Кеше китә, эҙе ҡала, тиҙәр... Атайыбыҙ Әхмәҙи Фәйзерахман улы Фәхретдинов үҙенән һуң был тормошта юйылмаҫлыҡ тәрән эҙ ҡалдырып китте. Уның күркәм эштәре, ижад емештәре бер ҡасан да онотолмаҫ. Йыр-моңға, шиғриәткә ғашиҡ, рухлы, зыялы кеше ине атай.
Кеше китә, эҙе ҡала, тиҙәр... Атайыбыҙ Әхмәҙи Фәйзерахман улы Фәхретдинов үҙенән һуң был тормошта юйылмаҫлыҡ тәрән эҙ ҡалдырып китте. Уның күркәм эштәре, ижад емештәре бер ҡасан да онотолмаҫ. Йыр-моңға, шиғриәткә ғашиҡ, рухлы, зыялы кеше ине атай.
Ул 1934 йылдың 2 декабрендә Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында донъяға килә. Ауылда ете класты тамамлағас, 1950 йылда Темәс башҡорт педагогия училищеһына уҡырға инә һәм 1954 йылда уны уңышлы тамамлай. Баймаҡ районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй, ВЛКСМ район комитеты, «Баймаҡ» совхозының партия ойошмаһы секретары вазифаларын башҡара. Атайыбыҙ 28 йәшендә генә Әбделкәрим һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең директоры итеп тәғәйенләнә, һуңыраҡ Ярат, Таулыҡай мәктәптәрен етәкләй. 1964 йылда ситтән тороп Магнитогорск педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлай. Ауылда, район үҙәгендә бер генә сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй, бының өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙына, миҙалға лайыҡ була, конкурстарҙа еңеү яулай.
Әхмәҙи Фәйзерахман улы төрлө яҡлап һәләтле кеше булды. Әлеге көнгә тиклем йортонда үҙ ҡулы менән эшләгән өҫтәл, ултырғыс-эскәмйәләре, шкафтары, шкатулка, һырлы рамдары һаҡлана. Ауыл ҡыҙҙарының байтағы кейәүгә сыҡҡанда ул яһаған һандыҡтар менән тормош юлын башлап ебәрҙе. Күсей мәктәбендә эшләгән осорҙа атайыбыҙ белем усағына матур ҡапҡа эшләп ҡуя. Ул әле лә күсейҙәрҙең хәтерендә. «Иҫке ағас мәктәбебеҙҙең матур ҡапҡаһын эшләгән Әхмәҙи Фәйзерахман улы ошо ҡапҡа аша белем иленә аяҡ баҫҡан һәр баланың күңелендә үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡуйып китте, тип әйтһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Сөнки беҙҙең бала саҡ, мәктәп йылдары хәтирәләрен иҫкә төшөрөү менән күҙ алдыбыҙға ошо мәктәп ҡапҡаһы килеп баҫа... Ошо ҡапҡа алдында нисә быуын уҡыусы фотоға төшкән... Заманаға ярашлы, ҡапҡа башындағы лозунгтар үҙгәреп торғанда ла, ҡапҡабыҙ бирешмәй, белем иленә саҡырып торҙо... Эйе, мәктәп тарихына үҙ өлөшөн индергән, шул иҫке мәктәптә уҡып сыҡҡан һәр баланың күңеленә инеп ҡалған Әхмәҙи Фәйзерахман улын үҙе иҫән саҡта ауылыбыҙҙа, мәктәптә үткән осрашыуҙарға саҡырып, аралашып, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе әйтеп өлгөрмәгәнбеҙ... Үкенес», – тип иҫкә ала ҡәҙерлебеҙҙе Күсей ауылынан Сәғиҙә Байназарова. Атайыбыҙҙың алтын ҡуллы булыуына 1994 йылда нәфис көнкүреш әйберҙәренең район конкурс-күргәҙмәһендә ҡатнашып, 2-се урын яулауы ла дәлил.
Иҫемдә, беҙҙең өй тулы музыка ҡоралдары булыр ине. Бер нисә баян, гармун, ҡартатай эшләгән еҙ ҡурай, ҡумыҙҙар... Магазинда мандолиналар булмағас, уларҙы атайым почта аша һатып алып, мәктәп уҡыусыларын уйнарға өйрәткәйне. Баймаҡҡа барғанында магазиндан тальян гармун алып ҡайтып, беҙҙе лә уйнарға өйрәтте. Бер аҙҙан өйөбөҙҙә Германияла эшләнгән аккордеон хасил булды, атайым уйнап ебәрһә, моңло тауышын иҫебеҙ китеп тыңлай инек. Өфөнән ауыҙ гармуны алып ҡайтып, ауыл, район сәхнәләрендә уйнап, тамашасыларҙы таң ҡалдырғаны иҫтә. Уның почта аша яҙҙырып алған скрипкаһы ла булды, был музыка ҡоралында ла оҫта ғына итеп уйнаны. Ҡала ерендә фортепиано күреп ҡалһа, унда ла ултырып уйнай торғайны.
Ҡәҙерлебеҙ шиғырҙар, йырҙар ижад итеүгә һәләтле булды. Мәҫәлән, Ленин тураһында йырҙы атайым 1963 – 1965 йылдарҙа райондың Әбделкәрим мәктәбендә директор булып эшләгән осорҙа ижад иткән. Заманы шулай ине, партияның көслө осоро, барлыҡ ерҙә патриотик йырҙар башҡарыла, ижад ителә. Йырҙың тексын, нотаһын билдәле композитор Хөсәйен Әхмәтовҡа ебәрә һәм унан хуплау һүҙҙәре яҙылған хат ала. Аҙаҡ Ленин исемендәге колхоздың, мәктәп уҡыусыларының хорҙары ошо йырҙы район смотрҙарында башҡарып, призлы урындарға лайыҡ булды.
Атайыбыҙ Әхмәҙи Фәйзерахман улы менән әсәйебеҙ Хәлиҙә Сөләймән ҡыҙы ике малай һәм өс ҡыҙға ғүмер бирә. 63 йыл бергә иңгә-иң терәшеп, бәхетле ғүмер кисерҙеләр.. Бишебеҙгә лә матур тәрбиә, төплө белем бирҙеләр.
Бала саҡта беҙҙең өйҙә «Дружба» исемле ҙур радио ла булды. Әсәйҙең әйтеүе буйынса, уны атайым 1960 йылдың ҡышында Баймаҡтан 200 һумға хаҡын өс айҙа түләү шарты менән алып ҡайтҡан. Ул саҡта атайҙың эш хаҡы – 75, әсәйҙеке 30 һум булған. Бала саҡта, үҫмер йылдарында беҙ уға грампластинкалар ҡуйып, музыка тыңлай, бейей инек. Иҫтәлек булып, ҡайһы бер пластинкалар әле лә тыуған йортобоҙҙа һаҡлана.
Миңә ун йәш тирәһе булғандыр. Класташ малайҙар бер-бер артлы йәшел төҫтәге «Урал» велосипедтарына атланып, урам буйлап саба башланы. Баҡтиһәң, магазинға алып килгәндәр икән. Минең дә бик ныҡ «тимер ат»лы булғым килә. Был турала әсәйгә әйттем. Атайға өндәшеү юҡ – ул әсәйгә ҡарағанда ҡатыраҡ, ҙур йомош менән уға өндәшергә лә баҙнат итмәйбеҙ.
Бер аҙҙан атай: «Гармунда уйнарға өйрәнһәң, ҡарарбыҙ!» – тине. Үҙе гармунсы, баянсы булғас, минең дә гармунда уйнауымды теләгән инде, ләкин мин нишләптер өйрәнмәнем... Булған гармунды ике туған ағайҙар алып йөрөп, туҙҙырып бөткәйне. Велосипедлы булыу теләге тынғы бирмәй... Ни эшләргә? Өй аша ғына күршелә Хафиз ағай йәшәй ине (колхоз рәйесе Хөрмәт олатай Хәсәновтың улы). Киттем уға, хәлде аңлатып бирҙем. Хафиз ағай ҡаршы килмәне, тик шундай шарт ҡуйҙы – «гармунда уйнарға мунсала өйрәнергә кәрәк, тиҙерәк килеп сыға». Бөтәһенә лә риза инем, сөнки велосипед инде төштәремә инә башланы. Шулай итеп, көн һайын дәрестән һуң рәйестең ҙур, иркен мунсаһының эләүкәһенә ултырып алып, гармун күреген һуҙырға керештек. Уның араһында ике туған Ришат, Азамат ағайҙарҙан да дәрес алам. Бер аҙна тирәһе ваҡыт үттеме-юҡмы, гармунды ҡәҙимге тысҡылдатырға өйрәнеп алдым. Ниһайәт, әсәй аша атайға үҙемдең имтихан тоторға әҙер икәнемде белдерҙем. Имтихан алыусы атайға өс көй уйнап ишеттерҙем – «Бүләк» йыры һәм ике бейеү көйө. Ул минең уйнағанды тыңланы ла, тамаҡ ҡырып, бер һүҙ өндәшмәй сығып китте. Аптырашта ҡалдым, әллә гармунда уйнауым оҡшаманымы...
Бер-ике көндән Ришат ағайым мәктәпкә йүгереп килеп инде лә атайымдың миңә велосипед һатып алыуын һөйөнсөләне. Ҡыуанысым баштан ашты! Велосипедты ҡулға тотторғанда атай: «Гармунда уйнауыңды ташлаһаң, велосипедыңды һатам да ебәрәм», – тине. Хыялымдағы «тимер ат»тан ҡолаҡ ҡаҡҡым килмәне – гармунда уйнау оҫталығын арттыра барҙым. Атай, ағайҙар, күрше-тирә малайҙар менән бергә ултырып, гармун һуҙыу ғәҙәтемә инде. Өйҙә яңғыҙым булғанда, ҙур көҙгө алдына ултырып, гармун тартырға яраттым. Мәктәп йылдарында ансамбль менән гармун уйнаныҡ, районда ла сығыш яһаныҡ. Бер аҙҙан баянда ла уйнай башланым. Бөгөн баян менән гармун – айырылғыһыҙ моңдаштарым. Атайға шул саҡтағы дәресе өсөн рәхмәтлемен...
Атайыбыҙ уҡытып сығарған меңәрләгән бала уға төплө белем биргәне өсөн рәхмәтле. «Әхмәҙи Фәйзерахман улы методик яҡтан бик көслө уҡытыусы булды. Беҙҙе рус теленән уҡытҡайны. Миңә лә яҡшы белем биргәндер, тип уйлайым. Ҡайҙа уҡыhам да, бер ваҡытта ла рус теленән насар билдә алманым. Диктанттарҙы «өслө» билдәһенә яҙғаным булманы», – тип иҫкә ала атайымды Шафиҡ Йосоп улы Ноғоманов.
Атай ысын ир-егет, хәстәрлекле ғаилә башлығы, талапсан һәм талантлы уҡытыусы булды. Үҙенән һуң яҡты эҙ, тик йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Ул 2021 йылдың 26 ғинуарында, 87-се йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.
Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы Ишкинина, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: «Атай тормошта әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан, күпте белгән, зыялы, һәр яҡлап һәләтле кеше булып минең күңелдә урын алған. Кинйә ҡыҙ булғас, уның яғынан миңә ҡарата йомшаҡ мөнәсәбәт булды, апайымдарға эләкмәгән матур ҡурсаҡтар миңә алынды. Әрләгәнен бер ҙә хәтерләмәйем, бәлки, орошҡандыр ҙа, мөһим булмағас, иҫемдә юҡтыр, тип уйлайым. Атайымдан күп нәмәгә өйрәндем. Һүрәт төшөрөү, йыр-бейеүгә маһирлыҡ унан киләлер, баянда уйнарға ла унан өйрәндем. Уның һымаҡ мотоциклда, машинала йөрөргә өйрәнгем килә торғайны, был хыялымды олоғая төшкәс булһа ла тормошҡа ашырып, «тимер ат»ты йүгәнләнем. Үҙең олоғайғас ҡына атай-әсәйҙең һиңә һалған көсөн, һәләтен аңлайһың, баһалайһың икән ул. Миндә булған барлыҡ яҡшы сифат – атайымдан күскән аманат. Рәхмәт уға, йәне йәннәттә булһын».
Ғәли ФӘХРЕТДИНОВ.
Баймаҡ районы.