Ислам дине һәм урыҫ милләте хаҡында һүҙ сыҡһа, бәғзе берәүҙәр ошо ике төшөнсәнең бер-береһенә һыйышлы түгеллеге хаҡында һүҙ йөрөтөүсән. Ҡасандыр ошо турала мин дә шундайыраҡ фекерҙә инем. Бала саҡта ололар телендә бер лаҡап та йөрөй торғайны. Урыҫса шаҡтай оҫта һөйләшкән бер мулла мәҙрәсәлә дәрес алып барған, имеш. Шәкерттәргә ошолайыраҡ һүҙҙәр әйткән: “Мәсеттә никогда урыҫса һөйләшергә ярамай!” Балалар араһынан береһе: “Мулла ағай, үҙең дә урыҫсаны ҡуштың бит!” – ти икән. Мөғәллим уға: “Әй, уныһы ғына – ничего…” – тип яуап биргән… Шундайыраҡ мәсьәләгә ҡағылышлы миҫалдар тормошта ысынлап та булғылай. Хәрби ҡаласыҡта тыуып үҫеп, урыҫ мәктәбендә уҡып, бала сағын да рустар араһында үткәргән кесе улыма, туған телен яҡшы ғына белеүенә ҡарамаҫтан, хәҙерге көндә урыҫса һөйләшеү еңелерәк. Инде үҫеп етеп, дин юлына баҫып, намаҙ уҡып йөрөгән был улым бер мәл “аят уҡыу” мәжлесенә барған. Яҡташтарыбыҙҙың береһе уға: “Мосолман кешегә урыҫса һөйләшеү килешмәй бит”, – тигән һымағыраҡ иҫкәртмә яһаған. Ә иң ҡыҙығы шунда: улымдың урыҫ телен тәнҡитләгән яҡташ үҙе намаҙ уҡыуҙы мотлаҡ түгел тип һанай икән. Бер нисә йыл элек республика гәзиттәренең береһендә йомала русса хөтбә уҡылыуына ризаһыҙлыҡ белдереп яҙылған мәҡәләне лә уҡығайным…
Баштағы миҫалға әйләнеп ҡайтайыҡ. Ә шулай ҙа урыҫ өсөн доға ҡылырға яраймы? Ошо һорауҙы ишетеү менән бәғзе бер милләттәшебеҙ, әлеге лә баяғы, икеләнә башлай. Шундайҙарға, милләтенә һәм теленә ҡарамай, Аллаһы Тәғәләнең барыбыҙҙы ла тигеҙ итеп барлыҡҡа килтергәнлеге, үҙенең бәндәләренең Уға тәҡүәлеләрен генә яратҡанлығы хаҡында әйтер инем. Раббыбыҙ изге Ҡөрьәндең “Әл-Худжурат” (“Бүлмәләр”) сүрәһендә былай ти: “Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән бер ҡатындан барлыҡҡа килтерҙек. Бер-берегеҙҙе белер өсөн һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәбиләләр яһаныҡ. Арағыҙҙан Алла ҡаршыһында иң хөрмәтле – иң тәҡүәлегеҙ. Алла ысынлап та белә, хәбәрҙар”. Әлеге йома хөтбәһенә килгәндә лә, ҡалаларыбыҙҙа башҡорт телен аңламаған, йәғни башҡа милләттән булған мосолмандар байтаҡ ҡына. Шунлыҡтан урыҫ телендә хөтбә уҡыуҙың бер генә лә насар яғын күрмәйем. Беҙҙең Сибай мәсетендә имам башта хөтбәне башҡортса, унан, ҡайһы берҙә, урыҫ телендә лә уҡып ала. Ошо килтергән бер нисә миҫал менән мин милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һис кенә лә кәмһетергә теләмәйем, сөнки үҙемдең туған телемде яратам һәм ихтирам итәм. Һәммә яҡташыбыҙға үҙенең әсә телен өйрәнергә кәрәклеге хаҡында өгөт-нәсихәттәр ҙә уҡыйым.
Оло үкенескә күрә, бик күп милләттәшебеҙ, кешегә мосолман булыу өсөн уның милләте буйынса башҡорт йә татар булыуы ғына етә, тип һанай. Урыҫ кешеһе автоматик рәүештә кафыр була, тип хаталаныусылар ҙа бар. Күптәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең, Муса, Ғайса бәйғәмбәрҙәрҙең мөъмин булғанлығы хаҡында ла белмәй. Элегерәк журналдарыбыҙҙың береһендә сыҡҡан сираттағы хикәйәмдә бер урыҫ кешеһенең мосолман булып киткәнлеге тураһында яҙғанды уҡыған танышым: “Урыҫтың ислам ҡабул итеүенә ышанғым килмәй”, – тип хикәйәмдең ошо урынын тәнҡитләп тә алғайны. Ә бит бындай миҫалдар күп кенә. Гәзиттәребеҙҙең береһендә Ҡарағанда ҡалаһында булған бер ваҡиға хаҡында уҡығайным. Бер мосолман егет урамда китеп барғанда, ҡойоп ямғыр яуып ебәрә. Шул мәл намаҙ ваҡытына ла тап килә. Намаҙ уҡырға яҡын-тирәлә мәсет-фәлән күренмәгәс, егет сиркәүгә барып инә. Сиркәү эсендә халыҡ та булмай. Яңғыҙы ғына шунда булған сиркәү хеҙмәткәренән һүрәттәр эленмәгән берәй бүлмәлә намаҙ уҡып сығырға рөхсәт һорай. Рөхсәт алып, намаҙға керешә. Уҡып бөткәс, артына әйләнеп ҡараһа, әлеге священниктың күҙ йәштәрен тамыҙа-тамыҙа үҙен күҙәтеп торғанын күрә. Егеттең ифрат ныҡ бирелеп Аллаға баш эйеүе үҙенә шулай тәьҫир итеүе хаҡындағы хистәрен йәшерә алмай рухани. Ә күпмелер ваҡыттан ҡала мәсеттәренең береһендә был мосолман егет әлеге кешене йома намаҙында осрата… Беҙҙең Сибай мәсетенә лә Андрей исемле егет йөрөй торғайны. Башҡортса бөтөнләй белмәгән кешенең йома намаҙына килгән һайын күрешеп, хәл-әхүәл һорашып, һөйләшкән арала ҡатнаштырған “әлхәмдүлилла” тигән һүҙҙәрен йыш ҡына хәтерләйем. Исемен дә һуңыраҡ Әхмәт тип үҙгәрткән егеттең ата-әсәһе христиан динендәге кешеләр икәнен әйттеләр. Андрейҙың ислам динен ҡабул итеү тарихын белмәйем. Ниндәйҙер үлемесле сире булғандыр инде: бер нисә йылдан вафаты хаҡында ишетелде. Уның тереклектә ҡылған гонаһтарын ярлыҡауын үтенеп, Раббыбыҙға доға ҡылдым.
Тағы шундай бер ҡыҙыҡ күренешкә иғтибар итәм. Әгәр ҙә берәй урыҫ кешеһе ислам диненә күсә икән, ғәҙәттә, ул, бик күп милләттәшебеҙҙән айырмалы, биш намаҙ уҡыуҙың, ураҙа тотоуҙың, ирҙәр өсөн йома көнө мәсеткә йөрөүҙең мотлаҡлығына инана һәм шунда уҡ ана шул фарыз ғибәҙәттәрҙе үтәй ҙә башлай. “Мин исламды ҡабул итеп алдым”, – тип кенә, әммә намаҙға тормаған бер урыҫ кешеһен дә күргәнем юҡ. Ғүмеренең һуңғы йылдарын Бөрө ҡалаһында үткәргән украин милләтле еҙнәм (Василий Пантелеевич Сулима), хаҡ динде ҡабул итеп алғас, Мәккә ҡалаһына барып, хаж ҡылып та ҡайтҡайны…
Динебеҙҙе беләйек, ҡәҙерле яҡташтар! Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ!