Иман
19 Мая 2020, 03:24

Йылдың иң мөһим кисе

Ҡәҙер кисе (ғәрәпсә – ләйләтү-әл-ҡәҙер; Ҡөҙрәт төнө) – рамаҙан айының 27-се тәүлегендә мосолмандар билдәләгән төн. Ошо төндә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә рәсүл, йәғни бәйғәмбәрлек вазифаһы инә. Уның янына Ябраил фәрештә инеп, «Уҡы!» тип яҙмалы төргәк күрһәтә. Ул Әл-Ҡәдр сүрәһе була.


«Әл-Ҡәдр» сүрәһе ошо төн хаҡында бәйән итә.

Транскрипцияһы: «Бисмил­ләһир-рахмәнир-рәхим!

Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтил-ҡадр. Үә мәә әдраакә мәә ләйләтүл-ҡадр. Ләйләтүл-ҡадри хайрум-мин әлфи шәһр.

Тәнәззәлүл-мәләә'икәтүү үә-рруухү фииһәә би'иҙни раб­биһим миң күлли әмр. Сәләәмүн һийә хәттәә матләғил-фәджр».

Мәғәнәһе: Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим!

Ысынлап та, Беҙ уны (Ҡөрьәнде) ҡөҙрәт төнөндә Күктән төшөрҙөк. Ҡәҙер тө­нөнөң нимә икәнен һиңә нимә белдерер? Ҡәҙер төнө ул мең айҙан да изгерәк бит. Ул төндә Раббыларының рөхсәтенән төр­лө бойороҡ менән Күктән фәрештәләр һәм рух төшә. Ул таң атҡанға тиклем дауам итә».

Ҡәҙер кисе – йылдың иң мөһим кисе. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ислам динендә Ҡәҙер кисендә эшләнгән игелек мең ай эсендә эшләнгәненән дә яҡшыраҡ тип һанала. Был кистә доға ҡылыусыларҙың теләктәре ҡа­бул ителә, гонаһтары яр­лыҡана. Мөхәммәт бәйғәм­бәр ғәләйһис-сәләмдең, Ҡәҙер кисен ра­маҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләгеҙ һәм көтөгөҙ, тиеүе билдәле. Ҡәҙер кисе билдә­ләренә килгәндә, был төндә бик тыныс була, йондоҙ атылмай, болот һәм яуым-төшөм булмай, һауа эҫе лә, һыуыҡ та түгел. Ай яҡтыртып тора. Был таңға тиклем шулай дауам итә. Был төн үҙенә башҡа нурлы, ә ҡояш тулы ай кеүек, күҙҙе сағылтмай ғына ҡалҡа.

Башҡорт халҡында был мәл «Күк ҡабағы асылыу» тип атала. Ул төндөң бер мәлендә ҡапыл күк йөҙө көн кеүек яҡтырып китеп, шул арала теләк теләп өлгөрөргә кәрәк, тигән ышаныу бар. Мөхәммәт бәйғәмбәр был төндә ошо доғаны әйтә торған булған: «Аллаһумә инәкә ғәфүү, түхәббәл ғәфү фәғәфә ғәннә» («Аллаһым! Хаҡ ки, һин ғәфү һораған­дар­ҙы ғәфү итеүсе, кисереүсе, беҙҙең гонаһ­та­рыбыҙҙы ярлыҡа»).

Тотош төн ғибәҙәттә тороп булмаһа, һис юғы төндөң һуңғы өстән берен доғала үткәреү хуп­лана. Был төндә ҡалдырылған намаҙҙарҙы ҡаза ҡылыу, тәүбә итеү хәйерле ғәмәл һанала.

Сөнки был төндә доғалар ҡабул ителә, яҙмыш яҙыла. Ҡәҙер кисенең сауабы мең айҙан да хәйерлерәк, мең ай ҡылған ғибәҙәттән дә арты­ғыраҡ.

Аллаһы Тәғәлә беҙгә Ҡәҙер кисен күрергә насип итеп, до­ғаларыбыҙҙы, изгелектәребеҙ­ҙе ҡабул итһен.


Фото: Т.Аманов
Читайте нас