Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Октябрь 2020, 08:25

Өшкөрөү буйынса кәңәштәр

Дин әһелдәре араһында Ҡөрьән аяттары уҡып өшкө­рөүселәр бар. Шуның тыны килеште, доға менән дауалағас, күҙҙәрем асылды, хәл инде, тиҙәр.

Зәхмәт ҡағылыуҙы, күҙ тейеүселәрҙе, сихырлаусы­ларҙы дауалаусыларға ла талаптар бар. Был диндар кеше намаҙҙа булырға, Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға, өшкөрөү тәр­тибен яҡшы белергә тейеш. Сер түгел, фәрештәләр, ендәр донъяһы тигән параллель донъя бар. Унда белер- белмәҫ инһәң, үҙеңә лә, өшкөрөлөүсе кешегә лә зыян килтереүең ихтимал. Һәр хәлдә, кеше үҙе йәшәгән ерендә, өйөндә өш­көрөү менән шөғөлләнмәҫкә тейеш.
Дауаланыусы кешенән күп аҡса һорау ҙа – ғәмәлгә яра­маған эш. Өшкөрөүсе харамды күрмәй торған, бер ниндәй харам ризыҡ ҡулланмаған кеше булырға тейеш.
Үҙең өсөн иң яҡшы өшкөрөү – намаҙ. Был ғибәҙәт араһында, Хоҙайҙы иҫкә алғанда, һиңә зыян килтерә алмаҫтар. Харамға яҡын булһаң, зарар ҡылыу анһат.
Фото: Т,Аманов
Читайте нас: