Ғәбит (Ғәбиҙулла) Бикмөхәмәт улы Арғынбаев (1852 – 1921) – атаҡлы башҡорт сәсәне хәҙерге Баймаҡ районының Иҙрис ауылында тыуған. Ғәбит сәсәнде 1907 йылдан алып яҡшы белгән һәм йыш аралашҡан мәшһүр сәсән Мөхәмәтша Буранғолов үҙенең «Фольклор ижадсылары» хеҙмәтендә шулай хәтерләй: «Ул ҡурайсы, йырсы, сәсән ине. Ниндәй генә көй уйнаһа ла, тәүҙә легендаһын һөйләп, һәр төрлө варианттарын уйнап, ул варианттарҙың ҡайһы ырыуға хас икәнен әйтер ине лә йырын йырлап тамамлай ине. Көйҙәр, легендалар, эпостарҙы Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаевтан өйрәнеүен һөйләне. Уны үҙенең остазы тип атай ине».
Мөхәмәтша Буранғолов төрлө йылдарҙа (1907 – 1908, 1910 – 1912, 1918, 1920) Ғәбит сәсәндән башҡорт халҡының донъяға танылған бөйөк ҡобайыры «Урал батыр» эпосын, «Аҡбуҙат», «Күҫәк бей», «Иҙел менән Яйыҡ», «Ҡараһаҡал», «Юлай менән Салауат», «Тамъян», «Батырша», «Салауат», «Һары мулла», «Байыҡ Айҙар сәсән», «Ете ырыу», «Мәргән менән Маянһылыу», «Мәхмүт сәсәндең йомағы, уның яуабы», «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше» кеүек ҡобайырҙар, тиҫтәләгән йыр, риүәйәт, легендалар яҙып алған.
Уҙған дәүерҙәр сәсәндәренең, мәғрифәтсе-шағирҙарҙың һүрәттәре йә һындары һаҡланмаған, үкенескә күрә. Бөгөн беҙҙә әйле ырыуы башҡорто, XIII быуат шағиры Ҡол Ғәлиҙең, милли батырыбыҙ һәм шағир Салауат Юлай улының, мәшһүр мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың, Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаевтың рәссамдар, һынлы сәнғәт оҫталары тарафынан йыйылма образдары (һүрәттәре) йә скульптур һындары тыуҙырылды. Ә бына башҡорт халыҡ һүҙ сәнғәтенең иң аҫыл өлгөләрен – ҡобайырҙарын яттан һөйләп башҡарып, быуындан быуынға тапшырып барған Байыҡ, Буранбай, Ғәбит сәсәндәрҙең рәсем-һүрәттәре бөтөнләй юҡ. Ә 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыу айҡанлы Ырымбурҙа 1912 йылдың 26 авгусында уҙғарылған ҙур байрамда, артабан 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан хөкүмәте исеменән ойошторолған ҡурайсылар бәйгеһендә 50-60-лаған ҡурайсы араһында беренселекте алған ҡурайсы-сәсән Ғәбит Арғынбаевтың фотоһүрәте булыуы ла ихтимал. Ни өсөн тигәндә, тап ана шул 1912 йылда Ырымбурҙа үткәрелгән ҙур туйҙа ҡатнашҡан бүтән ҡурайсыларҙың, атап әйткәндә, Түбәнге Мотал ауылынан ҡурайсы Исмәғил Йейәнбаев менән шул уҡ Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл (Йыуасалы) ауылынан Кәлимулла Ибраһимов ҡурайсының фотоһүрәттәре һаҡланған бит! Үкенесле уй тыуа: шул абруйлы бәйгелә беренсе урынды алған данлыҡлы сәсән-ҡурайсы Ғәбит Арғынбаевты фотоһүрәткә төшөрмәнеләр ҙә микән ни?! Беҙгә был тәңгәлдә һис шикһеҙ эҙләнеүҙәр алып барырға кәрәк. Кем белә, бәлки, Ырымбур архивында 1912 йылдағы тарихи сарала ҡатнашҡан бүтән арҙаҡлы шәхестәрҙең дә фоторәсемдәре табылыр. Өмөттә ҡалайыҡ. Ә теге фотокүсермә, йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, бик яҡшы һаҡланған. Ул фото күренекле скульптор һәм тарихсы Өлфәт Ҡобағошовтың «Таймаҫ ауылы» китабында (Өфө, 2007) донъя күрҙе. Фотоһүрәтте беҙҙең көндәргәсә һаҡлап килеүсе милләттәштәребеҙгә оло рәхмәт!
«Йәшлек» гәзитенең 2003 йыл 10 май һанында «Ғәбит сәсән шәжәрәһе» исемле мәҡәлә һәм бер һүрәт баҫылғайны. Был рәсем хаҡында мәҡәлә авторы Рәшит Шәкүр: «...Әммә бына беҙҙең алда тағы ла бер ҡыҙыҡлы материал. Уны Ғәбит сәсәндең ауылдашы, нәҫелдәше, хәҙерге Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәүсе Йыһанур Әхмәтғәле улы Манапов ағай яҙып ебәргән: «Һеҙгә Ғәбит сәсәндең фотоһын да ебәрәм», – ти ҙә Йыһанур ағай хаттың аҙағында, инде килеп: «Был фотоны атайымдың әллә ҡасанғы фотоһынан эшләтеп алдым. Кешеләр әйтеүенсә, улар бер-береһенә оҡшаған. Минең атай Арғынбаев Әхмәтғәле Әбделманап улы, 1874 йылда тыуған, 1949 йылда үлгән», – тип өҫтәп ҡуя...» Артабан Рәшит Закир улы үҙенең ниндәй һығымтаға килеүен белдерә: «...Ниһайәт, Йыһанур ағайҙан килгән фотокүсермәне, ул үҙе әйткәнсә, уның атаһы Әхмәтғәле Арғынбаевтыҡы тип иҫәпләү дөрөҫ булыр тигән фекергә килдек...»
Ә аҙаҡ мәғлүм булыуынса, Ғәбит сәсәндең һүрәтен эшләү (эшләтеү), уның аныҡ йөҙ-һынын эҙләү эше дауам иткән.
Беҙҙең дәүерҙә нәшер ителгән дәреслектәрҙә, ғилми-белешмә китаптарҙа, мәҫәлән, Ғәбит сәсәндең һүрәте булмау сәбәпле, күп осраҡта уның хаҡындағы материалдар һүрәтһеҙ генә баҫыла килде. Әгәр «Баймакский край» (Энциклопедическое краеведческое издание. Уфа, «Китап», 2002) китабы Хәмит Әлмөхәмәтов менән Ғәбит Арғынбаев сәсәндәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һүрәтһеҙ генә бирһә, артабан донъя күргән «Сәсәндәр иленә сәйәхәт» (Сибай, 2008) китабы менән «Баймакская энциклопедия» (Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013) ғилми баҫмаһы бер үк фотокүсермәне: тәүгеһе – Ғәбит сәсән һүрәте тип, һуңғыһы – Хәмит сәсән һүрәте тип биреп, аңлашылмаусылыҡ тыуҙырҙы. Уҡыусы ҡайһыһына ышанырға тейеш?
2006 йылдың аҙаҡтары ине булһа кәрәк, әллә яңы йыл алдынанмы икән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Баймаҡтан кемдер Ғәбит сәсәндең портретының график һыҙмаларын килтереп биргән. Һүрәттәрҙе ебәреүсе кеше – Булат ағай Манаповтың ҡош телендәй генә яҙған хаты ла бар. Хат Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының элекке рәйесе, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәновҡа тәғәйенләнгән булып сыҡты.
Бына ул хаттың тулы тексы:
«Сәләм менән Булат ағайың.
Әхмәт ҡустым! Һинең ярҙамың кәрәк. Ошо минең ҡустыға теге ваҡытта миңә өйрәткән компьютерщиктың адресын биреп, өйрәтеп ебәр. Үҙең телефон аша шалтырат тәүҙә. Ғәбит сәсәндең фотолар буйынса образын сифатын сығарыуға.
Һине яңы йыл байрамы менән ҡотлап, оҙон ғүмер, һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, ғаилә бәхете, эшеңдә уңышлыҡ, иң күркәме – әхирәттә иман байлығы теләп, Булат ағайың.
27.12.06 (Ҡултамға)».
Башҡарма комитетта рәйеслекте ваҡытлыса башҡарыусы Румил Аҙнабаев менән хаттың йөкмәткеһе менән танышҡас, Ғәбит сәсәндең дөйөмләштерелгән портретын эшләүҙе һорауҙарын аңланыҡ.
Аҙаҡ Булат ағай Манаповҡа бер-ике рәт шылтыратып та ҡараныҡ, әммә ул да яуап бирмәне, Ғәбит Арғынбаевты һынландырған һүрәттәрҙе алып килгән кеше лә килеп ураманы.
Ә Ғәбит Арғынбаев портреттарын һәүәҫкәр рәссам, уҡытыусы һәм шағир Миҙхәт Байрамғолов ҡәләм менән (графика) бер нисә вариантта эшләгән икән. Портреттарҙың береһен Баймаҡ районы йәмәғәтселеге вәкилдәре Иҙрис ауылында Ғәбит сәсәнгә ҡуйыласаҡ һәйкәлгә һайлап алдылар.
Ғилми хеҙмәттәрҙә, айырым йыйынтыҡтарҙа йә мәҡәләләрҙә Ғәбит сәсәндең тыуған йылы төрлөсә йөрөтөлә: 1850 йә 1856 йылдар. Иң дөрөҫ мәғлүмәтте күренекле тарихсы ғалимыбыҙ Әнүәр Әсфәндиәров бирҙе: 1859 йылда уҙғарылған йән иҫәбе алыу материалдары («ревизские сказки») нигеҙендә 1859 йылда Ғәбиткә 7 йәш булған. Тимәк, ул 1852 йылда тыуған (Ә. Әсфәндиәров. «Ғәбит сәсән». – «Йәшлек», 2002, 19 ғинуар, №6).
Ошо типтағы яңылышлыҡ Ғәбит сәсәндең бөйөк остазы Ишмөхәмәт сәсәндең тыуған йылына ҡарата ла ебәрелде. Хәҙер был хатаны ла төҙәтергә була: тыуған яҡты өйрәнеүсе уҡытыусылар Сәриә менән Рәжәп Малыбаевтарҙың «Балапан ауылы тарихы» (Белорецк, 2009) тигән китабы донъя күрҙе. Китап авторҙарының уҡыусыларға бер теләге (үтенесе) лә бар: «Иншалла! Яҡташыбыҙҙың әүәлге быуаттарҙағы ревизия яҙмаларынан тыуған йылын асыҡларға насип булды: 1799 йыл – мәшһүр сәсәндең тыуған йылы» тип ныҡлы әйтә алабыҙ. Һәм 2009 йылда сәсәндәрҙең сәсәне, мәшһүр йыраусы, ҡурайсы Ишмөхәмәт Мырҙаҡаевтың (Мырҙаҡай Мәһәҙи улы Балапановтың) тыуыуына 210 йыл тула. Хөрмәтле ғалимдарыбыҙ, яҙыусылар, йәмәғәтселек вәкилдәре киләсәктә иҫәпте яҡташыбыҙҙың тыуған йылын 1799 йылдан алып барһалар ине (күрһәтелгән китап, 51-се бит).
Йомғаҡлап шуны әйтергә була: башҡорт һүҙ сәнғәтенең иң юғары өлгөләре булған ҡобайырҙар (эпик әҫәрҙәр), батырҙар тураһындағы оҙон көйлө тарихи йырҙар, риүәйәттәр, ырыу-нәҫел шәжәрәләре, ил-халыҡ яҙмышын сағылдырған легендалар боронғоларҙан изге аманат итеп ҡәҙерләп һаҡланыуы, быуындан быуынға һайланып ҡына тапшырылыуы ҡан хәтеренә, йәғни этник хәтергә ныҡ бәйле.
Быуындар бәйләнеше айырыуса сәсәндәр араһында көслө булған. Халыҡ ижады тарихынан беҙ быуаттар һуҙымында йәшәп килгән сәсәнлек мәктәбенең асыҡ үрнәген һиҙемләй алабыҙ. Социаль тигеҙһеҙлек, хандар иҙеүе, ябай халыҡтың интегеп йәшәүе, ил-ерҙе һаҡлау, сит баҫҡындарға ҡаршы тороу, ерле-атлы башҡорттоң Рәсәй дәүләте алып барған бөтә яуҙарында ла ҡатнашыуы сәсәндәр ижадында ла сағылмай ҡалмаған. Һәр осорҙоң үҙенең сәсәндәре тыуып торған. Ижад иткән теге йәки был әҫәре (әйтеше, ҡобайыры...) билдәле булған сәсәндәр генә лә ана күпме: Ҡобағош, Аҡмырҙа, Ҡарас, Ерәнсә, Мәхмүт, Ҡонҡас, Байыҡ, Буранбай, Ишмөхәмәт, Ғәбит...
Ғәбит сәсәндең М. Буранғоловҡа һөйләгәндәренән беҙ, мәҫәлән, Ишмөхәмәт сәсән үҙенән күпкә йәш Ғәбит ҡурайсыға сәсәнлек серҙәрен асыуын беләбеҙ; Ишмөхәмәттең үҙенең дә Байыҡ Айҙар сәсәндән, Буранбай сәсәндән күп халыҡ ижады әҫәрҙәрен өйрәнеп ҡалыуын асыҡлайбыҙ. Уларҙың ижады бер-береһенә шул тиклем ныҡ бәйле, хатта бер-береһенә йоғонтоһоҙ ҡалғандарының репертуары ярлы булыр ине. Бөйөк остаздары Байыҡ сәсәндән – Буранбай сәсәндән – Ишмөхәмәт сәсәндән ижадына көс-ҡеүәт күскәнгә лә Ғәбит сәсәндең иҫ киткес хәтере Мөхәмәтша Буранғоловҡа «Урал батыр», «Аҡбуҙат» ише донъяуи кимләлдәге уникаль ҡобайырҙарҙы аҡ ҡағыҙға төшөрөп алыу мөмкинлеге биргәндер.
Уҙған быуаттар сәсәндәренең үлемһеҙ ижадтары алдында беҙ мәңге бурыслы.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ.