Тормош шул тиклем ҙур тиҙлек менән бара, донъя артынан ҡыуып, тирә-яғыбыҙға күҙ һалырға ла өлгөрмәйбеҙ. Кемдәр йәшәй, ниндәйерәк кешеләр беҙҙең тирәбеҙҙә, был ергә беҙгә тиклем кемдәр килеп киткән – был турала уйлап торорға ваҡыт юҡ йәшәргә ашығабыҙ. Данлыҡлы, ниндәйҙер ҙур ҡаҙаныштарға эйә кешеләр беҙҙән алыҫ, бик алыҫ йәшәйҙер кеүек.
Бына шулай күптәрҙең күҙенә бик салынмай ғына 60 йыл (1927 – 1987 йылдар) Кушнаренко районында БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы, Дәүләт премияһы лауреаты Лидия Николаевна Стреляева йәшәгән. Күптәр уның Украинанан ғалим иренә эйәреп килгәнен дә, үҙе менән ҡояш һөйәр йөҙөм үҫентеләрен алып килгәнен дә белмәгәндер, моғайын. Ун биш йылдан ашыу ғүмерен төньяҡ киңлектәрҙә үҫә торған виноград сорттарын сығарыуға, уны камиллаштырыуға бағышлай. Ә инде Бөйөк Ватан һуғышында ирен дә, берҙән-бер улын да юғалтҡас, сарыф итеп өлгөрмәгән әсә, ҡатын-ҡыҙ наҙын, һөйөүен виноград үрсетеүгә арнай. Уның хыялы – Уралдың ҡырыҫ климатына ярашлы сорт үҫтереү – тормошҡа аша. Ул барлыҡ ғүмерен Кушнаренко селекция үҙәгенә бирә.
Урындағы халыҡтың өлкән быуын вәкилдәре әле лә бәләкәй генә буйлы, ап-аҡ сәсле әбейҙе яҡшы хәтерләй. Үкенескә күрә, Лидия Николаевна 85 йәшендә фажиғәле вафат була. Ә бына йәш быуындың күбеһе хәҙерге көндә һәр баҡсала тиерлек үҫкән йөҙөмдө ашағанда, моғайын, тик йылы яҡтарҙа ғына үҫкән емештең беҙҙең баҡсаларға нисек эләккәне хаҡында уйламайҙыр ҙа.
Райондың ғына түгел, бөтә республиканың ауыл хужалығы үҫешенә ҙур өлөш индергән оло йөрәкле ҡатынға һәйкәл ҡуйыу идеяһы бала сағы ошонда уҙған, тамырҙары был ерҙәргә тоташҡан Илдар Дәүләтовҡа килә. Ниәтең көслө булһа, Хоҙай Тәғәлә үҙе кәрәкле кешеләрен юлыңа сығара, һинең менән осраштыра. Илдар Ғәлимхан улына ла үҙе кеүек райондың киләсәге, йәш быуынды тәрбиәләү ҡиммәттәре менән янған кешеләр тап була. Шулай, "Топорнин" эшҡыуарҙар союзы рәйесе Салауат Ғәлимов, Кушнаренкола ғына түгел, тирә-яҡҡа билдәле Таш һындар паркын үҙ инициативаһы менән булдырған үҙешмәкәр скульптор, Кушнаренко районының почетлы гражданы Илфир Хәйруллин уға ҡушылып, инициатив төркөм булдыралар. Улар Ауыл хужалығы ғилми тикшеренеүҙәр институты директоры Әнүәр Хафиз улы Шәкирйәнов менән осрашып, фатиха һәм кәрәкле кәңәштәр алып, эшкә тотона. Талантлы йәш скульптор, Рәсәй Скульпторҙар союзы ағзаһы Илдус Закиров Стреляеваның һынын эшләргә ризалаша. Тик аҡса табаһы ғына ҡала. Бюджеттағы финанс алдан тәғәйенләнеп ҡуйғанлыҡтан, ҡапыл килеп тыуған идеялар ни тиклем генә шәп булмаһын, шунда уҡ аҡса бүленмәйәсәк.
Шунлыҡтан инициатив төркөм халыҡҡа мөрәжәғәт итергә була. Эшҡыуарҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ил төкөрһә – күл була. Район халҡы ла, бизнесмендар ҙа был изге эшкә ҡушылырға тырышты. Идея тыуғандан алып бюсты асҡанға тиклем өс ай самаһы ваҡыт үткәндер.
Ниһайәт, йәше лә, ҡарты ла тау башында урынлашҡан питомник янына Лидия Николаевна Стреляеваның һынын асыу тантанаһына йыйылды. Әнүәр Хафиз улы Шәкирйәнов әйтеүенсә, был республикала агрономға ҡуйылған беренсе һәйкәл. Уны асыуҙы быйыл беренсе синыфҡа уҡырға барған балаларға тапшырҙылар. Был бик урынлы булды, сөнки Лидия Николаевна тап киләһе быуынға ҡомартҡы итеп үҙенән һуң етенән ашыу виноград сорты ҡалдырған. Тантана шул тиклем матур булды, хатта иртән тамсылап торған ямғыр ҙа тыйылып тороп, халыҡ таралып бөткәс кенә, дәрте, йәшәү көсө ташып торған, күкрәгенә виноград тәлгәштәренән биҙәүес таҡҡан йәш ҡатындың аҡ һынын ҡотлап, яуып китте.
Үкенескә күрә, хәҙерге ваҡытта йәш быуынға үрнәк булырлыҡ кешеләрҙе социаль селтәрҙәге кәйеф-сафа ҡороусы ролик геройҙары, әхлаҡһыҙ йырсылар алмаштыра. Үҫмерҙәр йәшәгән ерендәге кешеләргә, уларҙың хеҙмәтенә, тормошона иғтибарлыраҡ булырға, ғилем ҡиммәттәренең бер ҡасан да арзанланмаясағын аңларға өйрәнһен ине. Шуға ла Илдар Дәүләтовтың киләһе проекты – Бөйөк Ватан һуғышының легендар геройы, яҡташыбыҙ, "ҡара генерал" Даян Мурзинға һәйкәл ҡуйыу. Уның был идеяһының да еңеллек менән тормошҡа ашыуын теләп ҡалайыҡ.
Светлана ШӘРИПОВА.
Автор фотолары.
Кушнаренко районы.