Бөтә яңылыҡтар
Иман
13 Ноябрь 2010, 15:20

Ҡорбан байрамы

Изге Мәккә күпме мосолмандыИнәһеләй йыя ҡосаҡҡа,ҡәғбә ташы нисә быуат тора,Йыһан серен бикләп йоҙаҡҡа.

Изге Мәккә күпме мосолманды
Инәһеләй йыя ҡосаҡҡа,
ҡәғбә ташы нисә быуат тора,
Йыһан серен бикләп йоҙаҡҡа.
Уйҙар ғына мәңге, теләк –
мәңге,
Йыһандағы йәшәү – мәңгелек.
Бөйөк аҡыл – Хоҙай алдындағы
Бурысыңды түлә иң элек.
Һәр кем тиң һәм тигеҙ
Хоҙай өсөн –
Хәйерсе лә, түрә, байы ла,
Уларҙы тик айырырға була
Яҡшы йәки насар уйынан.
ҡәғбә ташын ете урап үтеп,
Күтәрелә Мина тауына,
Таштар оса шайтандарға табан –
Саф күңелгә иман яғыла.
Бер төрлө уй – тик изгелек
ҡылыу,
Бер төрлө уй – гонаһ ҡылмаҫҡа,
Яҡшы менән шаҡшы уй араһы
Таш диуарҙан түгел –
ҡыл-арҡан.
Хоҙай ҡаршыһында имтихан
тот!
Намаҙлыҡҡа тубыҡ терәлә,
Сәждә ҡылған маңлай
тапҡырынан
Зәм-зәм шишмәләре терелә.
Моң ағыла, моң урғыла күктән,
Утҡа тотҡан көршәк күңелдәр,
Бер ҡасан да фани был донъяла
Улар ярылырлыҡ түгелдәр.
Был шатлыҡҡа нисек түҙмәк
кәрәк,
Барыһына бүлеп бирмәйсә?
ҡорбан һарығынан һурпа әҙер,
Йөҙөм, хөрмә, былау бер кәсә...
Хоҙай биргән ерҙә мәңге йәшәр
Иманлы һәм яҡты йән генә.
Изге ҡорбан дауам итә өс көн,
Изге уйҙар йәшәр мәңгегә!

Лилиә ҺАҡМАР.
Читайте нас: