20 июндән Өфөнөң Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжында ике аҙналыҡ йәйге лагерь эшләй башланы. Йәш мосолмандар өсөн ял Ислам мәҙәниәте, фәне һәм мәғарифын яҡлау фонды ярҙамы менән ойошторолған. Уҡыу йорто уҡытыусылары менән студенттар балаларға спорт ярыштары үткәрә, уларҙы экскурсияларға, походтарға йөрөтә. Балалар дин нигеҙҙәрен, ғәрәп телен өйрәнә. Лагерҙа туҡланыу ҙа ойошторолған.
4 июлдән «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә тағы бер балалар лагеры асыласаҡ. Бер ай дауамында ял итеүселәр ислам нигеҙҙәрен, ғәрәп телен, ҡөрьән сүрәләрен ятларға өйрәнәсәк. Балалар менән Рәсәй ислам университетында белем алған студент-практиканттар шөғөлләнәсәк.