Иман
28 Февраля 2020, 03:48

"Бисмилла"һыҙ урында...

Ике шайтан осраша. Береһе һимеҙ, икенсеһе ҡаҡ һөйәккә ҡалған. Һимеҙе һүҙ башлай:


– Эй, дуҫҡай, әллә ҡайҙа йөрөйһөң, күҙгә-башҡа кү­ренмәйһең. Етмәһә, бик өшөгәнһең. Ни булды?
– Иблис әфәнде бер динле ғаиләне аҙҙырырға ҡушҡай­ны, – тип көрһөндө сибек шайтан. – Тәки аҙҙырып булмай, тәҡәтем ҡороно. Барыһы ла диндар, ауыҙҙарынан «бисмилла» бер ваҡытта ла өҙөлмәй, намаҙҙарын ҡал­дырмайҙар. Яндарына яҡын да бара алмайым. Аслыҡтан йөҙәп, киҫелеп бөттөм инде. Ә һинең хәлдәрең нисек? Бик һимереп киткәнһең.

– Мин ожмах түрендәге кеүек йәшәйем, – тип маһая йыуан шайтан. – Хужаларым диндең ни икәнен дә белмәй. Ашағас, «бисмилла»лап доға уҡыу ҙа юҡ. Улар менән бергә ашайым, бергә йоҡлайым. Йыш ҡына «төшөрөп» тә алабыҙ. Шәп! Аҙҙырырға ҡушҡайнылар, бөтөнләй эш юҡ унда. Былай ҙа аҙып, туҙып бөткәндәр. Ҡунаҡҡа кил, дуҫҡай, тамағыңды туй­ҙырырһың, исмаһам.

Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең изге хәҙистәрендә әйтел­гәнсә, шайтандар «Бисмил­ләһир-рахмәнир-рахим» һүҙенән шул тиклем ҡурҡа, хатта ҡурғаш шикелле иреп төшә. Бәндәгә яуызлыҡ-зыян килтерә алмай. Шуға ла һәр мосолман был Алла һүҙенән бер ваҡытта ла айырыл­маһын. Шунда ғына шайтан уға яҡынаймаҫ.
Фото: Т.Аманов


Читайте нас