Иман
31 Января 2020, 03:44

Бала хаҡы

Мосолмандарҙа “бала хаҡы” тигән ҙур төшөнсә бар. Дин һабаҡтары буйынса, бала тыуғас, ата-әсәләр түбәндәгеләрҙе үтәргә тейеш.

Бала донъяға килеү менән ата-әсәнең тәүге бурысы – уға хәйерле исем ҡушыу. Исемдең тәьҫире аңға һеңә, ошо исем менән өндәшкән һайын бала уның есемен дә үҙенә ҡабул итә.


Икенсе оло бурыс – әгәр ҙә ир бала икән, уны сөннәткә ултыртыу. Табиптар был ғәмәлдең сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуын иҫбатлай.


Өсөнсөнән, балаға ғаҡыйҡа ҡорбанын арнау мотлаҡ. Әгәр ҙә мөмкин булһа, малайға – ике, ҡыҙ балаға бер һарыҡ салыу яҡшы. Был йола бала тыуып, ете көн тулғанға тиклем эшләнһә, әжере күп була. Шулай ҙа, етди сәбәптәр килеп сығып, бер аҙ һуңғараҡ салынһа ла зыяны юҡ. Ғаҡыйҡа ҡорбанын салғанда бер нисә шартты үтәргә кәрәк – был малдың һөйәген сабырға ярамай, ә тик быуындан өҙөп, итен бысаҡ менән киҫергә.


Дүртенсенән, баланың ҡарын сәсен алып, үлсәүгә һалып, уның ауырлығын белергә кәрәк. Ошо миҡдарҙа көмөш хаҡынан сығып, саҙаҡа өләшергә. Мәҫәлән, сәс 15 грамм тәшкил итте икән, ти. Көмөштөң бер грамы фәләнсә һум. Ошо хаҡты 15-кә ҡабатлайбыҙ, килеп сыҡҡан сумма – ярлыларға тарата торған аҡса күләме.


Фото: Т.Аманов
Читайте нас