– Ураҙа тоттоҡ, байрамды көтөп алабыҙ. Бындай көндәрҙә халыҡ мәсеткә шул тиклем күп йыйыла, байрам намаҙына килгән йәштәрҙе күреп, бик ныҡ ҡыуанабыҙ. Аллаға шөкөр, иманға ҡайтыусылар йылдан-йыл арта бара, байрамды – байрам, ураҙаны ураҙа итеп ҡабул итәләр. Күреп тораһығыҙ бит: кешеләр мәсеткә ихлас килә, аяҡ баҫыр урын да юҡ. Аллаға шөкөр, тип әйтәһе генә ҡала! – ти улар.
Мәсеттең икенсе ҡатына менгәс, бер баланың сағыу итеп (хатта ҡысҡырыбыраҡ) «Фатиха» сүрәһен ҡабатлауын ишетеп, туҡтап ҡалдым. Шым ғына тороп тыңлайым, ул саҡ ҡына хаталаныбыраҡ булһа ла сүрәне ҡабатлай ҙа ҡабатлай. Ят күҙҙәрҙән һаҡлаған стена аша дүрт кенә йәшлек Азат исемле малай менән әсәһе ултыра икән.
– Улымды кескәй сағынан мәсеткә алып йөрөнөм, теле асылғандан алып төрлө доғаларҙы ятларға тырыша, – ти ихласлығы йөҙөнә сыҡҡан әсә.
Шулай итеп, йылдағы ун ике ай араһында солтан булған Рамаҙан айы тамамланды. Мосолмандарҙың был айҙа теләгән изге теләктәре ҡабул булһын! Ә алда беҙҙе тағы ла әһәмиәтлерәк көн –ҡорбан байрамы көтә.
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.