Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
14 Февраль 2022, 12:13

Яҡшы кешенән яҡты эҙ ҡала

Күптән түгел генә 72 йәшен тултырған Сабирйән Йәрмөхәмәт улы Байназаровтың ҡапыл баҡыйлыҡҡа күсеүе көтөлмәгән хәл булды.

 Интернет селтәрендәге төркөмдәрҙә Ирәндек төбәгендәге ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең уның тураһындағы фекерҙәрен   уҡып, Сабирйән Йәрмөхәмәт улының, ысынлап та, үҙ халҡының ысын патриоты, күркәм холҡо, донъялыҡта башҡарған изге ғәмәлдәре менән үҙен белгән бөтә кешенең оло ихтирамын яулаған шәхес булғанына инанаһың.

“Йәнтөйәгебеҙҙең рухлы, һутлы имәне ауҙы. Тыуған еребеҙҙең ысын патриоты ине” (З. Арғынбаева).

“Көслө рухлы, кешеләргә ихтирамлы, бик күркәм холоҡло, ауылдың тарихын яҡшы белгән, милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙы пропагандалаған аҫыл ир уҙаманы ине...” (Ғ. Ҡыуатова).

“Милләтебеҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур эштәр башҡарып йөрөгән олуғ шәхе­себеҙҙең ҡапыл арабыҙҙан китеп барыуы –бөтәбеҙ өсөн дә оло юғалтыу. Йәш ҡурайсыларҙың остазы ине, ҡурайы һәр саҡ янында булды...”(Р. Сәйетова). “Бик моңло, изге күңелле ағай, Сибай ҡалаһындағы халыҡ ижады үҙәгендә ойошторолған "Азамат"ир-егеттәр вокаль ансамбленең солисы, йөҙөк ҡашы ине...”(М. Илбәкова). “Бик тә кешелекле кеше булды...Моҫтай ауылында үткән ҡурай бәйгеһендә икенсе урын алған Ильяс улымды, арҡаһынан һөйөп, ҡанатландырып, маҡтап торғайны. Улым бик ҡайғырҙы... Ауыр юғалтыу” (С. Кинйәбулатов). “Шул тиклем ярҙамсыл, яуапсыл, теүәл кеше ине. Миңә, Иҫке Сибай ауылы старостаһына, уның ярҙамы күп булды. Бөтә эштәрҙе лә бергә кәңәшләшеп эшләй инек. Башлаған эшен урын-еренә еткереп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара ине...”(З. Ғәйнуллина).

Күптән түгел генә сәхнәләрҙән төшмәй ҡурай уйнап, халыҡ йырҙарын йырлап, спектаклдәрҙә төрлө роль башҡарып, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йөрөгән кешенең ҡапыл китеп барыуына әле лә күңел ышанып етмәй. 

Сабирйән Йәрмөхәмәт улы һоҡланғыс тормош юлы үтте. Йәрмөхәмәт менән Хәнифәнең ғаиләһендә кинйә бала булған Сабирйәнгә тыуған төйәгенә, халҡының йыр-моңона һөйөү коммунист, парторг, ауыл советы рәйесе булып эшләп, колхоздың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, эш араһында улдарын ҡурайҙа уйнарға өйрәткән атаһынан һәм халыҡ йырҙарын, уларҙың тарихын яҡшы белгән әсәһенән килә.

Түбә урта мәктәбен тамамлағас, өс йыл Төньяҡ хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына өлкән лейтенант званиеһында ҡайта. Артабан Өфөләге ауыл хужалығы институтының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Институтта эшләп килгән ФОП-ҡа (йәмәғәт һөнәрҙәре факультеты) йөрөп, ҡурай бүлеген тамамлап, таныҡлыҡ  ала. Вуздың ҡурайсылар ансамбле менән даими сығыш яһай.

Юғары белемле белгес “Ирәндек” совхозы бүлексәләрендә агроном, иҡтисадсы, управляющий, баш агроном, рабочком рәйесе, Күсей ауылы хакимиәте башлығы һәм бер үк осорҙа Баймаҡ районы буйынса фәнни ойоштороусы ла булып эшләй. Ниндәй генә вазифа биләһә лә, һәр йөкмәтелгән эште ҙур яуаплылыҡ менән, еренә еткереп башҡарҙы, һөҙөмтәле эшләне.   1984 йылда районда беренсе булып Күсей ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар! " байрамын үткәреү, ауыл советы менән берлектә зыяратты тимер бағана һәм ҡойма менән кәртәләү, ауыл эсенән үткән йылға аша тимер-бетон ҡулсанан хужалыҡ иҫәбенә күпер һалдырыу, “Күсей –  Басай” юлына (12 км) һәм “Печера” алтын табыу артеленән “Күсей – ток – ферма” юлына хужалыҡ иҫәбенә ҡом-ҡырсынташ түшәтеү, хужалыҡ иҫәбенә ағас бураларҙан биш фатир, мәҙәниәт йорто төҙөтөү,   малсылар өсөн медицина профилакторийы тотоу, ауыл урамына 1,5 км асфальт юл һәм ҡабаттан 2 күпер эшләтеү һәм тағы ла бик күп изге эш башҡарыуға Сабирйән Йәрмөхәмәт улы тос өлөш индерҙе.

Эшсән, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр холоҡло Сабирйән Йәрмөхәмәт улын хеҙмәт­тәштәре лә, ауылдаштары ла хөрмәт итә, ә етәкселек, уның һәр эшкә яуаплы ҡарап, еренә еткереп, теүәл башҡарыуын иҫәпкә алып,  ҙур ышаныс күрһәтеп, яуаплы эштәр йөкмәтә.

Ауыл хужалығы өлкәһендәге өлгәшкән уңыштары, эште оҫта ойоштора белеүе, яҙғы-көҙгө баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҡшы, сифатлы үтәгәне өсөн алған дипломдары,  Рәхмәт хаттары һанап бөткөһөҙ... Ул үҙенең остаздары М. Кирәевкә, М.  Ҡужинға рәхмәтле.

Институт тамамлап, хеҙмәт юлы башланғандан алып Сабирйән Йәр­мөхәмәт улы үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаша, ҡурайынан айырылмай, халыҡ йырҙарын яратып башҡара.    Уны  ҡурайсылар төбәге тигән дан алған Ирәндек буйы ауылдарында ҡурай моңо һүнеп, милли музыка ҡоралын үҫтереүгә иғтибар булмауы бик ныҡ борсоно. Ҡурайсы, оҙон көй башҡарыу оҫтаһы булараҡ, был ауылдарҙа ҡурайҙы тергеҙеүгә бөтә көсөн һалды. Айырыуса үҫеп килгән  йәш быуынды ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәтеүгә ең һыҙғанып тотона ул. 1988 – 1991 йылдарҙа Төркмән урта мәктәбендә ҡурай түңәрәге алып бара. 2002 йылдан Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбенең “Ирәндек” филиалында ҡурай класы уҡытыусыһы булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта ауылдан-ауылға йөрөп (ҡайҙа машина, ҡайҙа йәйәү),  Төркмән, Күсей, Әхмәр, Басай мәктәптәре балаларын уҡыта. 2010 йылдан, Иҫке Сибайға күскәс, уны урындағы сәнғәт мәктәбенә ҡурай класы уҡытыусыһы итеп саҡыралар. Сабирйән Йәрмөхәмәт улы балаларға ҡурай серҙәрен төшөндөрөү менән генә сикләнмәй, ҡурайсылар ансамбле ойоштороп, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. “Ирәндек” филиалында эшләгәндә Басай, Күсей, Төркмән, Әхмәр мәктәптәрендә, аҙаҡ Иҫке Сибай мәктәбендә ҡурайсылар ансамбле ойоштора. Шулай уҡ төрлө йылда еңеүсе булған уҡыусылары  Илдар Рахманғолов, Ринат Исламғолов, Айбулат Сирғәлин, Айзан Рысҡужин, Рөстәм Сафин, Мирхәт Йыһангировтың уңыш­тары ҡыуандыра, илһамландыра уҡы­тыусыны. Ә инде, остазы юлынан китеп, профессиональ ҡурайсы булып киткән уҡыусылары – Башҡорт дәүләт филар­монияһы солисы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Илшат Ишморатов һәм Илмир Мәхийәновтар менән ул сикһеҙ ғорурлана ине. Сабирйән Йәрмөхәмәт улы үҙе лә район, төбәк-ара, республика кимәлендә үткән ҡурай, мөнәжәт, "Оҙон көй" бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Моҫтайҙағы “Ирәндек” этнотуры етәксеһе Фәнис Йәноҙаҡ улы Кәримовтың ҡурайҙы тергеҙеү, пропагандалау маҡса­тында үткәргән ҡурай бәйгеһендә жюри рәйесе булараҡ, Сабирйән Йәрмөхәмәт улы бәйгелә балаларҙың ҡатнашыуына, бигерәк тә тыуған ауылы Күсейҙән уҡытыусы Хәмзә Хәммәт улы Сәфәрғәлин малайҙарҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтеп, хатта ансамбль төҙөп, бәйгелә ҡатнаштырып, призлы урын алыуына шул тиклем ҡыуанғайны. Уның менән һуңғы тапҡыр һөйләшкәндә лә, васыят итеп әйткәндәй: "Фәнис менән Хәмзә кеүек ир-егеттәр булғанда, ҡурайыбыҙ үлмәҫ. Был изге эш артабан да дауам итһен ине", – тигәйне. 

 Шул тиклем аҡыллы, позитив кеше, әүҙем йәмәғәтсенең ауылда ғына түгел, районда ла абруйы ҙур булды.   Бер һайлау кампанияһы ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәне.  Ҡуштауға хәүеф янағанда ла, битарафлыҡ күрһәтеп, ситтә ятып ҡала алманы: ҡурайын тотоп, шунда китте. Ауыл ветерандары советы рәйесе вазифаһын оло яуаплылыҡ менән башҡарҙы. Мәҙәниәт йортоноң ҡурай­сыһы, үҙешмәкәр актер, оҙон көй башҡарыусы булараҡ, мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәне. Һуңғы юлға оҙатҡанда, Иҫке Сибай ауылы старостаһы Зөһрә Ғәйнуллинаның күҙ йәштәре аша: "Шул тиклем ярҙамсыл, үтә лә яуаплы, теүәл, бөтә кешегә ҡарата ихтирамлы, ғөмүмән, яҡшы кеше булды. Бөтә эште бергәләшеп, кәңәшләшеп эшләй инек... ", – тигәне күп нәмә тураһында һөйләй.

Яҡташыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте республиканың элекке башлығы Р. Хәмитовтың Рәхмәт хаты, район, ауыл хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, төрлө кимәлдәге конкурс-бәйгеләрҙең жюри комиссиялары, Ҡоролтай, совхоз дирекцияһы һ.б. исеменән бирелгән 70- тән ашыу Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаты һәм 2019 йылда Баймаҡ районы хакимиәтенең "Баймаҡҡа фиҙакәр хеҙмәт  иткәне өсөн"  почетлы знагы менән билдәләнгән.

Сабирйән Йәрмөхәмәт улы өлгөлө ғаилә башлығы, ышаныслы, тоғро ир, өс ҡыҙына – Айгөл, Гөлназ, Гөлзифаға, улы Тимер­йәнгә, дүрт ейәненә, бер ейәнсәренә һөйөклө атай, олатай булды. Ҡыҙҙары юғары, улы махсус урта белем алып эшләп йөрөй. Олаталары ейәндәренә лә матур тәрбиә бирергә тырышты: эшкә, йыш ҡына тәбиғәткә алып сыҡты, шашка, шахмат уйнарға, саңғыла йөрөргә һәм башҡа яҡшы шөғөлдәргә өйрәтте. Хужалығында умарта тотто.

Киләсәккә пландары ҙур ине. Шуларҙың береһе Күсей ауылында ҡасандыр ошо төбәктә йәшәгән ҡурайсыларға арнап (исем- шәрифтәрен яҙып) стела эшләтеү ине. Фекерҙәше, рәссам Руслан Бикбаев менән эскизын әҙерләп, ауылға барып, стела ҡуйылаһы урынды билдәләп тә ҡайтҡайнылар... Йәл, өлгөрмәне.

Был фани донъянан китер алдынан ғына үҙенең дөйөм дәфтәренә түбәндәге шиғыр юлдарын яҙып ҡуйған булған (авторын белмәйем):

Үҙең китһәң, был донъяла эҙең ҡалһын,

Эҙең ҡалмаһа, бер ипле һүҙең ҡалһын.

Аҙашҡандар эҙҙәреңде һуҡмаҡ итер,

Өшөгәндәр һүҙҙәреңде усаҡ итер...

 

Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА,

мәғариф ветераны.

Сибай ҡалаһы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: