Был фани донъяның беҙгә аңлашылмаған серҙәре бик күп. Әҙәм балаларының ниндәйҙер көскә, ҡеүәткә эйә, хатта уларҙың ҡараштарының кешене көсһөҙләндереү һәләте булыуы ла һәр кемдең энергетик көсөнөң кимәле тураһында һөйләй. Күҙ тейеү төшөнсәһе лә барыбыҙға таныш. Бала бер сәбәпһеҙгә туҡтамай илай икән, үҙебеҙҙең хәлһеҙләнеүебеҙҙе, сырхаулауыбыҙҙы тоя башлаһаҡ, донъябыҙҙан бәрәкәт китһә, ирекһеҙҙән әллә күҙ тейҙеме икән, тип уйлай башлайбыҙ. ҡөрьәндә әйтелгәнсә, күҙ тейеү төшөнсәһе, ысынлап та, бар. ҡайһы бер ғалимдарҙың мәғлүмәттәре буйынса, бәғзе берәүҙәрҙең күҙенән зәһәрле бер ҡеүәт, зыянлы нур һибелә. Ебәрелгән был насар тәьҫирле ҡеүәт кешегә йәки берәй әйбергә барып бәрелгән ваҡытта уға зарар бирә, хәлһеҙләндерә. Раббыбыҙ Аллаһ та тәндәрҙә һәм рухтарҙа төрлө көстәр яралтҡан. Күҙ тейеү төрлө йоғонтоға бәйле. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тә: «Күҙ тейеү дөрөҫтөр. Ул насар рухлы кешеләр, әҙәм балаһынан көнләшеүселәр үҙҙәренең ҡараштары менән хәлһеҙләндерер, хәсрәтләндерер», – тигән. Күҙ тейеүҙең сығанағы – күҙ менән һоҡланып ҡарау. Кешегә күҙ тейгән кеүек, хайуандарға, йортҡа ла күҙ тейергә мөмкин. Кеше үҙенең балаһына, тормош иптәшенә лә күҙ тейҙерә ала. Хәҙис шәрифтәрҙә әйтелгәнсә: «Һеҙҙән берәү башҡаларҙа йәиһә ҡәрҙәшенең байлығында-малында һушты алырлыҡ нәмә күргән ваҡытта, уның өсөн бәрәкәт доғаһын уҡыһын. Күҙ тейеү ысынбарлыҡтыр, был күренеш тауҙы урынынан ҡуҙғатыр, кешене ҡәбергә, дөйәне сүллеккә йығыр».
Күҙ тейеүҙе нисек дауаларға?
Иҫкәртеү саралары сифатында күҙ тейеү мөмкин булған нәмәләр өсөн доғалар уҡып, күҙ тейеүҙән һаҡлауҙы һорап Хоҙайға мөрәжәғәт итеү хәйерле. Күҙе ҡаты тип белгән әҙәм һеҙгә һоҡлана, балаларығыҙға ҡарай икән: «Мәә шәәә-аллаһу ләә ҡүүәттә илләбилләһ», – тип доға уҡығыҙ. Хәҙрәти Ғосман да, матурлығына хайран булып, үҙе ҡабат-ҡабат ҡараған балаға күҙ теймәһен өсөн, был балаға ҡара буяу һөртөгөҙ, тигән. Күҙ тейеүҙе «Фатиха», «Аятел-көрси», «Бәҡара», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып дауалайҙар. Ауырыу кешенең ҡолағына аҙан әйтеү ҙә файҙалы. Көнсөлдәр көнләшкәндә лә Аллаһҡа һыйынығыҙ, тыйғандарҙан тыйылығыҙ, тип бойора ҡөрьән. Гонаһтарҙан тәүбә итегеҙ. Сөнки гонаһтар дошманлыҡҡа юл аса. Мөмкин булғанса кешеләргә төрлө изгелек ҡылырға, саҙаҡа бирергә кәрәк. Сөнки саҙаҡа һәр төрлө яуызлыҡтан, бәлә-ҡазанан, күҙ тейеүҙән кәртә булып тора. Күркәм мөғәмәлә һәм изге ғәмәлдәр менән көнсөлдөң күкрәгендә ҡайнаған ялҡынды һүндерергә тырышығыҙ. Күҙ тейеүҙе дауалатам тип, күрәҙәселәргә барыу мосолмандың ҡырҡ көнлөк изге ғәмәлдәрен юҡҡа сығара. Яман күҙҙән аралайым, тип балаларға төрлө әйбер, бетеү тағыу ҙа Ислам динендә дөрөҫ ғәмәл һаналмай. Сихырҙан, насар ҡараштан, көнсөллөктән һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы – Аллаһы Тәғәләнең барлығын таныу, ҡөрьән сүрәләрен уҡып йөрөү.