Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
11 Май 2023, 10:33

"Юлдаш"тар - остаздары хаҡында

Яҡын кешемә әүерелде
“Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап ҡараның күҙҙәремә”...
Был йыр һүҙҙәре күптәрҙең күңеленә уйылғандыр. кешенең тормошонда уҡы­тыусылар, остаздары була. Әлбиттә, һәр кемдең беренсе уҡытыусыһы – ата-әсә­һе­лер. Тап ата-әсә үҙ балаһын тормош нескәлектәренә өйрәтә. Артабан беренсе синыфҡа аяҡ баҫҡан саҡта тәүге уҡытыусыһын кеше үҙ күңелендә иң яҡын остазы итеп ғүмере буйына һаҡлай.  Әммә минең бөгөнгө һүҙем – радиола эшләгән йылдарым, шул хеҙмәтемә үҙ өлөшөн индергән уҡытыусым Баш­ҡортос­тандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Зифа Вәли ҡыҙы Нагаева тураһында.  

1997    йылдың аҙағы...  Мин – һи­геҙ йыл мәктәптә уҡытыусы, өс йыл хоҡуҡ һаҡлау органдарында  тәжрибә туплаған 30 йәштән уҙған ир-егет, конкурс үтеп радиоға алып барыусы булып эшләргә килдем. Конкурсты үттем, тик радиола нисек эшләп китергә, нимәнән башларға, нисек сце­на­рий яҙырға, интервью алырға, ҡотлау хаттарын мөхәррирләп,  яңылыҡтар яҙып уҡырға, бигерәк тә тура эфирға сығып, ҡайһылай радио тыңлаусылар менән әңгә­мәләр ойошторорға икәнен белмәй инем.  Радионың директоры Рәмис Рәжәп улы Дәүләтбаев  бүлмәһен­дә ултырам. Ул телефондан каби­нетына Зифа Нагаеваны саҡырып алды.
– Бына бер егет, эшкә өйрәт! – тине лә мине уға “етәкләтеп” сығарып ебәрҙе.
Зифа Нагаеваның инде исеме танылып өлгөргән алып барыусы, матур йырҙар ижад итеүсе шәхес икәне миңә мәғлүм ине... Һин шу­лай эшлә, былай эшләмә, тип ту­ҡыманы ул. Нисектер артыҡ баҫым яһамайса,  һиҙҙермәйсә үҙ үрнә­гендә, бына шулай яҡшыраҡ була, тип эштең асылына өйрәтте. Эшкә генә  өйрәтте, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, тормош нескәлектәрен,  дуҫлыҡ, туғанлыҡ, тоғролоҡ тигән төшөнсәләрҙең дә мәғәнәһен ул асты тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. 
Радиола оҙаҡ йылдар дауамын­да “Сүмес йондоҙ” хит-парадын алып барам. Әйткәндәй, йыр бәй­геһенә исем уйлағанда ла Зифа апай тап был исемде тәҡдим итте. Халыҡсан, ябай һәм шул уҡ ваҡытта ҡолаҡҡа инеп ҡала торған исем булһын, тине ул. Хәҙер хит-парадтың концерттарын да ойош­тора башланым. Тәүгеләре, әлбит­тә, ҡытыршыраҡ булды. Һуңғы йыл­дарҙа был концертты Зифа апай менән бергә алып барабыҙ.  Бында ла ул сәнғәт өлкәһендә, сәх­нәләрҙәге ҙур тәжрибәһе менән уртаҡлашып, концерттар­ҙың сағыуыраҡ, популярлыраҡ булыуына ҙур өлөш индерә. 
Инде  сирек быуат буйы мин уға, уҡытыусым, остазым, тип хөрмәт менән өндәшһәм дә, Зифа Вәли ҡыҙы минең өсөн серҙәремде уртаҡлашыр бер туған апайым,   иңен ҡуйыр дуҫым кеүек бик яҡын кешемә әүерелде. Әле булһа  унан күп нәмәгә өйрәнәм, кәңәш һорап мөрәжәғәт итәм.  Тормо­шомда шундай яҡын дуҫым, уҡы­тыусым, остазым булыу менән бәхетлемен.

Рәхмәттәрем сикһеҙ һиңә, Зифа апай!
Уҡытыусы, яҡты ҡояш кеүек,
Күңелдәрҙе наҙлап йылыта.
Ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа,
Сабыр һүҙе менән йыуата.
Ҡайғы килгәндә лә, көслө бул, тип
Шул остаздар беҙҙе өйрәткән.
“Уҡытыусы” менән “Әсәй” һүҙе
Бергә һарҡып сыға йөрәктән.
                                  
Азат ФАЗЛИӘХМӘТОВ,

Башкортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. 

Мин һеҙҙән уңдым, уҡытыусым!

Баланың ниндәй булып үҫе­үендә уҡытыусының өлөшө ҙур. Беҙ – уның абруйын та­ныған, баһалаған дәүер ба­лалары. Һәр беребеҙгә тигеҙ иғтибар бүлгән, күңел йылы­һын биргән уҡы­тыусылары­быҙҙың хеҙмәте өсөн бөгөн рәхмә­тебеҙҙе әйтә­беҙ. Һүҙем – һоҡ­ланғыс кеше, Баймаҡ ра­йоны Йылым ауы­лында йә­шәүсе рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Риза ҡыҙы Мостафина тура­һында. Тап уның өлгөһөндә тырышып уҡып, алға ынтылдым.
Зилә Риза ҡыҙы класс етәк­себеҙ булды. Бөгөнгөләй хәте­ремдә – бөхтә, зауыҡлы кейем­дәге апай 5-се класта беҙҙе үҙенең ҡанаты аҫтына алды. Ул һәр баланың яҡшы кеше булы­уына ышаныс күрһәтте, күңелде үҫтерерҙәй һүҙҙәр таба тор­ғайны. Дөрөҫ йәшәргә, эшһөйәр­леккә, намыҫлы булырға, тәр­типкә өйрәтте, аҡыллы һәм уңышлы булырға ҡанат ҡуйҙы. Үҙеңде уратып алған донъяның матурлығына хайран ҡалып, һәр мәлдең ҡабатланмаҫ булыуын тойоп йәшәргә кәрәклеген дә ул аңлатты.
Уҡытыусымдың тормош кә­ңәштәре һәр ваҡыт иҫтә. Бала саҡта бер аҙ аңлап етмәһәк, үҫә бара төшөндөк. Зилә Риза ҡы­ҙының алиһә кеүек төҙ, текә, ипле генә баҫып йөрөүенә һоҡ­лана торғайныҡ. “Кәүҙәгеҙҙе тура тотоғоҙ, кейемегеҙ һәр ваҡыт таҙа, бөхтә булһын. Спорт менән дуҫ булығыҙ”, – тип өй­рәтте. Ҡышын класыбыҙ менән бер­гәләп йыш ҡына саңғыла йөрөгән мәлдәр оно­толмай. Уҡытыусыбыҙ гөл-сәскә, баҡса эштәрен ярата. Шуға ла баҡса эшенә бәләкәйҙән ылыҡтырҙы. Кластағы гөлдәрҙең туҙанын көн дә иртән һөртә инек. Таҙалыҡ тәүге урында булды. Дәрестәр башланыр алдынан һәр дежур класты елләтеп, туҙанын һөртөп, әҙерләп ҡуйыр ине. Рус теле кабинеты биҙәлеше һәм гөл-сәскәләре менән айырылып торҙо. 
Уҡытыусыбыҙ – ғәжәйеп һоҡ­ланғыс, төрлө йүнәлештәге һә­ләте булған, киң эрудициялы шәхес. 
Әҙәбиәт дәрестәрендә һәр әҫәр тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләүен онотмайым. Улар­ҙың йөкмәткеһен тәфсирләп төшөндөрөп, күңелемдә әҙә­биәт­кә, телемә ҡарата һөйөү уятты ул. Тәүге ижад емештәрем дә ошо осорҙа бөрөләнде. Шиғыр йә мәктәп тормошонан мәҡәлә яҙып маташҡан мәлдә Зилә Риза ҡыҙы күңелемә ҡанат ҡуйҙы. Һайлаған һөнәрем фи­лолог булһа ла, нәҡ журна­листика өлкәһендә хеҙмәт итә­сәгемде ошо мәлдән тойҙом. Телдең байлығын, матурлығын, бөйөклөгөн, милли рух орлоҡ­тарын күңелгә һалып, һүҙ ҡәҙе­рен белергә өйрәткән уҡытыу­сым булыуы менән бәхетлемен. Белем генә түгел, тормош сер­ҙәре менән дә бүлешкән, матур­лыҡты тойорға өйрәткән Зилә Риза ҡыҙы тормош тәрбиәсем дә булып тора. Бары һеҙгә рәхмәт һүҙҙәремде еткереп, шулай тип кенә әйткем килә: “Мин һеҙҙән уңдым, уҡытыусым!”

Сәриә РАМАЗАНОВА.



Улар – илһам маяғы


Ер йөҙөндәге иң ҡатмарлы, иң серле затҡа – кешегә аң-белем, тәрбиә бирә белеү – үҙе бер талант, тәбиғәт биргән ҡөҙрәт.
Ғиниәт Ҡунафин.

– “А”, һуңынан “Т”, тағы ла берҙе “А” һәм “Й” хәрефен яҙаһың, – тип аңлатам 5 йәшлек ҡыҙыма. Шулай итеп Камилә “атай” тип яҙҙы ла янына ҙур итеп йөрәк төшөрөп ҡуйҙы.
...Йыл ярымдан үҙемдең ҡыҙым да 1-се класҡа бара... Әле яңы ғына күҙҙәреңде мөлдөрәмә тултырып йүргәктә ята инең түгелме? Һине әйткән булам... Үҙем яңы ғына хәреф танырға өйрәнә инем бит. 
Ошо уйҙарым вайымһыҙ бала сағыма алып ҡайтты. Бына мин тәпәш кенә журнал өҫтәле артында ултырам. Битемә төшкән һап-һары сәстәремде ҡолаҡ артына ҡыҫтырам да дәфтәр битенә нимәлер сыйғылайым. Тирә-яғымда – йомшаҡ уйынсыҡтар. Һәр ҡайһыһының алдында китап, “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары, “Йәншишмә”, “Йәшлек” гәзиттәре. Ҡаршымда – икенсе класҡа бара алмай яңынан беренсегә төшөп ҡалған күрше малайы. Һәм әсәйемдең быялаһы төшкән күҙлеген кейеп, оҙон указка тотоп алып апайым Гөлнара йөрөй. Ул – уҡытыусы. 
Эйе, ғилем тигән оло диңгеҙгә, белем карабына ултыртып алып инеүсе беренсе уҡытыусым үҙемдән 5 йәшкә генә өлкәнерәк апайым булды. Элек әҙерлек класы тигән төшөнсә юҡ ине. Бәлки, ҡала ерендә булғандыр, әммә мин ауылда үҫтем. Шулай ҙа мәктәпкә барғансы уҡый ҙа, яҙа ла белә инем. Апайым яҡшы уҡытҡан. Күрше малай ҙа башҡаса кластан класҡа төшөп ҡалманы. 
Мәктәп йылдарында атайым менән әсәйем иң яратҡан уҡытыусыларыма әүерелде. Атайым Салауат Батыр улы Батыраев  рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытһа, әсәйем Мәрзиә Яҡшыбай ҡыҙы  башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Әле өлкән кеше күҙлегенән ҡарайым да, ҡайһылай үҙемдең ғәзиздәрем көслө уҡытыусылар булған, тип һоҡланам. Атайыма, бәлки, уҡытыуы күпкә еңелерәк булғандыр. Ни тиһәң дә, рус теле – дәүләт теле. Әсәйемдең иһә бөйөк башҡорт теле, башҡортлоҡ тигән изге төшөнсәләре ҡаршы фекерҙәр, ҡараштар менән әҙ бәрелешмәне. Шулай ҙа ул хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәбебеҙҙә башҡорт теле уҡытылды, башҡортса саралар ойошторолдо, уҡыусылары республика кимәлендәге төрлө бәйгелә призлы урындар яуланы. 
Салауат Батыр улы һәм Мәрзиә Яҡшыбай ҡыҙы Уҡытыусы тигән исемде әле лә ғорур йөрөтә. Уҡыусылары: “Иң хөрмәт иткән уҡытыусыларыбыҙ, рәхмәт һеҙгә!” – тип йыш ҡунаҡҡа килә.
Университет йылдарында  яратҡан остазым  Первеева Галина Владимировна булды. Бер танышы булмаған, тәү тапҡыр төньяҡ баш ҡалаға аяҡ баҫыусы ҡыҙ балаға ул уҡытыусы ғына түгел, терәк-таянысҡа ла, кәңәшсегә лә, серҙәшкә лә әүерелде. Ниндәйҙер дисциплина уҡытыусыһына зарланып хәбәр һөйләгәнем иҫтә. Йәнәһе лә, аңлатып бөтмәй, теманы төшөнә алмайым. Шул саҡ ул миңә: “Университетта белем бирмәйҙәр, кәрәкле белемде ҡайҙан эҙләргә, табырға өйрәтәләр. Оло тормош юлына әҙерләйҙәр”, – тигәйне. Был һүҙҙәр шул тиклем хәтерҙә уйылып ҡалған. 
Уҡытыусыларымдан уңдым, шөкөр! Эшемдә лә остаздарым бар. Бай тәжрибә туплаған хеҙмәттәштәрем белемен ҡыҙғанмай, эш серҙәренә төшөнөргә ярҙам итеп тора. Уҡытыусы-остаздарым миңә илһам маяғы булып, дәртләндереп, дөрөҫ йүнәлеш күрһәтә. Шуға ла һәммәһенә оло хөрмәт менән ҡарайым һәм сикһеҙ рәхмәтлемен. 
– Әсәй, әсә-ә-әй! “Әсәй” нисек яҙыла?! – тип бүлдерҙе хәтирәләр теҙмәһен ҡыҙым.
– “Ә”, һуңынан “с”, тағы ла “ә”, аҙағында “й” яҙыла.
Ни өсөндөр ҡыҙым уңдан һулға “әсәй” тип яҙҙы ла, эргәһенә ҙур итеп йөрәк төшөрөп ҡуйҙы. 

Роза УСМАНОВА, 
“Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәре.


Лайыҡлы һөнәр эйәләре

Ғүмер баҫҡыстарын үткәндә тирә-яҡ мөхит, яҡын кешеләрең һинең үҫешеңә йоғонто яһап, төр­лө хәтирә, билдәле эҙ ҡалдыра. Минең ата-әсәйем – Нәфисә менән Өлфәт Ҡор­бановтар – беренсе тәр­биә­селәрем, миңә тормош һабаҡ­тарын өйрәтеүсе яҡын кеше­ләрем. Улар үҙҙәренең үрнәк­тәрендә беҙ­гә намыҫлылыҡ, кешеләргә иғти­бар­лылыҡ, туған телебеҙгә, ере­беҙгә, йыр-моңға, ижадҡа мөхәб­бәт тәрбиәләне. Бының өсөн ҡә­ҙер­леләремә мәңге рәхмәтлемен!
Саҡмағош районының Се­йәлекүл башланғыс мәктәбендә беҙҙе белем донъяһына алып ингән беренсе уҡытыусым Мәсғүҙә Ишбулдина ла һәр саҡ күңелдә. Өйрәткән ғилеме, тәрән мәғәнәле һүҙҙәре, яҡшы кәңәштәре һаман да иҫтә.  Ғүмерен балаларға, уларҙы тормошҡа әҙерләүгә бағыш­лаған, ошо маҡтаулы эшкә бар күңелен һалған, уҡыусылар йөрәгенә асҡыс таба белгән, тынғыһыҙ, көслө рухлы Мәсғүҙә апай күрше Балтас ауылынан ине. Ниндәй генә көн торошо булыуына ҡарамаҫтан, көн дә алыҫ араны үтеп иртә таңдан килеп етеп, беҙҙең кескәй күңелдәргә белем орлоҡтары һалды.  Беҙ унан күреп бала саҡтан маҡсатлы булыу, яуаплылыҡ, теүәллек кеүек матур сифаттарҙы нығытып үҫтек, тәртипле булдыҡ. 
Яңы Ҡаръяуҙы мәктәбендә лә ысын дәрәжәлә мөғәллим тигән бөйөк исемгә лайыҡ уҡытыусылар ҡаршыланы. Беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алған синыф етәксебеҙ Флүрә Ҡунафина, төрлө фәндән белем биргән уҡытыусылар  Флера Әхтәмова, Альмира һәм Николай Кала­гаевтар, Филзә Нуретдинова, Әхәт Ҡунафин, Резеда Әхмәтова, Зөлфә Бүләкова, Хәниә Батраева – һәммәһе лә минең өсөн бик яҡын. Синыф етәксебеҙ, рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Флүрә Бакир ҡыҙы, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма   Миңлехәжип    ҡыҙы – үҙ эшенә ихлас бирелгән бел­гестәр, беҙҙә телгә, әҙәбиәткә мөхәббәт, халҡыбыҙ менән ғорурланыу, хөрмәт тойғоһо, белемгә ынтылыш тәрбиәләп, буласаҡ һөнәр алыуға йүнәлеш  бирҙеләр. Улар алып барған дәрестәр һәм синыфтан тыш уҙғарылған саралар ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла, фәһемле лә ине. 
Римма Миңлехәжип ҡыҙы, балалар уҡытыу менән бер рәттән, шиғырҙар ҙа яҙып, беҙҙе лә серле шиғриәт иленә алып инде, ижадҡа рухландырҙы. Римма Ғәйнанова белем һәм тәрбиә биргән балалар – бөгөн халыҡҡа хеҙмәт итеүсе лайыҡлы һөнәр эйәләре. 
Мифтахетдин  Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт пе­дагогия университетында телде, әҙәбиәтте үҫтереүгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөү уятыуға күп тырышлыҡ һалыусы остаздарым  Муса Ғайса улы Мөлөков һәм  Лотфулла Ғәйфулла улы Хәбибов булды. Белемгә ялҡын ҡабы­ҙыусы уҡытыусылары­быҙҙың тел, әҙәбиәттәге ғилми тик­шеренеүҙәре, лекциялары беҙҙе, студенттарҙы, һәр яҡлап үҫтерҙе.  Улар ғилем биреп кенә ҡалманы, йәшәүҙең матурлығын күрергә, хыялдарға ынтылырға, уйлана белергә, рухи байлыҡ тупларға, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға ла өйрәтте. 
“Юлдаш” радиоһында эшләй башлауыма ла байтаҡ йылдар үтте. Бында һөнәри оҫталыҡҡа өйрәткән остаздарым менән дә ғорурланам. 
Ниндәй генә бейеклектәргә күтәрелһәк тә, уңыштарыбыҙҙың юл башы ата-әсә тәрбиәһе һәм уҡытыусыларҙың фиҙакәр хеҙ­мәте һөҙөмтәһендә һалына. Һәр остазыма сикһеҙ рәхмәтлемен, улар алдында баш эйәм! Һәммәһенә сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйем!

Флорида ҠОРБАНОВА,  
Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.


Атаһы васыятына тоғролоҡ һаҡлап

Беҙҙең арала фиҙакәр хеҙ­мәте менән оло хөрмәт ҡаҙан­ған һоҡланғыс уҡытыусылар байтаҡ. Уларҙың күбеһе инде хаҡлы ялда, шулай  булыуға ҡарамаҫтан,  мәктәпкә ашыҡҡан уҡыусыларҙы күреп, улар һис кенә лә тыныс ҡала алмай. Күңелендәге иң яҡты хәтирәләр уларҙы мәктәп йылдарына алып ҡайта торғандыр. 
Мөнирә Мөхәммәтрәхим ҡы­ҙы Рәхимова – мәғариф өл­кәһендә лә, минең күңелемдә лә тәрән эҙ ҡалдырған уҡы­тыусыларҙың береһе. Дәүләкән районының Бик-Ҡарамалы мәктәбен тамамлап, тыуған ауылына  юғары белемле уҡытыусы булып ҡайта ул, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаларын юғары кимәлдә башҡара. Ҡырҡ йыл педагогик хеҙмәт стажы булған мөғәллимә бө­гөн дә тәрбиәүи-мәҙәни са­раларҙың уртаһында ҡайнай.
Хеҙмәт дәүерендә бихисап дәрәжәгә өлгәшкән,  уҡыу­сылар  һәм ата-әсәләр тарафынан рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәренә лайыҡ уҡытыусыма рәхмәтем сикһеҙ.
“Атайым һуғышҡа киткәндә  әсәйемә  балаларға белем биреүҙе васыят итеп ҡалдыра, – тип иҫкә ала өлкән уҡы­тыусы Мөнирә Мөхәм­мәтрәхим ҡыҙы. – Ғәзиземдең һүҙен тотоп, тыуған мәк­тәбемдә эшләүем ғорурлыҡ ҡына өҫтәй”. Ғаиләләге алты баланың бишеһе педагог һөнәрен һайлай. Мәктәп уның өсөн – аҡыллы, белемле, тыуған илебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр тәрбиәләй торған изге урын.  
Дәүләкән районының Бик-Ҡарамалы ауылы мәктәбе тарихында яҡты эҙ ҡалдырған Мөнирә Мөхәммәтрәхим ҡыҙы Рәхимова йәш быуынды тәр­биәләү аша киләсәк заманға юл һалыусы аҫыл зыялы­ларыбыҙҙың береһе. Мин шундай уҡытыусыла белем алыуым менән ғорурланам. Остазыма һаулыҡ, сабырлыҡ, һәр саҡтағыса үҙ һөнәренең оҫтаһы булып илһамланып эшләүен, оҙон ғүмер теләйем.

Рәсимә ҒӘЙНЕТДИНОВА.


Иңдәремә ҡанат ҡуйыусы 

Уҡытыусы – үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Минең уҡытыусым да шул шәм сыраһы кеүек, йылдар үткән һайын тормош юлымды нығыраҡ яҡтырта... 
Уны тәүгә күргән көнөм – бала сағымдың иң яҡты иҫтәлеге. Башланғыс белемде Күгәрсен районының Бикес ауылында алғас, 5-се синыфҡа күрше Теләүембәт урта мәктәбенә ҡабул ителдек. 1 сентябрь иртәһе етте. Эй, тулҡынланыуҙарым! Шулай булмай ни, яңы мәктәп, яңы синыф етәксеһе, яңы класташтар, яңы уҡытыусылар... Әсәйем ҡалын сәстәремде икенән үреп төшөрөп, аҡ таҫмалар таҡты. Матур мәктәп формаһы, аҡ ойоҡ кейеп, аҡ алъяпҡыс тағып, «тәтәй ҡурсаҡ» һымаҡ мәктәпкә юл тоттом. Ҡулымда – әсәйем баҡсанан өҙөп, георгин, гладиолус сәскәләрен ҡатыштырып эшләгән, минең өсөн ер йөҙөндәге иң ҡупшы букет. Әле лә шундай гөлләмәне күрһәм, бала сағыма ҡайтҡандай булам... Беҙҙе бик матур биҙәлгән синыфҡа индереп ултырттылар. Стенала – башҡорт яҙыусыларының сағыу портреттары, улар тарафынан әйтелгән ҡанатлы һүҙҙәр. Тәҙрә төбөн йәмле гөлдәр биҙәй, класс бүлмәһе шул тиклем ҡотло, йәмле, яҡты.  Бер аҙҙан бүлмәгә тулҡынланып торған һары сәсле, асыҡ зәңгәр күҙле, бик мөләйем, һылыу апай килеп инде лә, ихлас йылмайып: «Һаумыһығыҙ, балалар, мин һеҙҙең синыф етәксегеҙ Рәшиҙә Мәхийән ҡыҙы Илсеғолова булам. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем бирәсәкмен», – тине. Һөйләгәндә уның күҙҙәре осҡонланып, яғымлы ҡарашы яҡтырып, алтын алҡалары емелдәп китә ине. 
Күп йылдар үтһә лә, уҡытыусымдың ошо образы һәр ваҡыт минең күңел түрендә. Баланы шәхес булараҡ тәрбиәләүҙә остазымдың өлөшө ҙур.  Үҙ эшен яратҡан уҡытыусы ғына артабан баланың һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итә.
Изгелек, дуҫлыҡ, дөрөҫлөк, ғәҙеллек, тыуған ил, Ватан төшөнсәләренең ҡәҙерен белергә өйрәтте Рәшиҙә Мәхийән ҡыҙы. Һәр дәресен мауыҡтырғыс итеп үткәреп, балаларҙа туған телгә, туған әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятып,  телмәр үҫешен сарлап, серле белем донъяһына әйҙәй белә ине ул. Ошонан алып журналистика өлкәһе менән ҡыҙыҡһына башланым. Сөнки һәр яҙған иншамды Рәшиҙә апай юғары баһалап, мине ҡанатландырып, күңелемде үҫтереп ебәрә ине. Уның уҡыусылары йыл һайын район һәм республика күләмендәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Ул ижади ҡарашлы, киң эрудициялы, үҙ-үҙенә ҡарата талапсан, эшһөйәр уҡытыусы булды. Кластан тыш та беҙҙең менән әүҙем шөғөлләнә ине, бигерәк тә олимпиадаларға әҙерлек барышында... 40 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Рәшиҙә Мәхийән ҡыҙы Илсеғолованың тырыш хеҙмәте хөкүмәт тарафынан да лайыҡлы баһаланды: Зәйнәб Биишева исемендәге  премия лауреаты, «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән исем бирелде. 
Тормошта һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Уға булған хөрмәт һәм ихтирам йылдар аша арта ғына. Мине генә түгел, әсәйемде лә ғилем баҫҡыстары буйлап юғарыға әйҙәгән уҡытыусыбыҙ ул - Рәшиҙә Мәхийән ҡыҙы.  
Бәләкәй генә аҙымдан ҙур киләсәк төҙөлә. Кескәй генә ҡыҙсыҡтың йөрәгендә осҡон уятып, уны ҙур эштәргә ҡанатландырған, бар энергияһын, көсөн, белемен туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә арнаған уҡытыусыма ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, йән тыныслығы, беҙҙең – уҡыусыларының уңыштарына шатланып йәшәүен теләйем!

Гөлназ ХӘЛИТОВА.


Рәхмәтем уҡытыусыларыма!
Кешенең шәхес булып формалашыуында уҡытыусылар һәм үрнәк алған кешеләрҙең йоғонтоһо ҙур. Ваҡытында йүнәлеш биргән, көслө яҡтарыңды күреп, юғары үрҙәргә ҡанатландырған кешеләр булғанда маҡсаттарға барыуы күпкә еңелерәк.

Мин бәләкәй саҡтан сит тел­дәргә ҡыҙыҡһыныу уятҡан­, синыф етәксебеҙ Рәмилә Ғәбделхәй ҡыҙы Боҫҡоноваға бик рәхмәтлемен. Ул 33 йыл Бөрйән районының Әбделмәмбәт урта мәктәбендә немец һәм инглиз телдәренән уҡытты. Бөгөн уҡытыусыбыҙ хаҡлы ялда. Беҙ уны, үҙ фәнен бик яҡшы белгән, талапсан һәм ғәҙел остаз бу­лараҡ, хөрмәт итәбеҙ. “Уҡытыу­сым Зәки Ғилман улы миндә сит телдәргә хөрмәт уятты. Телдәр өйрәнеү миңә бик еңел бирелде. Бәләкәй балалар менән эшләү бигерәк оҡшай ине. Уларҙы фән яңы һәм ят булыуы ҡыҙыҡ­һындыра”,– ти Рәмилә Ғәбделхәй ҡыҙы. Уҡытыусыбыҙ ижади ҡа­рашлы оҫта белгес тә, кәңәш  биреүсе дуҫ та булды. Бергә үткәргән саралар, иҫтәлекле урын­дарға сәйәхәт һәм ярыш­тарҙы  йыш иҫкә алабыҙ.
Рәмилә Ғәбделхәй ҡыҙы кеүек сит телдәрҙә һөйләшергә ине, тигән хыял мине лә инглиз теле уҡытыусыһы һөнәрен үҙләш­терергә этәрҙе. Бөгөн үҙ йүнә­лешемдә эшләмәһәм дә, тел белеүем сит илдәрҙә сәйәхәт итеүҙә, тәржемәүи ғәмәлдәр баш­ҡарғанда, сит телдә китаптар уҡырға ярҙам итә. инглиз телендә аралашыуым журналист һөнәрендә сит ил белгестәре һәм ҡунаҡтарынан интервью алғанда бик ҡулай.
Мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда үҙ һөнәренең оҫ­таһы булған остаздарҙың уҡыу­сыһы булыуым менән бик бәхетлемен. Әбделмәмбәт урта мәктәбенең тәжрибәле ветеран-уҡытыусы­лары Нәсимә Ишбулды ҡыҙы Усманова, Рәйфә Ырыҫйән ҡыҙы Усманова, Зөлхизә Хәсән ҡыҙы Шәмиғолова, Булат Ну­риәхмәт улы Усманов, Рәил Фәрүҡ улы Маликов, Илдар Сабир улы Усманов, Миңнур Мөхә­мәтйән ҡыҙы Ҡасимова, Зифа Исхаҡ ҡыҙы Ғәлекәйеваға рәх­мәтем сикһеҙ. Минең ижади кү­ңелемдә етди фәндәргә ҡарата ҡыҙыҡ­һыныу уятҡан хөрмәтле уҡытыу­сыларым – физика фәне белгесе Мәрзиә Сәғит ҡыҙы Мәсәғүтова һәм химия уҡы­тыусыһы Гөлфиә Ишмырҙа ҡыҙы Байназарова хаҡында ла хә­тирәләр йөрәк түрендә һаҡлана.
Еңел булмаған мөғәллим һөнәрен һайлап, бала күңеленә асҡыс табып, уға белем һәм тәрбиә биргән һәр уҡытыусыға һоҡланыу һәм ҙур хөрмәт менән ҡарайым. Эштәрендә уңыштар һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйем!

Нурзилә УСМАНОВА.


Башланғыс белем яҙмышты билдәләй
Кешенең шәхес булып формалашыуында уҡытыусылар һәм үрнәк алған кешеләрҙең йоғонтоһо ҙур. Ваҡытында йүнәлеш биргән, көслө яҡтарыңды күреп, юғары үрҙәргә ҡанатландырған кешеләр булғанда маҡсаттарға барыуы күпкә еңелерәк.

Ҡулда – ҡара дипломат, өҫтә спорт костюмы менән аяҡта осло башлы лаклы ҡара туфли модала булған заманда уҡыным мин мәктәптә. 
Беренсе класҡа 1995 йылда барҙым.  Күрше ауылға йөрөп белем алдыҡ. 1988 йылда тыуған балалар булмағанмы әллә күп­тәрен алты йәштән биреп бөт­кәндәрме,  ауылдан мин бер үҙем инем. Бөтәһе менән бергә барам, ә бына ҡайтҡанда һәр ваҡыт бер үҙем атлайым. Йә өлкән кластарҙа уҡыған ауылдаш малайҙарҙың дәресе бөткәнен көтөп ултырам. Бигерәк тә Илдус тигән дуҫ егетте көтөп ала торғайным, сөнки уның әсәһе Нәйлә инәй мәктәп янын­дағы балалар баҡсаһында эшләне, ә беҙ юл ыңғайы шунда инеп кеҫәл, керәндил, кәтлит һәм башҡа тәмлекәстәр менән һыйлана инек. 
Яҡшы уҡыным, сөнки беренсе уҡытыусым көслө ине. Ғөмүмән, башланғыс белем кешенең буласаҡ яҙмышын билдәләй, минеңсә. Һәм ошо белемде биргән тәүге остазым Фәүзиә Сәлимйән ҡыҙы Әбдел­ғужинаға рәхмәтлемен. Мин ирешкән уңыштар һәм үрҙәрҙә уның өлөшө бик ҙур. Һәр баланың һәләтен күрә белгән, шул уҡ ваҡытта уны төрлө яҡлап та үҫтергән уҡытыусы ул. Ҡурҡтыҡ та беҙ унан, яраттыҡ та. Хөрмәте­беҙҙе шулай сағылдырғанбыҙҙыр. Шул тиклем тыныс, әммә ныҡ талапсан булды. 
Минең өсөн өйгә эште эшләмәй барыу язаға тиң була торғайны. Эстән ныҡ өҙгөләнә инем, шуға һәр ваҡыт әҙер йөрөргә тырыштым. Әммә бер көн урамда оҙаҡ уйнап, онотолоп киткәнмен. Ҡайтып көндәлекте ҡараһам, иртәгәлеккә ҡар бабай төшөрөп килергә ҡушҡандар. Һуң булһа ла ултыр­ҙым, әммә буяуҙың бумалаһын тапмайым. Юҡлыҡ булған­дырмы, запасы ла юҡ, күршеләргә инер инең, ваҡыт һуң. Атай сығып китте һарайға, ат ялынан яңыһын эшләп индерҙе, ә беҙ әсәй менән төнгө сәғәт өскә тиклем ҡар бабай яһаныҡ. Ул һүрәтем класта икенсе урын алды шикелле, яңылышма­һам. Үҙ-үҙемә талап­санлыҡ шул йылдарҙа һалынғандыр, тимен... 
Беренсе уҡытыусым инде хаҡлы ялда, әммә бер ҙә генә буш ултырмай. Минең өсөн бөтөнләй икенсе яҡтан асылды ул. Беҙ бала саҡта тыныс ҡына күренгән Фәүзиә апай (беҙ мәктәптә уҡытыусыға исем-шәрифләп түгел, ә апай тип өндәш­тек) әлеге көндә "Миләш" йыр ансамблендә йырлай, "Дарман" бейеү ансамблендә бейей, "Йән­төйәк" халыҡ театрында уйнай, милли биҙәүестәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә һәм башҡа йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. 
Бөгөнгө яҙмам менән, бәлки, мине уҡытҡан башҡа уҡытыу­сыларҙы үпкә­ләтермен. Бер үк ғәйепләмәгеҙ, белем һәм һабаҡ биргән һәр остазыма рәхмәтлемен.  Әммә һеҙҙең ҡулға бит беренсе уҡытыусым Фәүзиә Сәлимйән ҡыҙы һалған "багаж" менән килеп эләктем. Ғөмүмән, тормошта беренсе булған хис-тойғолар бер ваҡытта ла онотолмай. Беренсе мөхәббәт һәм тәүге үпәс тә, беренсе эш хаҡы һәм уға алынған әйбер ҙә, тәүге автомобиль дә, беренсе уҡытыусы ла...

 Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ.


Күңелдәргә илһам һалды
Мәктәпкә тәүләп аяҡ баҫҡан көн, тәүге дәрес һәм беренсе уҡытыусы образы... Күптәр өсөн улар бала саҡтың матур иҫтәлеге булып һаҡлана. Бәләкәй балаларҙы уҡырға һәм яҙырға өйрәтеүҙән тыш, тәртипкә, тәрбиәгә, йәмғиәт ҡағиҙәләренә төшөндөрөү, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ төшөнсәләрен аңлатыу ни тиклем ҙур эш булғанын йылдар үткәс кенә аңлайһың. 

Минең тәүге уҡытыусым Зем­фира Ғәлимйән ҡыҙы Ғөбәйҙул­лина – һәр уҡыусы күңеленә асҡыс таба белгән остаздарҙың береһе. Ул Бөрйән районының Әбделмәмбәт урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. “Буласаҡ һөнәр һайлағанда оҙаҡ баш ватманым. Тәүге уҡытыусым Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы Ишбаева миндә был һөнәргә һөйөү тәрбиәләгәндер. Уның бар ерҙә лә өлгөр, әүҙем булыуына бөгөн дә һоҡланам. Уның менән ғорурланам һәм өлгө алам”, – ти Земфира Ғәлимйән ҡыҙы.
Уҡытыусы булыу теләге уны Башҡорт дәүләт университе­тының Сибай филиалына илтә. 20 генә  йәшендә ауыр ҙа, яуаплы ла хеҙмәт юлын башлай.  Ә быйыл инде дүртенсе быуын балаларҙы – сираттағы класын сығарырға әҙерләнә. 
Земфира Ғәлимйән ҡыҙы – үҙ эшенә  ижади ҡараған, һәр ба­лаға иғтибарлы һәм талапсан белгес. Беҙ, уның тәүге сыға­рылыш синыфы, тап шундай ос­тазыбыҙ булыуы менән ғорурбыҙ.  Ул беҙгә һәр ерҙә матурлыҡты күрергә, уны һынландырырға өйрәтте. Сөнки үҙе лә шиғыр яҙырға, һүрәт төшөрөргә бик оҫта. Беҙҙе беренсе класҡа ҡабул иткәндә ойошторолған сарала күптәребеҙ ул ижад иткән шиғырҙарҙы һөйләнек. Класыбыҙ менән тау башына сығып, ысын рәссамдар кеүек һүрәт төшө­рөүебеҙ, ҡарҙан үҙенсәлекле һындар әүәләп, туҡымаларҙан күлдәк тегеп конкурстарҙа еңеүебеҙ бөгөн дә хәтерҙә. Минең өсөн бигерәк тә класс ме­нән бергә китап уҡыған мәлдәр  оҡшай ине. Әҫәрҙе уҡып бөткәс, фекер алышабыҙ, бәхәсләшәбеҙ, хатта геройҙарҙың артабанғы яҙмышын да күҙаллап ҡуя инек. Беҙ уның менән  төрлө район һәм республика конкурсында ҡат­наштыҡ. Башҡорт теле һәм әҙә­биәте олимпиадаһындағы тәүге еңеүем дә Земфира Ғәлимйән ҡыҙы менән бәйле. Телгә, ижадҡа шул ваҡытта һалынған һөйөү мине башҡорт һәм сит телдәр белгесе һөнәрен үҙләштереүгә, журналистика донъяһына алып килде. 
Бөгөн дә  уҡытыусыбыҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ. Ул илебеҙҙең төрлө тарафында йә­шәүсе тәүге ҡошсоҡтарын ҡе­үәтләп, кәңәштәрен биреп тора. Земфира Ғәлимйән ҡыҙына киләсәктә лә уңыштар, аҡыллы һәм тәрбиәле уҡыусылар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. 

Нурзилә УСМАНОВА.


Һәр кем йөкмәр йөк түгел

Остаз. Бала уға мохтаж. Остаз тигәндә лә, оҫта тигәндә лә, инде нисәнсегә бөйөк уҡытыусым Марат Муллағоловты ғорур­ланып атайым. «Бөйөк» һүҙе самаһыҙ тойолмаһын, тап шундай шәхес булды. 
Үҙе ижади ағай беҙҙе лә бөтә яҡлап ижадилыҡҡа өндәне. Өндәп кенә ҡалманы, юл күрһәтте. Фотоға төшөрөү бөгөн генә бик ябай, көнкүреши кимәлдәге күренеш, ул мәлдә сәнғәт ине. Урта синыфтарға етеүгә бының менән шөғөлләнеү теләге миндә түҙгеһеҙгә әйләнде һәм, үҙем эшләп алған аҡсаға әсәйемдән дә өҫтәмә менән, фотоаппаратлы, башҡа кәрәк-яраҡлы булдым. Таҫмаға кешеләрҙе генә түгел, уларҙан да бигерәк тәбиғәтте теркәгәнем ҡайһылайҙыр ағайға ла билдәле булған да, шундуҡ күтәрмәләп ебәрҙе. Ә өйөндә минең хыял — фотолабо­рато­рия­һы бар булып сыҡты. Уҡытыусы йорто былай ҙа икенсе бер планетала урынлашҡан була, ә бында — тотош фото донъяһы! Фото­мыл­тығына тиклем эленеп тора. Булмай ни — Бөрйәндең таң ҡа­лыр­лыҡ ҡынамы, аңды алырлыҡ тәбиғәтен ана күпме төшөргән. Ә китаптары һуң! Тышҡы һын өсөн генә тигеҙ теҙелмәгәндәр, ҡай­һылары ҡырын баҫҡан, бәғзеләре кәштәгә лыпын ятҡан. Үҙемдә лә бар ул китапхана, ләкин киңлек бында икенсе. Тыйнаҡһыҙлыҡ тип ҡабул ителмәһә, руссаға ла әүәҫлегем иғтибарға алынған — тәржемәләргә ҡуша башланы. «Самый человечный человек» тигән тотош баҫманы тыл­мас­ларға ҡушылды. Бөгөн, ике телдә ижад итеүем арҡаһында, Һүҙ Ғәле йәнәптәрен эстән дә күрә башлауым, йөрәген тойоуым, һулышын һиҙеүем тураһында әйткәндә, уҡытыусыма, уның рухына рәхмәт белдерәм дә белдерәм.
Рәссам да булды ағай. Һы­ҙыҡһыҙ-ниһеҙ аҡ ҡағыҙҙа тота килеп плакат шрифты менән нимәлер яҙып ҡуйыуын ғына атау ҙа етә бында. Йәмле кәкерсәк, көнсығыш стиленә тартым, әммә үҙенеке генә булған иҫ киткес хәрефтәр ине. Фломастер гүйә үҙе йөрөнө, оҫта ҡулы уны  йығыл­маһын өсөн тотоп ҡына тора. Һүҙгә ихтирамы ошонда ла сағылғандыр. Мине лә өйрәтте. Шулайтыбыраҡ әле булһа ла яҙып ебәрә алам. 
Яҙып та, һөйләп тә бөтмәҫлек Марат Ғизитдин улы тураһында. Бер мине генә лә мөғжизәле ижад юлына әйҙүкләгәне ни тора — бала ғына булһа ла кеше һынлы кеше яҙмышы өсөн яуаплылыҡ алсы әле, ә күпме башҡа уҡыусыһын хәс­тәрләне! «Беҙ — Марат ағайҙың балалары», – тибеҙ күмәкләп һәм ошондай ысын, йөрәктән килгән ҙур ихтирамды башҡа педагог­тарҙың да тойоуын теләйем.

Рәсүл Сәғитов,
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Остазым  күңел күгемдә

Әҙәбиәт юлына мине остазым Роберт ағай Байымов әйҙәне.  Тәү сиратта ул ҙур ғалим  ине.
Мәскәүҙә аспирантурала уҡы­ғанда уҡ  Роберт Нурмөхәмәт улы  «Литературная газета» кеүек үҙәк баҫмаларға яҙыша башлай.   Өмөт­лө йәш ғалимды баш ҡалала  уҡытырға ҡалырға өгөтләйҙәр. Әммә халҡыбыҙҙың илһөйәр, телһөйәр улы Өфөгә ҡайта һәм ғүмер буйына Башҡорт дәүләт университетында ең һыҙғанып эшләй. Р. Байымов: «Беҙҙең башҡорт әҙәбиәте   кафедраһы – донъяла берәү», – ти торғайны. 500-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы ул! Беҙ, аспиранттары һәм докторанттары Риф Әхмәҙиев, Гөлфирә Гәрәева,  Рәйсә Илешева, Зәки Әлибаев, Флүр Сибәғәтов, Гөлнур Ҡасҡынова, Луиза Кирәева  һ.б. – ҡайҙа эшләһәк тә, остазыбыҙ тәғлимәтенә тоғро ҡалабыҙ, ижад итәбеҙ. Беҙҙең өсөн Роберт Байымовтың ғилми мәктәбен үтеү –  оло мәртәбә.
Ул шәреҡ әҙәбиәтендә лә тәрән йөҙҙө. Замандаштары билдә­ләүенсә, «Великие лики и литературные памятники Востока» тигән һәлмәк китабы менән ғалим  үҙенә һәйкәл ҡуйҙы. 
2002 йылда остазым мине БДУ-ның Нефтекама  филиалына эшкә ебәрҙе. Унда   Башҡорт фило­ло­гияһы һәм журналистика кафедра­һы асып, оҙаҡ йылдар етәкләү бәхете тейҙе.  
Ҡасандыр юғары мәҙәниәтле ғалим-педагогтар  менән  иңгә-иң терәп эшләү бөгөн радиожур­налис­тикала ифрат  ярҙам итә. Мә­ҫәлән,  «Беҙҙең донъя», «Ижади портрет», «Көтмәгәндә-уйла­ма­ған­да» тигән тапшырыуҙарыма академиктар – иҡтисадсы Мазһар Иҫәнбаев,   юрист Рафаил Зинуров,  химик Илдус Абдрахманов, әҙәбиәтсе Ғиниәт Ҡунафин һ.б. саҡырам. «Йәшәү йәме» тапшырыуына Ғәйнә ырыуына ҡараған элекке шәкерттәремде йәлеп итәм. Улар бөгөн мәктәптәрҙә, мәҙәниәт йорттарында, архивтарҙа, төрлө музейҙа  илһамланып эшләй. Ғәйнә ырыуы халҡына 12 йыл буйына тамырҙарын төшөндөргән, милли рухтарын тергеҙеп яңыртҡан ғүмер миҙгелем өсөн  бөгөн дә ҡыуанам. 
Ошо изге эштәр башында  Роберт ағайыбыҙ торҙо. Ул БДУ-ның Нефтекама, Бөрө, Сибай, Стәрлетамаҡ филиал­дарындағы фәнни-әҙәби базаны даими күҙ уңында тотто.
Ғалим-педагог яҙыусылыҡ эшенә лә өлгөрҙө.  Айырыуса тарихи роман жанрын новаторҙарса үҫтерҙе. Быға сағыу миҫал – «Яуап бирер көн», «Карауан килә Бағдадтан», «Сыбар шоңҡар» әҫәрҙәре. Һуңғы романы өсөн әҙип Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына эйә булды. Ул  БДУ-ла 40 йылға яҡын эшләү дәүерендә ижад күгенә үҙе кеүек күп шоңҡар сөйҙө.
Кешелек дәрәжәһе лә юғары булды уның. Тәртип, ғәҙеллек яратты, сөсөләнмәне. Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзында тәнҡит секцияһы үткәрәме,  БДУ-ла  Диссертация советында йәки Фәндәр академияһында сығыш яһаймы, эфир аша замандаштарына өндәшәме –  һүҙ бәҫен белде, һүҙ ҡөҙрәтен тойҙо. Беҙҙе лә тейерен генә әйтергә өйрәтте.  Милли әҙәбиәттә үҙе шоңҡарға тиң остазым Роберт Байымов – һәр саҡ күңел күгемдә.  
Быйыл – Уҡытыусы һәм остаз йылы. Ошо уңайҙан тиҙҙән яңы проектыбыҙ эфирға сыға. Тапшы­рыуҙарыбыҙ үҙе менән алға әйҙәгән остаздар, быуындар күсәгилешлеге  хаҡында булыр. 

Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА,
Филология фәндәре 
кандидаты, доцент,  «Юлдаш» каналы хеҙмәткәре.

Ғүмерлеккә уҡытыусы булып ҡалдылар
Университетты тамамлағас, ауыл  мәктәптәрендә теүәл ике йыл уҡыт­тым. Мәктәп “һурпаһы”нда ҡайна­ғанда, бик һирәк төшкән уңыш­та­рыма  сикһеҙ ҡыуанғанда ла, уңыш­һыҙ­лыҡтарыма янып-көйгәндә лә, үҙемә белем биргән уҡы­тыусыларым күҙ алдымда торҙо. Шундай мәлдәрҙе улар ҙа кисергәндер... Әммә һайлаған юлдарынан тайпылмай, нисәмә-нисә  быуынды аң-белем һуҡмағынан алып  барғандар. Тормош мине бүтән юлға ҡайырҙы, шулай ҙа ошо ҡыҫҡа ваҡыт  был һөнәргә ҡарата электән булған  ихтирамымды тағы ла арттырҙы.

1-се башҡорт республика интернат-мәктәбендә (хәҙер Рәми Ғарипов исе­мендәге гимназия) башҡорт теле һәм  әҙә­биәте дәрестәрен Сажиҙә Зайлалова  алып  барҙы. Ул етем балаларға белем дә  бирҙе, яҡындарын да алмаштырҙы; дә­рестәре, тәрбиәүи һабаҡтары әле лә онотолмай. Туған телгә һөйөү тәрбиәләүе минең  буласаҡ һөнәремде лә билдәләне, күңел офоҡтарымды киңәйтте. Интер­на­тыбыҙ  ул саҡта Өфөлә берҙән-бер баш­ҡорт мәктәбе  булғанға, телевидение һәм радионың  балалар һәм йәштәр өсөн баш­ҡорт  телендәге тапшырыуҙары терәгенә әүе­релгәйне. Тимәк, Сажиҙә Хәмәтйәр  ҡыҙы­ның ошо йәһәттән дә хеҙмәте баһа­лап бөткөһөҙ. Әйткәндәй, милли журна­лис­тика, әҙәби ижад, сәнғәт өлкәһен һайла­ғандар араһында уға рәхмәтле заман­даштарыбыҙ күп. Техник тармаҡтағы  зыялылар ҙа, интернатым – пар ҡанатым, тигәндә, тәү сиратта уны телгә ала.  Абруйы ҙур, һүҙе үтемле булды Сажиҙә  апайҙың. Өфө урамдарында әллә ҡайҙан  танып, сәләм биреп килеп күреш­һендәрме, кә­ңәш, ярҙам һорап мөрәжәғәт итһен­дәрме – барыһы ла мөғәллимәнең юғары  дәрә­жәһенән. Үҙенең һорау-үтенестәре  лә  кире ҡағылманы. Бер мәл шулай тап­шырыуҙа ҡатнашырға тип телерадио­компанияға саҡырғайныҡ. Оҙон кори­дорҙан барабыҙ, аҙым һайын тиерлек  ”Һаумыһығыҙ, Сажиҙә апай!” тип иҫән­ләшеүгә нисек ҡыуанғайны! Туҡтап, хәл һорашып, арҡанан һөйөп ала. Олпат  журналистар, мөхәррирҙәр уның йөҙөнә  бағып, һәр һүҙенә диҡҡәт ҡыла, йәнә  уҡыусыға әйләнә... Элекке уҡытыусылар  булмай, тигәндәре хаҡтыр.
Тағы ла бер абруйлы остаз – башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы  Ҡужина  тураһында әйтеп үтер инем. Уның  һабаҡтарын алырға тура килмәһә лә (Гөлкәй апай 20-се ҡала башҡорт гим­назияһында эшләне), аралашҡанда, әңгә­мәләр яҙҙырғанда байтаҡ белем, файҙалы  кәңәш алыу бәхете тейҙе. Тел  маһирлығы,  фекер төплөлөгө, мөғәмәлә итеү мәҙә­ниәте, күңел тәрәнлеге, зауыҡлы ҡиәфәт-килбәте менән ылыҡтырып торҙо. Гөлкәй  Ҡужинаны ла ғүмерлек маяғым итеп   хәтерем түрендә тотам.

Фәймә МӘЖИТОВА,                                                                                                                
БР-ҙың атҡаҙанған  матбуғат  һәм  киң  мәғлүмәт  хеҙмәткәре.

Беҙҙе яуаплылыҡҡа, үҙаллылыҡҡа өйрәттеләр
Мин белем алған Белорет районының Йөйәк урта мәктәбендә үҙ эшен яратҡан, балалар менән уртаҡ тел таба белгән көслө уҡытыу­сылар  коллективы эшләне. 
Улар араһынан бигерәк тә Зилә Гәрәй ҡыҙы Шәйбәкова һәм Ғәшиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Зари­поваға әҙәбиәткә һөйөү өсөн рәхмәтлемен. Уларҙың  береһе туған телебеҙҙең көслө лә, бай ҙа, яғымлы ла икәнлегенә төшөндөрһә, икен­сеһе рус теле һәм әҙәбиәте серҙәрен асты. Әҙәбиәт дәрестәре  мәктәптә иң көтөп алған, яратҡан дәрестәрем булды. Остаздарымдың икеһе лә талапсан һәм ҡәтғи, әммә ғәҙел, ижади ҡарашлы ине. Улар биргән дәрестәр, йәнле фекер алышыуҙар, уйын, конференция, төрлө форматтағы саралар – барыһы ла хәтерҙә. Буласаҡ һөнәремде билдәләүҙә остазда­рымдың өлөшө ҙур. Башҡорт теленән дә, рус теленән дә инша яҙырға яраттым, айырыуса ирекле темаға бирелгән эштәр оҡшай торғайны. 
Тәрбиәүи һабаҡтары өсөн Мәрйәм Бураҡаеваға ла рәхмәт уҡыйым. Заманында күренекле яҙыусы һәм педагог беҙҙең мәктәптә бер аҙ эшләп китте. Ул өлкән кластарҙы уҡытты, ә беҙгә, башланғыс класс балаларына экология буйынса кластан тыш саралар үткәрә торғайны. Ҡалай банканың ерҙә тиҫтәләрсә йылдар таралмай ятыуы тураһындағы мәғлүмәт әле лә тәбиғәткә сыҡҡанда “ҡылт” итеп иҫкә килеп төшә. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш Мәрйәм апайҙың дәрестәре аша ла тәрбиәләнде. Үҫә төшкәсерәк Оҙоной ҡыҙҙары һәр яҙ үҙебеҙ һыуға йөрөгән шишмә буйын таҙартыуҙы йола итеп алдыҡ. Урам буйын таҙартырға сығып, “иртәгә Рәхимов бабай килә, силсәүит ҡушты” тип, өлкәндәрҙе лә бер-ике рәт өмәгә йәлеп иттек әле. 
Ғүмер юлында аҡыллы кәңәш биреп, дөрөҫ юл күрһәтеүсе, эшкә өйрәтеүсе, кәңәш биреүсе остаздар осрап ҡына тора. Уларҙың барыһына ла күңелемдә сикһеҙ  рәхмәт һүҙҙәрен һаҡлайым.

Гүзәл ЗАРИПОВА. 

Тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар
Шәхес үҫешенең һәр осоронда үҙ остаздары булалыр. Улар – һинең быуыныңды нығытып, тәпәй атлатып ебәргән ата-әсәйеңдән алып тор­мошта шәхес булараҡ ныҡлы аяҡҡа баҫып китеүгә булышҡан уҡытыу­сыларың да. Әлбиттә, һәр береһе айырым оло мәҡәләгә лайыҡ. Әммә Остаз йылына арналған һүрәтләмә яҙырға ултырғас, уйға ҡалдым – кем тураһында яҙырға?! Тәүге уҡытыусым Рәйсә апай Алтынбаева, башланғыс синыфтарҙа уҡытҡан уҡытыусым Минзәлә апай Миһранова, өлкәнерәк кластарҙа атайымдың бер туған ҡустылары – физика уҡытыусыһы Шәүкәт Ғимәлетдин улы Нуриев, математика уҡытыусыһы Шәфҡәт Ғимәлетдин улы Әхтәмов, рус теле уҡытыусыһы Фанинур Миңлебай ҡыҙы Сәфәрова – һәр ҡайһыһы шәхес булараҡ үҫеүемә үҙ өлөшөн индергән озтаздарым. Ә инде Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегендә белем алғанда беҙҙең уҡытыусылар – төркөм кураторы профессор Миҙхәт Фазлый улы Ғәйнуллин, журналистика кафедра­һы мөдире, профессор Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов, про­фессор Фәнил Тимерйән улы Күз­бәков, факультет деканы, профессор Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин беҙгә белем биреп кенә ҡалманы, һәр бер йәш журналистың ижад емеш­тәрен ентекле тикшереп, төрлө кә­ңәше менән дә ярҙам итте. Уларҙың тормошом юлында  осрауына бик рәхмәтлемен.  
Шулай ҙа үҙемдең атайым, шул уҡ ваҡытта уҡытыусым Марс Ғи­мәлетдин улы Нуриев хаҡында, ул минең төп остазым, тип әйтер инем. Тап ул Көйөргәҙе районының Илкә­нәй ауыл мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, миндә туған телгә һөйөү тәрбиәләп кенә ҡалманы, ижадҡа ынты­лы­шымды, тәүге нәҫер, хикәйә һәм ши­ғырҙарымды күреп,  жур­налистикаға юл күрһәтте.   Атайым – Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте, БДУ-ның фило­логия факультетын тамамлаған, Миәкә районының Ис­ламғол, Кү­гәрсен районының Юл­дыбай һәм тыуған ауылы – ул ваҡыттағы Кү­мертау районының Илкәнәй ауы­лында мәктәптәр астырыуға ирешкән шәхес. “Яланайыр”, “Быуат ҡана­тында” исемле романдар, өс повесть, шулай уҡ  “Китмә, яҙым”, “Нур тарала” һәм башҡа шиғири йыйынтыҡтар авторы. Ул публицистика өлкәһендә лә бик әүҙем булды. Көн ҡаҙағына бихисап мәҡәлә яҙҙы. Хәтерләйем, бала саҡта уҡыусыларҙың бер өйөм дәфтәрен тикшереп бөткәс, ул өҫтәл лампаһын яндыра ине. Беҙ шул саҡта шымып ҡалабыҙ, йоҡларға ятабыҙ. Тимәк, был ваҡытта атайыбыҙ ижад даръяһына сума. Ҡасан йоҡла­ған­дыр, уныһы беҙгә сер була торғайны. Сөнки беҙ уянғанда дәртләнеп мәктәпкә китергә әҙерләнеп йөрөгән сағы була.  Атайым минең генә ос­тазым булды тиһәм, төптө хата булыр. Ул барлыҡ уҡыусыһына ла бик иғтибарлы ине. Уларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләне, ижади башланғыстарын хуплап, күп­тәрҙең талантын уятты. Тор­мо­шобоҙҙа ошондай атайҙар, остаздар күберәк булһын ине.  Шуға атайыма һәм уҡытыусыма мине һәр яҡлап тәрбиәләп, ошолай оло тормош юлына сығарғаны  өсөн  рәх­мәтлемен.
Журналистикаға килеүемдең тағы ла бер сәбәпсеһе – әсәйем, шул уҡ ваҡытта география фәненән уҡы­тыусым Ғәлиә Фәрит ҡыҙы Нуриева.  Әсәйем заманында география фәненә бик мөкиббән киткән педагог булды. Уның ошо фәнгә бәйле ниндәй генә журналы һәм китабы юҡ ине! Бигерәк тә ер төҙөлөшө, вулкандар, төрлө океан, ҡитға, Арктика һәм Ан­тарктида хаҡындағы мәҡәләләрҙе, тикшеренеүҙәрҙе уҡырға бик ярат­тым. Әсәйемдең дәрестәре ябай ғына үтмәй ине. Һәр ваҡыт уларҙы диафильм, төрлө документаль һәм уҡыу фильмы күрһәтеп үткәрә торғайны. Атай-әсәйемдән күп нә­мәгә өйрәндем. Тормош диңгеҙендә маяҡ, кәрәк саҡта терәк булыусы ҡәҙерле остаздарыма һаулыҡ, имен­лек теләйем. 

  Азамат НУРИЕВ, 
Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.

Хәстәрлекле һәм ғәҙел уҡытыусым

Филология фәндәре докторы, профессор, тел белгесе Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситованың исеме республика йәмәғәтселегенә яҡшы таныш. Уның ҡанаты аҫтында үҙ ҡаурыйын нығытҡан фән кандидаттары, мөхәррирҙәр, белгестәр әҙ түгел. 
Остазымдың туған телебеҙ үҫешенә индергән өлөшө баһа­лап бөткөһөҙ. Республиканың төрлө район, ҡала мәктәбендә эшләгән башҡорт теле уҡытыусылары ғына ла быға асыҡ дәлил. 
Әммә остаз тип һәр уҡы­тыусыны әйтеп булмай. Остаз үҙ фәненән тыш, тормош һа­баҡтарын да бирә. Мин Мифта­хетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия уни­верситетына уҡырға ингәндә, Луиза Хәмзә ҡыҙы Башҡорт филологияһы факультеты деканы ине. Уҡыуҙың тәүге көнөндә үк мине төркөмдөң старостаһы итеп тәғәйен­ләнеләр, шуға декан менән башҡа студенттарға ҡарағанда йышыраҡ осрашырға тура килде.
Атай-әсәй ҡарауынан ҡо­толған студенттар уҡыуын онотоп китеүе лә ихтимал. Тик Луиза Хәмзә ҡыҙы ҡарауы аҫтындағылар түгел. Тәү си­ратта дисциплина, яуап­лылыҡ,  һәр дәрескә әҙерләнеп килеүҙе талап иткән остазыбыҙ мора­тына иреште. 
Бындай шарттарға яраҡ­лашырға теләмәгән студенттар менән еңел хушлашыу ҙа дәрестәрҙе ҡалдырмаҫҡа өҫ­тәмә стимул бирҙе. Әммә, тәү ҡарашҡа, ниндәй генә ҡаты кеше булып күренмәһен, Луиза Хәмзә ҡыҙы һәр студентын үҙ балаһылай яҡын күрҙе. “Бөгөн ашаныңмы? Йылы кейен­де­геҙме?” тигән ябай һорауҙа­рында ла уның әсәләргә генә хас хәстәре ята. Шуғалыр ҙа күптәр деканды үҙ туғанылай яҡын күрҙе. 
Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡа­лаһы университетының юби­лейына арналған сараларҙа ҡатнашырға барғанда Луиза Хәмзә ҡыҙының миңә, тауышың матур, ошо юҫыҡта ла үҫеш, тигән һүҙҙәре – радиоға килеп эләгеүемдең бер сәбәбе. Ғәҙел, һәр саҡ дөрөҫлөктө генә әйткән уҡытыусыма ышандым. Тормошомдоң бөгөнгөләй ҡоролоуына, унан тыш та күп төрлө кәңәше менән шәхес булараҡ формалашырға ярҙам иткәне өсөн остазыма сикһеҙ рәхмәтлемен.

Айбулат СӘСӘНБАЕВ,
РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, радиожурналист, алып барыусы. 

 

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: