Бөтә яңылыҡтар
Иман
23 Ноябрь 2010, 14:15

Диниә назараты делегацияһы Иранға бара

23 ноябрь – 7 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назараты делегацияһы мәҙәни-танышыу сәфәре менән Иран Ислам Республикаһында буласаҡ. Делегация составына республика ҡала һәм райондарының имам-мөхтәсибтәре, шулай уҡ билдәле фоторәссамдар Рәмил Килмәмәтов һәм Ринат Әминев инә. Делегацияны БР мосолмандары диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан хәҙрәт Сәйәхов етәкләй. 26 ноябрҙә Тәһранда Рәмил Килмәмәтовтың «Башҡортостан» исемле фотокүргәҙмәһе асыласаҡ. Иранға сәфәре барышында ике фоторәссам был ил тураһында фоторепортаж әҙерләргә һәм уның нигеҙендә Башҡортостан халҡы өсөн фотокүргәҙмә ойошторорға ниәтләй.

23 ноябрь – 7 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назараты делегацияһы мәҙәни-танышыу сәфәре менән Иран Ислам Республикаһында буласаҡ.
Делегация составына республика ҡала һәм райондарының имам-мөхтәсибтәре, шулай уҡ билдәле фоторәссамдар Рәмил Килмәмәтов һәм Ринат Әминев инә. Делегацияны БР мосолмандары диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан хәҙрәт Сәйәхов етәкләй.
26 ноябрҙә Тәһранда Рәмил Килмәмәтовтың «Башҡортостан» исемле фотокүргәҙмәһе асыласаҡ. Иранға сәфәре барышында ике фоторәссам был ил тураһында фоторепортаж әҙерләргә һәм уның нигеҙендә Башҡортостан халҡы өсөн фотокүргәҙмә ойошторорға ниәтләй.
Читайте нас: