Иман
25 Октября 2019, 12:49

Иман йорто ишектәрен асты

Бөрйән районы йылъяҙмаһын тулыландырып, Мәһәҙей ауылында иман йорто үҙ ишектәрен асты

Белем усағы эргәһендә ҡалҡып сыҡҡан, халыҡты иманға өндәүсе Аллаһы Тәғәлә йорто – мәсетебеҙ нур сәсеп ултыра. Изге ғәмәлгә юл ярыусы – эшҡыуар, афған һуғышы ветераны Фәнис Сәйәхов. Ул мәсет төҙөү өсөн ағас йүнләп алғас, ир-ат күмәкләп бура бурап, нигеҙ ҡороп, күтәреп тә ултыртты. Артабан тышҡы һәм эске эштәргә төрлө оҫталар йәлеп ителде. Хәҙер инде ҡалҡыу ғына урындағы мөһабәт иман йорто әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торғандай.


Фәнис Мотаһар улы Сәйәхов был ғәмәлгә юҡтан ғына тотонмаған. Ауылдың элекке указлы муллаһы Ғөбәйҙулла – уның олатаһы.

Эшҡыуар “Бөрйән” урман-эшкәртеү йәмғиәте ағзалары Наил Рәхмәтуллин (мәрхүм), Фәнүр Әлмөхәмәтов, Сабир Хәсәнов менән кәңәшләшеп, мәсет төҙөү өсөн ағас бүләләр һәм спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтәләр. Ағасты Ф. Сәйәховтың эшселәре Илшат Шаһимәрҙәнов менән Хәбир Хәсәнов йығып сығара. Ә бураны Байназар ауылы кешеләре Зәбир Ҡарағолов, Радик, Рафиҡ Салауатовтар, Ғәлиулла Байназаров, Ғаяз Ғәлин бурай. Нигеҙен ҡороп, күтәрешеүгә ауылым тип янған ир-азаматтар өмәгә сыға. Ә уларҙы ауылдың ҡыш көнө ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр сос ҡатын-ҡыҙҙары Таңһылыу Әҙелгәрәева, Һәҙиә Хәсәнова, Фатима Шәғәлина, Сажиҙә Абдрахманова тәмле аштары менән һыйлай. Мәсет манараһын ултыртыуҙы һәм башын ябыуҙы, стенаны тыш яҡтан буяу эшен Нәби ауылынан Илһам Ибәтуллин үҙенең улдары Хәләф һәм Иҙел менән башҡара. Манараның айын Әбйәлилдә йәшәүсе ауылыбыҙ кейәүе Шәрифйән Ғәлин эшләп бирә. Ишек, тәҙрәләрҙе, фронтон, кәрнизде Тимер ауылы оҫтаһы Сәғит Аллабирҙин эшләй. Иҙән-түбәне, эстән стеналарҙы йышыуға, утынлыҡты, бәҙрәфте эшләүгә Байназар ауылынан Илдар Дәүләтшин оҫталығын һала. Мейесте ауылыбыҙ оҫтаһы Азамат Ишемов сығарып ҡуя. Йылытыу торбаларын Тәлғәт Ҡоҙашев менән Наил Дәүләтшин үткәрә. Мәсеттең тирә-яғын кәртәләүгә өмә үткәрелә. Унда Солтан Хәсәнов, Ғәли Ишемов, Әмир Ишморатов, Шәкир Хәсәнов, Йәҙгәр Нәҙершин, Илдар Дәүләтшин, Рәфис, Артур Шәғәлиндар, Фәиз Малакаев, Рәмил Хәсәнов, Рөстәм, Фәнис Сәйәховтар бик әүҙем ҡатнаша. Баҡса кәртәһен буяп ҡуйыуҙа ауылдың уңған килендәре Рәмилә Сәйәхова, Зөлфиә Хәсәнова, Зилә Шаһимәрҙәнова, Фәнисә Ғөбәй­ҙул­лина, Фәнүзә Мөхәмәтйәнова, Таңһылыу Әҙел­гәрәева, Фатима Шәғәлина бик теләп ҡатнаша. Мәсет өсөн ауыл халҡынан 12000 һум аҡса йыйыла. Иман йортон төҙөү өсөн аҡсалата күрше Һарғая егете Фәнүр Әлмөхәмәтов ярҙам итә.

Мәһәҙей халҡының ғына ҡыуа­нысы түгел был – уртаҡ шатлыҡ. Һуңғы йылдарҙа ауылдаштарыбыҙ – олоһо, йәше, кесеһе дингә ныҡлап ылыға башланы. Бөрйәндең “тупһаһы”нда урын­лашҡан яңы мәсет оло юлдан үткән, районыбыҙға ҡунаҡҡа килгән һәр кемде сәләмләп ҡаршылай, фатиха биреп оҙатып ҡаласаҡ хәҙер. Иман бар ерҙә, иншалла, ырыҫ-бәрәкәт, ҡот тағы ла артырына шик юҡ.


Сәйҙә Сәйәхова.

Бөрйән районы, Мәһәҙей ауылы.
Читайте нас