Бөтә мосолман донъяһы изге байрам – ҡорбан ғәйетен билдәләй. Изгелекте, ғәҙеллекте, йомартлыҡты һәм шәфҡәтлелекте, яҡындарың хаҡында хәстәрлекте кәүҙәләндереүсе был изге көн Күгәрсен районының Мораҡ ауылы халҡы өсөн икеләтә шатлыҡлы. Күмәк көс менән төҙөлгән Аллаһ йорто – “ҡыҙыл мәсет” үҙ ишектәрен асты.
Изге йортҡа 2008 йылда нигеҙ һалынған. Уны төҙөүгә райондың ойошма-предприятиелары, халыҡ тос өлөш индергән, шәхси эшҡыуарҙар ҙа изге эштән ситтә ҡалмаған. Район хакимиәте лә һиҙелерлек матди ярҙам күрһәткән. Төҙөкләндереү эштәрендә, дөйөм өмәлә һәр кем әүҙем ҡатнашҡан. Агрофирмалар эшселәрҙе ашатыу өсөн аҙыҡ-түлекләтә ярҙам иткән.
Мәсеттең дөйөм майҙаны – 330 квадрат метр, ул бер юлы 260 кешене һыйҙыра ала. Иркен төп залдан тыш, балконы һәм подвалы бар. Унда киске уҡыуҙар ойоштороласаҡ, теләгән һәр кем ислам нигеҙҙәрен өйрәнә аласаҡ.
Бөгөн яңы мәсеттә, ҡорбан ғәйетенә арнап, ҡорбан салына, аяттар уҡыла. Мораҡ ауылының имам-хатибы, имам-мөхтәсибе Рәсүл Янбаев байрам уңайынан “Йәшлек” гәзите уҡыусыларына изге теләктәрен еткерҙе:
– Мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәр! Барығыҙҙы ла иң оло, иң изге байрам – ҡорбан ғәйете менән ихлас тәбрикләйем. Бөтәгеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ, эштәрегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете теләйем. Донъяларҙа – именлек, араларҙа – татыулыҡ, илебеҙҙә тыныслыҡ булып ҡына торһон. Киләһе байрамдарҙы ла шатлыҡ-ҡыуаныстар менән ҡаршы алырға насип итһен. ҡорбан байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ
фотолары.