«Ысын ислам ҡиммәттәрен таратыу, аңлатыу – мөһим һәм уртаҡ бурыс», − тип иҫәпләй дин әһелдәре менән ғалимдар
Дини нигеҙҙәрҙе таратыуҙа, уны пропагандалауҙа тәү сиратта профессиональ дин белгестәре ҙур роль уйнай. Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында уҙғарылған «ХХI быуаттың мәғариф киңлектәрендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында исламды уҡытыуҙы камиллаштырыуҙа дәүләт юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеү, уҡытыу-методик базаны нығытыу, мосолмандарға белем биреүҙә бөгөнгө проблемалар тикшерелде.
«Рәсәй Федерацияһында исламды уҡытыуға булышлыҡ итеү» маҡсатлы федераль программаһы сиктәрендә үткәрелгән фәнни форумда ҡатнашырға Рәсәй һәм Башҡортостан Президенттары хакимиәттәре вәкилдәре, дин әһелдәре, ғалимдар, Рәсәйҙең ислам уҡыу йорттары етәкселәре, Марокко, Малайзия, Төркиә, Франция илдәренән ислам белгестәре килгәйне. Форумда ҡатнашыусылар билдәләүенсә, хәҙерге йәмғиәттә кешенең рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙә, милләттең мәҙәниәтен, әхлаҡи һаулығын һаҡлауҙа дин төп роль уйнай. Төрлө радикаль ағымдар барлыҡҡа килгәндә уның дәүләт менән бәйләнеше бик актуаль. Дини уҡыу йорттарына һәм унда уҡытылған фәндәргә тейешле иғтибар бүлеү, донъяуи фәндәргә яҡынайтыу ҙа төп бурыс. Был йәһәттән мәғариф системаһында республикала ислам колледждары, институттары менән хеҙмәттәшлек иткән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты эшмәкәрлеге ыңғай баһаланды. Дин әһелдәренең фекере бер: күп милләтле йәмғиәттә татыулыҡты, именлекте һаҡлау өсөн йәш быуынға исламдың рухи ҡиммәттәрен аңлатыу зарур. Конференцияла ҡатнашыусылар исламдың ғаилә-көнкүреш ҡиммәттәре, социаль-фәлсәфәүи идеалдарының фәнни нигеҙләнеше мәсьәләләренә арналған секциялар эшендә ҡатнашты.
Марат Мәрҙәнов, БР Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары:
− Өфө − 200 йыл дауамында ислам, ислам уҡыу йорттары һәм фәне үҙәге. Беҙҙең ҡалала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты ярҙамы менән белем биреүҙең яңы системалары индерелә. Был тығыҙ хеҙмәттәшлек республиканың власть органдарының да иғтибарында. Беҙгә күрһәтеүҙәренсә, негатив күренештәр күп, ошоноң менән төрлө кешеләр файҙалана ла инде. Кемдер дин яҡлауы аҫтында төрлө акциялар үткәрә, шул иҫәптән беҙ һис кенә лә юл ҡуйырға тейеш булмаған экстремистик йүнәлештә лә. Бөгөнгө донъяуи вуздар һәм ислам уҡыу йорттары менән берлектә власть органдарын да йәлеп итеп ойошторолған конференция республика өсөн генә түгел, ил өсөн дә юғары әһәмиәткә эйә.
З. ХӘСӘНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.