Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Апрель 2011, 15:53

Диниә назараты традицион исламды тоторға саҡыра

Башҡортостан мосолмандарының Үҙәк диниә назараты республика етәкселеге һәм халыҡҡа исламдың традицион йүнәлешенә – Әбү-Хәнифә мәҙһәбенә (мәктәбе) өҫтөнлөк биреүҙәрен һәм радикал дини ағымдарҙың таралыуына ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте.

– Тарихи ойошҡан идеологик ағым – Әбү-Хәнифә мәҙһәбенең үҫешенә булышлыҡ итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Ә төбәктә радикал диндарҙарҙың булыуы, ғөмүмән, мосолман диненә кире мөнәсәбәт тыуҙыра, хатта этник мосолмандар өсөн ҡурҡыныс менән янай, – тиелә мөрәжәғәттә. Радикализм өсөн толерантлыҡ ят нәмә. Үрҙәге мәҙһәб иһә «алтын урталыҡта» тора, универсаль модель һанала.
Диниә назараты халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара.
Читайте нас: