Бөрйән һәм Әбйәлил райондары башҡорттары боронғо таш мәсет урынында, ер-һыу, ил-көн именлегенә бағышлап, быйыл да ҡорбан салды
Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы етенсе йыл рәттән Урал тауҙарының итәге – Олотауҙа, Субан ҡолағашҡаһы тигән хозур ерҙә Аллаһ ризалығы өсөн ер-һыу, ил-көн именлегенә, ошо изге ерҙе һуңғы төйәге иткән ата-бабаларыбыҙ рухына бағышлап ҡорбан сала, аят уҡыта. Ни хикмәт, ҡоролоҡ йылда ла аят уҡытҡан көндә ямғыр яумай ҡалмай икән. Быйыл да ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә заманса сатыр ҡорорға тура килде – ямғыр ҡойоп яуҙы ғына.
Мең төрлө сәскәләре көнгә баҡҡан ялан ситендә боронғо таш мәсет урынлашҡан. Диндар ата-бабаларыбыҙ йәйләүҙән йәйләүгә күсеп йөрөгән, ҡара яҙҙан ҡара көҙгәсә ҡырҙа йәйләгән башҡорт Раббыһы алдында бәндәлек бурысын намыҫ менән үтәгән – йома намаҙының фарызын теүәлләп, йәйләүҙәр урынлашҡан ерҙең урта тирәһенә келән таштарҙы һалып мәсет төҙөгән. Аҙан тауышын ишетеп тирә-йүндәге халыҡ йомаға йыйылған. Ана ошо матур йоланы дауам итеп, ҡурсаулыҡ йәйҙең матур мәлендә хеҙмәткәрҙәрен, дин әһелдәрен, еребеҙ яҙмышына, милләтебеҙ киләсәгенә битараф булмағандарҙы ожмах мөйөшө булған төбәгенә йыя.
“Урал” машинаһында ҡолғананан 7 – 8 саҡрым ары бара торғас, ниһайәт, Субан ҡолағашҡаһына еттек. ҡорбанлыҡ һарыҡты алдан алып килеп, ошо ерҙә бер көн тотоп, һуйып, итен бешереп тә ҡуйғандар. Заман тирмәһе – өй формаһындағы сатырға инеп урынлашҡас, ҡурсаулыҡ директоры В. Яныбаева беҙҙе сараның маҡсаты менән таныштыра: “Был оло аят Ташмәсеттә элек-электән үткәрелгән. Ата-бабаларыбыҙ, билдәле, ислам динен ҡабул иткәнгәсә мәжүси булған. Тәбиғәткә табынған башҡорт урман-ҡырҙарҙа орлоҡтар һытылып үҫә башлаған дәүерҙә бергә йыйылған, доға ҡылған, аят уҡытҡан. Был йола май айында атҡарылған һәм аяу йолаһы тип аталған. Аяу – тәбиғәтте, үҙ ереңде аяу, һаҡлау тигәнде аңлата. Ислам динен беҙҙең халыҡ бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ҡабул иткән. Бер Аллаһҡа табына башлағас, аяу йолаһын, дингә ҡулайлаштырып, ер-һыу, ил-көн именлегенә аят бағышлап, үҙ еренә Хоҙайҙан бәрәкәт һорап, оло аят итеп үткәргән. ҡолғана кейәүе Сәлмән Ярмуллин таш мәсеттәр тураһында яҙа башлағас, Рауил ағай Яҡупов, беҙҙә лә Таш мәсет бар, тине. Ололарҙан һораша, белешә торғас, мәсет урынын барып таптыҡ. Иң күп мәғлүмәтте Үтәгәндә йәшәүсе һуҡыр инәйҙән алдыҡ. Был ерҙә ете мулла йыйылышып, оло аят уҡыған. Икенсе йылына уҡ аят уҡыттыҡ, мәхәллә ойоштороп, имамын һайлап ҡуйҙыҡ. Был ерҙә ҡәбер таштары күп. Олотау – Урал аҫты, бында өй дәүмәле ҡаяташтар һерәйеп тора. Ергә баҫһаң, таш плиталар аяҡ аҫтынан шылып китә. Көслө энергетикаға эйә булған изге ер. Ерен-һыуын һаҡлауҙы Аллаһҡа тапшырып, иң ҙур һаҡлаусы ҡалҡан − доға икәнен белгән башҡорт аят уҡытып, ҡорбан салып, әруахтары рухын шатландырған, киләсәген ҡайғыртҡан”.
Күсәгилешлек дауам итә. ҡурсаулыҡ етәкселеге экологик акция менән дин йолаларын үтәүҙе бергә алып бара. Элекке йылдарҙа Әбйәлил, Бөрйән райондарынан имамдар, муллалар күп саҡырылһа, был юлы Олотауҙа аят үткәрергә Әбйәлил районының имам-хатибы Әхмәт хәҙрәт Шәйәхмәтов һәм Ташмәсет мәхәлләһенең имамы итеп һайланған Шамил хәҙрәт Әминев килде. Әйткәндәй, ул сәсән Шафиҡ Әминев Тамъяниҙың ейәне булып сыҡты. ҡорбан ашы әҙер булғансы сәй эсеп алғас, табын артында Әхмәт хәҙрәт матур итеп вәғәз һөйләне: “Ташмәсет – беҙҙең халҡыбыҙ тарихының бер өлөшө. Йома булһын өсөн тәғәйен бер урын – мәсет фарыз. Ошоно уйлап, ата-бабалар таштан стена өйөп, үҙенә күрә мәсет эшләгән. Йома намаҙынан тыш, дүрт рәҡәғәт һаҡлыҡ намаҙын да уҡыған (әгәр намаҙ йоманан үтмәһә, тип һаҡланып). Мәсет намаҙын, йома намаҙын, һаҡлыҡ намаҙын ҡушып, барлығы 16 − 18 рәҡәғәт намаҙ уҡылған. Йоманың һәр мосолман ир өсөн фарыз икәнлеген яҡшы аңлаған халыҡ дини ҡанундарҙы теүәл үтәргә тырышҡан. Күреп тораһығыҙ, был ерҙә ҡәберлектәр күп. Ярты йыллап йәйләүҙә йәшәгән халҡыбыҙ исрафҡа бармаған – мосолман ҡайҙа үлһә, шунда ерләгән. Бәлки бында уҡымышлы, изге кешеләр ҙә яталыр. Уларҙың рухына бағышлап ҡорбан салыу, аят уҡыу – яҡшы ғәмәл. Мосолман зыяраттар буйлап сабып, ҡәбер эҙләп йөрөргә тейеш түгел. ҡәберлеккә ул үлемде иҫкә төшөрөү, зыяратты таҙалау, әруахтар рухына аят бағышлау өсөн генә килә. ҡәберлектә йыш йөрөү ҙә ваҡытты исрафлауға инә. Баҡый донъяға күскәндәр ҙә – беҙҙең тарихтың бер өлөшө. Әруахтарыбыҙҙы беҙ иҫкә алмаһаҡ, кем иҫкә алыр? Һуңғы арала диндә лә төрлө ағымдар күбәйеп китте. Йылға башы буйраҡ булһа, уның һыуы болғана. Традицион дин юлынан, ата-бабаларыбыҙ тотҡан тоғро юлдан барайыҡ. Сабыр, берҙәм булыу фарыз. Урталыҡты тотоғоҙ, тине бәйғәмбәр с.ғ.с. Иң яҡшы һүҙ көмөш булһа, сабыр булыу – алтындан. Ысын мосолман ҡулы менән дә, теле менән дә башҡаға зыян килтермәй. Шундай мосолман булайыҡ. Халҡыбыҙҙың тыныслығы, матур киләсәге өсөн ҡөрьәнгә, бәйғәмбәребеҙ сөннәтенә таянып алға барайыҡ. ҡырҡ кеше бер яҡҡа, ҡырын кеше бер яҡҡа булһаҡ, илебеҙ ҙә, динебеҙ ҙә алға бармаҫ”.
ҡорбан ашын ашағас, ике район вәкилдәре ил-көн мәсьәләләре, дин торошо тураһында әңгәмә ҡорҙо. Өйлә ваҡыты ингәс, халыҡ Ташмәсеткә барып, күмәкләп намаҙ уҡыны. Нәҡ ошо ваҡытта – үҙенә ҡолдары ғибәҙәт ҡылғанда Аллаһы Тәғәлә ямғырҙы ла туҡтатып торҙо. Болоттар таралышып, көн асылып китте. Әбйәлилдәрҙең күстәнәс ҡымыҙы, ыҫлы ҡорото менән һыйланғас, ике район вәкилдәре, бер-береһенә изге теләктәрен, фатихаларын еткереп, киләһе йылда тағы осрашырға ниәтләп, һаубуллашты.
А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Автор фотоһы.