Миғраж – ислам динендә ҡиммәтле һәм дәрәжәле мөбәрәк кистәрҙең береһе. Был төндә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм күктәргә күтәрелгән, Аллаһы Тәғәлә әмере менән уға йәннәт һәм йәһәннәм күрһәтелгән.
Миғраж һүҙлектә баҫҡыс һәм юғары бер ергә күтәрелеү тигәнде аңлата. Миғраж – күккә күтәрелеү, Рәсүлүллаһҡа бәйғәмбәрлек биреүҙең туғыҙынсы йылында Рәжәб айының 27-се кисендә була. Был мөғжизә унан башҡа һис бер бәйғәмбәргә бирелмәй. Ошо ваҡыттан алып мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ фарыз. Был кисте мосолмандарға, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенә ышанып, гонаһтарына тәүбә итеп, доға уҡып үткәрергә кәрәк.