Хәлид ибн Ғибран тигән кеше: «Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм көндәрҙән бер көндө халыҡ араһында йөрөгәндә: «Эй, халҡым! ҡалҡандарығыҙҙы алығыҙ!» – тигән, «Эй, Аллаһының бәйғәмбәре! Дошман килдеме әллә?» – тип һорағандар унан. Бәйғәмбәр: «Дошман килмәгән, ләкин тамуҡ утынан һаҡлана торған ҡалҡандарығыҙҙы алыу кәрәк», – тип яуаплаған. Кешеләр унан тағы: «Йә, Рәсүлуллаһ! Ул тамуҡтан ҡотҡара торған ҡалҡаныбыҙ ниҙер?» – тип һораған. Бәйғәмбәр: «Тамуҡтан ҡотҡара торған ҡалҡанығыҙ – «Собханаллаһ, үә әлхәмдүлиллаһ, үә лә иләһә илләләлаһу, үә Аллаһу әкбәр, үә лә хәүлә үә лә ҡүүәтә иллә бил-ләһил – ғалиййилғазим!» – тигән һүҙҙер тигән», – тип һөйләгән.
ҡөрьән буйынса, был һүҙҙәрҙе әйтеүсене ожмахҡа илтерҙәр, тамуҡ ғазабынан ҡотҡарырҙар, һәр бер яуызлыҡтан һаҡларҙар.
Факиһ Әбүл-л-Ләис әйткән:
– Кемдең саҙаҡа бирергә әйбере, аҡсаһы булмаһа, фәҡир булһа: «Собханаллаһ, үә әлхәмдүллиләһ, үә лә иләһә илләллаһү, үә Аллаһу әкбәр» – тип әйтһә, саҙаҡа сауабын табыр.
Шундай риүәйәт тә бар. Мөхәммәт бәйғәмбәр һәм сәхәбәләр саҙаҡа биреү өсөн ергә ултыра. Улар араһынан Әмамә тигән кеше саҙаҡаһын бирә алмай, сөнки фәҡир була. Ләкин ултырғанда уның ирендәре ҡыбырлай. Быны күргән бәйғәмбәр уға: «Эй, Әбү Әмамә! Һиңә нимә булды, ауыҙ эсенән ниҙер әйткән кеүекһең», – тип өндәшә. «Әҙәмдәрҙең барыһы ла саҙаҡа бирә, ә минең ундай хәлем юҡ. «Собханаллаһ, үә әлхәмдуллиллаһ, үә лә иләһә илләллаһү, үә Аллаһу әкбәр» тип әйтәмен», – ти. Бәйғәмбәр, уның яуабына һөйөнөп: «Был һүҙ дүрт гөрәнкә (ауырлыҡ үлсәү берәмеге, бер ҡаҙаҡ йәки 400 грамм) һауыт менән фәҡирҙәргә, меҫкендәргә саҙаҡа итеп он биргәндән дә артыҡ булыр», – ти һәм һуңынан сәхәбәләрҙән: «Һәр көн ғәмәл дәфтәрегеҙгә мең изгелек яҙылып, мең яуызлыҡ йолоноп алынһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеген беләһегеҙме һуң?» – тип һорай. Улар: «Юҡ!» – ти.
– Кем дә кем йөҙ мәртәбә «Собханаллаһ!» тип әйтһә, ул кешенең ғәмәл дәфтәренә мең изгелек яҙылыр һәм мең яуызлыҡ ғәфү ителер, – тип аңлата бәйғәмбәр.
Тағы бер риүәйәт бар. Берҙән-бер көндө бәйғәмбәргә бер ир килеп:
– Йә, Рәсүлуллаһ! Донъя мине ташланы, ҡулым буш, фәҡирлеккә ҡалдым, – тип зарлана.
– Ә һин ни өсөн фәрештәләрҙең тәсбихтәрен әйтмәйһең, фәҡир булмаҫ инең, – ти бәйғәмбәр. Был кеше:
– Ул ниндәй тәсбих? – тип һораны.
Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: «Собханаллаһ, үә бихәмдиһи собханаллаһул-ғазыйм, үә бихәмдиһи әстәғәфирул-лаһи», – тип таң яҡтыһы пәйҙә булғандан һуң иртәнге намаҙғаса йөҙ мәртәбә әйт. Әгәр был һүҙҙәрҙе даими ҡабатлауҙы ғәҙәткә индерһәң, бай булырһың, ризығың киң булыр», – тип әйтә.
Һәр бер тәсбих һанынаса Аллаһы Тәғәлә бер фәрештә яратыр, ҡиәмәт көнөнәсә фәрештәләр тәсбих әйтер. Уларҙың тәсбихтәренең сауаптары бихисап булыр.
«Әлхәмдүлиллаһ» тигән кәлимә сауаптар үлсәүен тултырыусылыр, «Собханаллаһ, үә әлхәмдуллиләһ, үә лә иләһә илләллаһү, үә Аллаһу әкбәр» тигән һүҙҙең сауабы ер менән күк араһын тултырыр. Сөнки улар – Аллаһының һөйөклө һүҙҙәре.