Шишмә ҡасабаһында мәғрифәтсе-суфый Хөсәйенбәк хөрмәтенә Башҡортостан мосолмандары йыйыны үтте. Унда БР Президенты эргәһендәге Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратының Башҡортостан мосолмандары төбәк диниә назараты рәйесе Мөхәммәт Тажетдинов, дәүләт власы органдары, традицион конфессия вәкилдәре, имам-хатиптар ҡатнашты.
Делегаттар берҙәм рәүештә Башҡортостан мосолмандарының төбәк диниә назаратын РФ Юстиция министрлығында теркәү өсөн тауыш бирҙе. Ойошманы рәсми рәүештә теркәү назараттың проблемаларын хәл итеүгә булышлыҡ итер ине, тигән фекерҙә етәкселек. Вячеслав Пятков әйтеүенсә, мәсет-мәхәлләләр йыл һайын төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, уларҙа пенсия йәшендәге имамдар эшләй. Уның фекеренсә, мәхәлләләргә эшкә белемле белгестәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Йыйында ҡатнашыусылар иман йорттарындағы проблемалар тураһында ла фекер алышты.
Мөхәммәт Тажетдинов билдәләүенсә, Башҡортостан мосолмандарының төбәк диниә назараты ислам белгестәренең квалификацияһын күтәреүгә иғтибар бирә. Мөфтиәттең киләһе маҡсаттарының береһе − Өфөлә Ислам академияһы төҙөү.
З. ХӘСӘНОВА.