Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Октябрь 2010, 16:26

Исламда диета

Исламда диетаға ла ҙур иғтибар бүленә. Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: «Әҙәмдең улы тултырған иң насар һауыт – уның ашҡаҙаны. Кешегә кәүҙәһен тоторлоҡ ашау ҙа етә. Әгәр күп булһа: ашҡаҙандың өстән бер өлөшө – аҙыҡ өсөн, тағы ла өстән бер өлөшө – эсемлек өсөн, ҡалған өстән бер өлөшө – тын алыу өсөн», – тип әйткән. Шулай уҡ Мөхәммәт бәйғәмбәр, ашҡаҙандың туп-тулы булыуы намаҙға ҡамасаулай, тип раҫлаған. Бер ваҡытта ла намаҙ уҡымаған, әммә спорт менән шөғөлләнгән кешеләр ҙә белә – ашҡаҙан тулы булғанда хәрәкәтләнеүе ҡыйын, ә намаҙҙы көнөнә биш тапҡыр уҡыйҙар.

Исламда диетаға ла ҙур иғтибар бүленә. Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: «Әҙәмдең улы тултырған иң насар һауыт – уның ашҡаҙаны. Кешегә кәүҙәһен тоторлоҡ ашау ҙа етә. Әгәр күп булһа: ашҡаҙандың өстән бер өлөшө – аҙыҡ өсөн, тағы ла өстән бер өлөшө – эсемлек өсөн, ҡалған өстән бер өлөшө – тын алыу өсөн», – тип әйткән. Шулай уҡ Мөхәммәт бәйғәмбәр, ашҡаҙандың туп-тулы булыуы намаҙға ҡамасаулай, тип раҫлаған. Бер ваҡытта ла намаҙ уҡымаған, әммә спорт менән шөғөлләнгән кешеләр ҙә белә – ашҡаҙан тулы булғанда хәрәкәтләнеүе ҡыйын, ә намаҙҙы көнөнә биш тапҡыр уҡыйҙар.
Мосолман ашыҡмай ғына, аҙыҡты һәйбәтләп сәйнәп ашай. Табиптар фекеренсә, ҡабаланып ашау ашҡаҙанды ғына боҙмай, тештәрҙе лә юҡҡа сығара. Ә инде тештәре йүнле булмаған кеше тора-бара күп кенә сиргә юлыға.
Әлбиттә, мосолмандарҙың рационында төрлө ит аҙыҡтары күп. Тик ит менән генә туҡланырға ярамай, шулай ҙа 40 көндән дә артыҡ итһеҙ йәшәргә тәҡдим ителмәй. Быны унда кеше организмы өсөн файҙалы матдәләрҙең күп булыуы менән аңлатырға мөмкин. Әйткәндәй, Ислам динен тотоусылар араһында вегетариандар юҡ.
Гүзәл заттарға заман табиптары ябығыу өсөн төрлө кәңәштәр биреп, әллә күпме дан ҡаҙана, аҡса эшләй. Ә Ислам динендә был тармаҡ нисәмә быуат элек яйға һалынып, ҡәтғи ҡағиҙәләргә әйләнгән. Мәҫәлән, Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләй­һис-сәләм, аҙыҡтарҙың бер-береһенә тура килеү-килмәүенә иғтибар итергә кәрәк, тип һанаған. Миҫал итеп шуны килтерергә мөмкин булыр ине – мосолмандар балыҡ ашағандан һуң һөт эсмәй. Шулай уҡ бер-бер артлы ике төрлө ҡайнар аш йәки туҡталып тормай ғына бер үк ваҡытта тиерлек ниндәйҙер ике төрлө ҡаты аш ашарға ярамай. Шулай ҙа емеш-еләкте теләгән тиклем төрләндереп ашарға була. Диетологтар, күберәк сей йәшелсә-емеш ашағыҙ, ит-балыҡ ҡулланығыҙ, бер тапҡыр ултырып ашағанда аҙыҡты әллә ни төрләндермәгеҙ, әммә көнө буйы ашаған рационығыҙ бай булһын, тип тыҡымаймы ни беҙгә?! Ә бит диета өлкәһендә Америка асырға кәрәкмәй. Мәҫәлән, Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең тормошон өйрәнеү ҙә етә.
Әлбиттә, мосолмандар өсөн аҙыҡ әҙерләгәндә иң мөһиме – Исламда тыйылған ингредиенттарҙы ҡулланмау.
Динебеҙ табын әҙерләгәндә өс нәмәгә иғтибар бүлеүҙе талап итә – таҙалыҡ, бөхтәлек һәм сама белеү. Шул уҡ ваҡытта табын зауыҡ менән әҙерләнгән булырға тейеш. Тик был өҫтәлде самаһыҙ бай, артыҡ мул итеүгә ҡайтып ҡалмай. Ни тиһәң дә, мосолман өсөн ашау маҡсат түгел, ә тәндә йәнде тотоу өсөн сара ғына. ҡулды ашар алдынан да, ашағас та мотлаҡ йыуырға кәрәк.
Шуға ла, исрафтан ары тороу маҡсатында Исламда алтын менән көмөш булған һауыт-һабаны ҡулланыу тыйыла. Әгәр табын әҙерләгәндә, аша­ғанда быға тиклем мосолман булмаған кешеләр ҡулланған һауыт-һаба ла алына икән, уларҙы ныҡлап таҙартырға, йыуырға кәрәк. Ашар алдынан мосолмандар: «Бис­милләһир-рахмәнир-рахим!» – тип әйтергә тейеш. Шулай уҡ бер аҙыҡтан икенсеһенә күскән һайын «бисмиллә» әйтелә.
Күпселек мосолман илдәрендә икмәкте бысаҡ менән ҡырҡмайҙар. Әммә шуны билдәләп үтергә кәрәк: Мысыр, Төркиә кеүек илдәрҙә икмәк ләүәш һымағыраҡ бешерелә һәм уны ҡырҡыуы бик ауыр, икенсенән ҡайһы бер халыҡтар, икмәкте бысаҡ менән ҡырҡһаң, Хоҙай Тәғәлә аҙыҡтан яҙҙырасаҡ, тип һанай. Тик был айырым халыҡтарҙың йолаһы ғына. Шуға ла икмәкте ҡырҡырға ярамай, тип ҡәтғи тыйыу дөрөҫ булмаҫ. Шуныһы ғына ҡәтғи: икмәк исраф ителергә тейеш түгел – өҫтәлгә ҡуйылған телемдәр бөтмәй тороп, икенсеһе килтерелмәй. Икмәк валсығы иҙәнгә төшөп китә икән, уны шундуҡ алырға кәрәк – үҙебеҙ ашамаһаҡ та, ҡоштар, мал-тыуар бар. Иҙәндә икмәк валсығы бер минут та ятырға тейеш түгел.
Мосолмандарҙың йортона ҡунаҡ, мосафир килгәндә уны ишек тупһаһын аша атлап үтеү менән өҫтәл артына саҡыра башлайҙар. ҡунаҡты ас көйө көттөрөп ултыртыу яҙыҡ, был – ялҡаулыҡ, тәрбиәһеҙлек. Әйткәндәй, ҡунаҡтарҙы өс көн буйы «өрмәгән ергә ултыртмай» ҡараһаң да, дүртенсе көнгә бер аҙ иркен тын алыу насар ғәҙәт түгел. Башҡорттар юҡҡа ғына , ҡунаҡтың ҡәҙере өс көн, тип әйтмәгән шул.
Исламда уң ҡул менән һул ҡулдың да ҡулланылышы контролдә тотола. Аҙыҡты һәр ваҡыт уң ҡул менән алыу зарур. Ә инде һул ҡул күберәк гигиена маҡсатында ҡулланыла. Шәриғәттә ҡалаҡ, бысаҡ, сәнске хаҡында бер нәмә лә әйтелмәгән. Шулай ҙа был приборҙарҙы ҡулланыу тыйылмай, тик уларҙы уң ҡул менән генә тоталар.
Әйткәндәй, һыуҙы ла баҫып торған килеш эсеү яҙыҡ, был зәм-зәм һыуын эсеүгә генә ҡағылмай. Һыу әкренләп, әҙ-әҙләп кенә эселә. Хәҙерге диетологтар ҙа боҙ кеүек һалҡын һыу эсеү менән мауыҡмаҫҡа кәңәш итә, Ислам да ошо хаҡта һөйләй. Һыуҙың бүлмә температураһында булыуы бик һәйбәт.
Иткә килгәндә, һүҙ ҙә юҡ, мосолмандар хәләл юл менән салынған малдың итен генә ашай, сусҡа, йыртҡыс йәки үләкһә ите тураһында яҙып тороуы ла артыҡ – улар ҡулланылмай. ҡасан да булһа диета тураһында уйланған һәр кем сусҡа итен ашау­ҙы бөтә табиптарҙың тыйыуын белә. Был һимереүҙән генә түгел, төрлө сирҙәрҙән дә дауа.
Читайте нас в