дингә өйрәнә. Ә башҡа дин әһелдәре үҙҙәре өй беренсә йөрөп, диндәренә саҡыра. Ә беҙҙең мосолмандар саҡырылған урынға бармай ҡалһа, улар урынын башҡалар алыр. Дәғүәттә һәр мөмкинлекте файҙаланырға кәрәк. “Нәхел” (Бал ҡорто) сүрәһенең 125-се аятында: “Раббыңдың юлына хикмәт үә яҡшы вәғәз менән өгөтлә”, – тиелә.
4. Туғандар йыйыла. Туғанлыҡ ептәрен өҙөү – ҙур гонаһ. Ошо сәбәптән алыҫ-яҡындан бөтөн туғанды йыйып һыйлау менән туғанлыҡ ептәре нығына. Аллаһы Тәғәлә хәҙис-ҡудсила әйткән: “Рахм үә Рахман һүҙҙәре бер тамырҙан, әгәр береһен өҙһәң, икенсеһе лә өҙөлөр”. Рахм туғанлыҡ тип тәржемә ителә, Рахман һүҙе – Аллаһы Тәғәләнең 99 исеменең береһе. Был мәжлестәргә аралашмаған, аралары боҙолған кешеләр ҙә килеп, төҙәлеп китеүе ихтимал.
5. Күрше тирә-яҡ йыйыла. Күрше хаҡы шул ҡәҙәре ҙур, хатта бәйғәмбәребеҙ, күршеләргә мираҫ малын бүлергә ҡушылыр, тип ҡурҡҡан булған. Күп урында күрше хаҡы тураһында киҫәтелгән, уларға һәр ваҡыт изгелекле булыу кәрәклеге тураһында әйтелгән.
6. Халыҡ һыйлана, ҡунаҡ була. Хәҙистә әйтелгәнсә, ашығыҙҙың иң хәйерлеһе – ашаусыларҙың күп булған ваҡытында. Бергәләп ашауҙа бәрәкәт, хәйер, сауап барлығын белдерткән.
7. Шәриғәттә «Нимә тыйылмаһа, шул рөхсәт ителгән» тигән ҡанун ҡулланыла. Алла һәр нәмәне теҙеп, рөхсәт ителә тимәгән. Тыйылғандарын ғына белдерткән. Ә дини мәжлестәрҙе тыйыу тураһында Ҡөрьәндә үә Сөннәттә мәғлүмәт юҡ. Ахырҙа, Ҡөрьән мәжлестәрен уҙғарыу дөрөҫ була, быға шик ҡалмай.
Мәжлесте уҙғарыу әҙәбе
Бөгөн төрлө мәжлес уҙғарыла. Улар ислам ҡағиҙәләренә тура киләме?
✔ Беренсенән, күп мәжлестә ирҙәр менән ҡатындар бергә ултыра. Ислам динендә был тыйылған (“Нур” сүрәһе, 30-сы аят). Ирҙәр мулланың – уң яғынан, ә ҡатындар һул яғынан ултырһа, һәйбәтерәк булыр.
✔ Икенсенән, ҡатын-ҡыҙҙың ҡайһы берҙәре дини мәжлестә ирҙәр алдында көлә-көлә һөйләшеп ултыра. Был иһә ислам диненә ҡаршы булған эштәрҙән һанала.
✔ Өсөнсөнән, ҡайһы бер мәжлестә харам колбасаларҙан яһалған салаттарҙы һәм хатта колбасаларҙы ла турап табынға ҡуялар. «Хәләл» тип өҫтөнә яҙып һатылған колбасалар ғына ярай.
✔ Дүртенсенән, күп ҡатын-ҡыҙ шәриғәт ҡушҡанса кейенмәй, ғәүрәттәрен ҡапламай, күкрәктәре асыҡ, сәстәре ҡапланмаған, тырнаҡтары һәм ирендәре буялған, төрлө хушбуй һиптерткән була.
✔ Бишенсенән, ҡайһы бер осраҡта саҙаҡаны күрһәтеп бирәләр, ә нәфел саҙаҡаларын күрһәтмәйенсә биреү хәйерлерәк.
✔ Алтынсынан, ҡайһы бер ҡалаларҙа төрлө мәжлескә төрлө-төрлө саҙаҡаны “такса” итеп билдәләү. Миҫал өсөн: никах мәжлесе өсөн шуның ҡәҙәр, исем ҡушҡан өсөн билдәле бер сумма. Был мәкрүһ һанала, аят уҡыған өсөн хаҡ ҡуйған мулланы ҡабат мәжлескә саҡырмау яҡшыраҡ була.
✔ Етенсенән, ҡайһы бер ерҙә саҙаҡалар таратылғас, “етмәне, был әҙ”, тип яңынан һорап алыу. Был – яҙыҡ эш.
Әгәр ҙә кеше һине өйөнә саҡырып ашатһа, эсерһә, бүләген бирһә, шуның өҫтөнә: “Был әҙ, тағы шуның ҡәҙәрле саҙаҡа бир”, – тип әйтеү мәжлестең күркәм дәрәжәһен төшөрә.
Әгәр ҙә ул кеше бөтөнләй мәжлескә йыймаһа, уға, ни өсөн мәжлес уҙғармайһың, тип әйтергә хаҡыбыҙ бармы? Әлбиттә, юҡ.
Фото: Т,Аманов