Сараға юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы, электән таныш булған Гөлсөм Йылҡыбаева алдан уҡ саҡырып ҡуйғас, ҡыуанып юлға сыҡтым. Кеше кеүек тыныс ҡына елдереп бар ҙа ет бит инде, әммә теле тик тормаған навигатор бер туҡтауһыҙ “һулға борол” да “һулға борол” тип ныҡышҡас, асфальт буйлап килгән ерҙән ҡырҡа һулға боролоп, ауылға индем. Инеп барған саҡта уҡ, был юлдан машина йөрөгәнгә оҡшамаған, тип аптырап та өлгөрмәнем, дөбөр-шатыр тәрән тәгәрмәс юлына барып та сумдым. Ни алға, ни артҡа китеп булмай, машина һулға ҡыйшайып, тамам ҡорһағына ултырҙы. Водитель яғынан ишекте асып сығып та булмай – көрт тәҙрәне тулыһынса тиерлек ҡаплаған. Ни эшләргә белмәй ултырғанда, күҙгә бер үҫмер салынды: ул һалмаҡ ҡына баҫып, машинаны төрлө яҡтан ҡарап сыҡты, алдан да, арттан да ятып уҡ ҡараны, шунан миңә пассажир яғынан сығырға ымланы. Ҡыҫыла-ҡыҫыла килеп сыҡтым. Үҫмер туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Сабур Әбүталипов ине. Бер аҙҙан ул көрәк алып сығып, машинаны ҡар аҫтынан таҙартырға тырышты, әммә тырышлығы бушҡа булды. Ул арала Гөлсөм, мине юғалтып, шылтыратты. Үҙемдең батып ултырыуым хаҡында әйткәс, хәҙер ярҙам ебәрербеҙ, тине. Мәктәп директоры Исмәғил Әбүталиповҡа минең бәләгә тарығанды һөйләп, ул ир-егеттәрҙе ярҙамға йүнәлтте. Улар килеү менән үк, машинаңды йә “Нива”, йә трактор менән генә һөйрәтеп сығармағанда, тиһәләр ҙә, барыбер күмәкләп (Сабурҙың атаһы ла ярҙамға сығып) этеп ҡаранылар. Тик машина ҡар тотҡонлоғонан сығырға ашыҡманы. Ә мәктәптә бит конференция башланды! Минһеҙ! Теләһә нимә эшләгеҙ, әммә, зинһар, сара тамамланғансы автомобилде сығарығыҙ инде, тигән үтенес-нәсихәт менән ҡуша машинаның асҡысын уҡытыусы Айгиз Ҡанафинға тапшырҙым да йәйәү мәктәпкә саптым. Унда мине барыһы ла ҡолас йәйеп ҡаршы алды, рәхмәт төшкөрҙәре, һәм яңылыш “Тасуири һөйләү” конкурсы булып ятҡан кабинетҡа индереп ебәрҙеләр. Бер генә уҡыусының илһамланып шиғыр һөйләгәнен ишетеп ҡалдым, мине икенсе ергә – “Проект эше”нә оҙаттылар. Ғилми эштәрҙе яҡлау барған кабинетта, ниһайәт, Гөлсөм Урал ҡыҙы, Гөлсинә Сәхәүетдинова менән күрешелде һәм, машинам нисек ҡарға сумһа, шулай уҡ башкөлләй эшкә сумылды.
Ҙурҙан ҡубып үткәрелгән, ойоштороу эшендә бөтөн мәктәп коллективы ҡатнашҡан конференция барышында уҡыусылар “Тасуири һөйләү” һәм “Проект эше” ижади бәйгеләрендә көс һынашты, шулай уҡ конкурсҡа ебәрелгән иншаларға һәм һүрәттәргә лә йомғаҡ яһалды. Иң ауыр, ҡатмарлы бәйге, әлбиттә, ғилми эштәр конкурсы булды. Ғилми эште яҙыр алдынан тәүҙә мәғлүмәт туплау фарыз: кешеләр менән осрашып әңгәмәләшеү, баҫмаларҙан, музейҙарҙан, архивтарҙан белешмәләр эҙләү. Артабан тупланған мәғлүмәттәрҙе тәртипкә килтереп, анализлап, ҡағыҙ битенә төшөрөү талап ителә. Иң һуңында шул эшеңде кем алдындалыр яҡларға ла кәрәк. Әгәр тәүге ике этапты уҡыусылар башлыса өлкәндәр ярҙамы менән атҡарып сыҡһа, өсөнсө этабында улар тик үҙҙәренең генә көсөнә, аҡылына, хәтеренә таяна ала. Ҡырҡмаһа ҡырҡ кеше һиңә ҡарап, һәр һүҙеңде иғтибар менән тыңлап ултырғанда, тулҡынланыуҙан белгәнеңде лә онотоуың ихтимал. Шуға ла был конкурста төплө аҡыллы ҡыйыуҙар ғына ҡатнашырға йөрьәт итә алалыр, тим. Шығайҙа һигеҙ уҡыусы ғилми эшен конкурсҡа килтергәйне. Һәр эш Хәтер һәм дан йылына бағышланып, уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм тыл ветерандары хаҡында йыйған мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. Мәҫәлән, Мәхмүт ауылынан 7-се синыф уҡыусыһы Азамат Хафизовтың өс олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан: Ғибәт Зиннәт улы Йәғәфәров, Ғәни Әбделғәни улы Ҡолбирҙин, Ғәлимйән Алсынбай улы Хафизов. “1926 йылда Белорет районы Үҙәнбаш ауылында тыуған Ғәлимйән олатай 1942 йылда үҙ теләге менән һуғышҡа китеп, 1944 йылда хәбәрһеҙ юғала”, – тип һөйләне Азамат. Исмаҡай мәктәбенән Ангелина Ҡужаҡова – яугир Ғәли Усман улы Ғәниев, Үткәл мәктәбенән Гөлсинә Йомағужина Ырыҫйән Ғәлиастанов тураһында бәйән итте. Белорет лицей-интернаты уҡыусыһы Розалина Байымова “Улар еңеү яуланылар” тип аталған эше менән олатаһы Сәйфулла Фәттәх улы Ирғәлиндың тормош юлын байҡаны. Асы урта мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы Гөлнәзирә Саҙретдинова “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветеран-уҡытыусылар” тигән күләмле эше менән һоҡландырҙы. Ҡаһарман мәктәбенән Уралиә Мусина, Сермәндән Элина Хәтмуллина ла ҙур эш башҡарғайны. Шығай мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Айсилә Нурмөхәмәтованың эше, әлбиттә, Советтар Союзы Геройы, 2-се Украина фронтының танк батальоны орудиеһы командиры, гвардия старшинаһы Шаһи Ямалетдин улы Ямалетдинов хаҡында ине.
Герой тураһында айырым яҙмау яҙыҡ булыр: 1914 йылдың 20 апрелендә Белорет районының Шығай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған Шаһи Ямалетдин улы, етенсе синыфты тамамлағас, 1934 йылда Белорет районы халыҡ мәғарифы бүлеге янындағы уҡытыусылар курсында уҡый. 1936 – 1938 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1939–1940 йылдар арауығында Шығай ауыл советы секретары, рәйесе булып эшләй. 1941 йылдың октябрь айында Башҡорт АССР-ының Белорет районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылдан башлап Көньяҡ-көнбайыш һәм 2-се Украина фронтында хеҙмәт итә. Ул Чехословакияны азат иткәндә батырлыҡ ҡылып, тарихта ҡала: 1945 йылдың 18 апрелендә Брно ҡалаһына рейд ваҡытында уның танкы дошмандың 2 танкыһын һәм 3 танкыға ҡаршы тубын юҡ итә. Экипаж командиры һәләк булғас, Шаһи Ямалетдинов етәкселекте үҙ өҫтөнә ала. Весёлки тип аталған ауыл янында илбаҫарҙарҙың йәнә 3 бронялы машинаһы юҡҡа сыға. Үҙенең ҡыйыулығы, тәүәккәллеге менән Шаһи Ямалетдинов батальон командалығы ҡуйған бурыстарҙы теүәл үтәй. Хәрби бурыстарҙы атҡарғандағы ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн 1946 йылдың 15 майында Шаһи Ямалетдинов Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалына, шулай уҡ Советтар Союзы Геройы тигән исемгә лайыҡ була. Гитлер Германияһын тар-мар иткәндән һуң ҡыйыу танкист милитаристик Японияға ҡаршы һуғышта ла ҡатнаша. Ғүмере ахырынаса ауылында уҡытыусы булып эшләгән Герой 1968 йылдың 28 майында донъя ҡуя. Уны тыуған ауылы Шығайҙа ерләйҙәр. Белорет ҡалаһында ҡаһарманға бюст ҡуйылған. Шаһи Ямалетдиновтың иҫтәлегенә 1990 йылдан бирле районда еңел атлетика эстафетаһы үткәрелә, Шығай ауылының үҙәк урамына уның исеме бирелгән. 2014 йылда Шығай мәктәбендә мемориал таҡтаташ ҡуйылған. 2019 йылдың 12 декабрендә Шығай урта мәктәбенә геройҙың исеме бирелә. Был – белем усағы өсөн күптән көтөлгән, иҫтәлекле, тарихи ваҡиға.
– Мәктәпкә герой исемен биреү ниәте үткән быуаттың 90-сы йылдарынан алып бар ине, – тип мәктәп директорының урынбаҫары Зилә Сәйфуллина тулҡынланыуын йәшермәне. – Шөкөр, теләгебеҙ тормошҡа ашты. Ғорурлыҡ тойғоһо менән һуғарылып үтте бөгөнгө тулҡынландырғыс сара.
Конкурста ҡатнашыусы балалар өсөн дә сара тулҡынландырғыс булды, сөнки уларҙың ижади эштәре баһаланды. “Проект эше” бәйгеһендә 5 – 8 синыфтар араһында Ангелина Ҡужаҡова, Азамат Хафизов, Розалина Байымова, 9 – 11-селәр араһында Гөлсинә Йомағужина, Айсилә Нурмөхәмәтова, Уралиә Мусина еңеүселәр булып танылды. Иншалар конкурсында Айлина Камалетдинова (Мәхмүт), Айгөл Фәтҡуллина (Исмаҡай), Зиннур Ғәлимов (Бриштамаҡ) һәм Мирас Вәлиуллин (Мәхмүт мәктәбе), Айсилә Нурмөхәмәтова (Шығай), Рәмилә Динисламова (Белорет лицей-интернаты) дипломдар менән бүләкләнде. Тасуири һөйләү конкурсында Солтан Мансуров (Белорет лицей-интернаты), Гөлминаз Хафизова (Шығай), Илнур Ғәлимов (Бриштамаҡ) һәм Рәмилә Динисламова, Гөлсинә Йомағужина (Үткәл), Эльза Ҡорманаева (Мәхмүт) еңде. Һүрәттәр конкурсында Динара Һибәтова (Шығай), Камилла Шәрипова (Асы), Айгизә Мөхәмәтйәнова (Сермән), Рәфилә Хафизова (Исмаҡай), Аделина Рәхимова (Мулдаҡай), Фидан Ғәйнетдиновтың (Бриштамаҡ) һүрәттәре юғары баһа алды. Уҡыусыларҙы әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Әлиә Ғәниева, Гүзәл Мусина, Илүзә Хәлилова, Нурсилә Йомағужина, Рәсилә Ғәниева, Нияз Хөсәйенов, Әнисә Хәйбуллина, Нәсимә Шәғәлинаға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Мәктәп музейы менән танышып, төшкө ашты ашағандан һуң еңеүселәрҙе тәбрикләп, сара өсөн төп яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған З. Үтәғолов исемендәге премия лауреаты, Шығай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Йылҡыбаеваға, конференция эшендә йүгереп йөрөп ҡатнашҡан берҙәм уҡытыусылар коллективына рәхмәт уҡып таралыштыҡ. Юғары кимәлдә ойошторолғас, сара күҙ асып йомғансы үтте лә китте.
Әйткәндәй, был ваҡытҡа Айгиз Ғәзиз улы машинаны ярҙамсыл Шәфҡәт Мәғәфүров менән сығарып, мәктәп янына килтереп ҡуйғайны. Шуға ла бынан ары Шығайға һис бер ҡурҡыуһыҙ, киреһенсә, оло теләк менән йөрөлөр инде: унда Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдиновтың үҙ эшен яратҡан, һәр сараны ла һоҡланғыс итеп уҙғарған, татыу, берҙәм, бына тигән дан яҡташтары йәшәй – бәлә-ҡазаға тарығаныңда һис тә ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡтар.