Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Ноябрь 2020, 08:38

Һорау-яуап 2

Тормошонда намаҙ уҡымаған, хәмер ҡулланған мәрхүмдәр өсөн Ҡөрьән уҡыу, саҙаҡа биреү уға файҙа килтерәме? Т. Ваһапов.

Әлбиттә, әгәр кеше ғүмер буйы ураҙа тотмайынса, намаҙ уҡымайынса, хәмер эсеп һ.б.гонаһтар ҡылып йәшәһә һәм үлеп китһә, уның был гонаһтарын саҙаҡа өләшеп, доға ҡылып ҡына бөтөрөп булмай. Ләкин кеше гонаһтары өсөн тәүбә итергә өлгөрмәһә, уның исеменән саҙаҡа бирергә, һәр ваҡыт доғала булырға мөмкин. Аллаһы Тәғәләнән уларҙың гонаһтары ярлыҡанһын өсөн доғаны күберәк һорарға кәрәк. Ҡараңғы гүрҙәрендә улар быға айырыуса мохтаж. Әммә саҙаҡа биргәнсе, ундай мәрхүмдәрҙең үтәлмәгән намаҙҙары, тотолмаған ураҙалары өсөн бурыстарын ҡайтарыу кәрәк. Бының өсөн кәрәкле сумма мираҫ малынан алына.
Иң яҡшыһы – Ахирәт донъяһында хисапҡа баҫҡансы, үҙегеҙ был донъяла хисап бирергә өйрәнегеҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе һанап ҡарағыҙ. Ахирәттә үҙегеҙгә еңел булыр.
Фото: пиксбей
Читайте нас: