Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Октябрь 2019, 16:55

Беҙҙең ҡаһарман өләсәйебеҙ

1920 йылдарҙан алып Башҡортостанда ғына 52 меңдән ашыу кеше репрессияға эләгә. Был һандарҙың һәр береһе артында – бик күп ғаиләнең ҡыйратылған яҙмыштары, уларҙың яҡындарының ҡанлы күҙ йәштәре. Бөгөнгө яҙмаларымды шул кешеләрҙең иҫтәлегенә бағышлайым.



Йәш ҡатындың иңенә төшкән ауырлыҡтар
1930 йылдың көҙө. Күсей янын­дағы Тәпәшәк билән һыртынан һуҡмаҡ буйлап бик ныҡ арыған йәш ҡатын төшөп килә. Муйынына аҫып бәйләгән сабыйын бер ҡулы менән күкрәгенә ҡыҫҡан, икенсе ҡулы менән бәләкәй ҡул арбаһын һөйрәгән. Арба төбөндә таш тирмән һәм бәләкәй төйөнсөк ята, бер мөйөштә ике йәштәрҙәге ҡыҙ ултыра. Дүрт йәштәрҙәге малай әсәһенең итәгенә тотоноп атлай, уларҙың артынан 13, 9, 6 йәштәрҙәге өс бала эйәргән.

Был 35 йәшлек йонсоу ҡатын – Хөсниямал өләсәйем, ә алты йәшлек ҡыҙы әсәйем Хәбирә була. Уларҙы ошо хәлдә күргән ауылыбыҙҙың бер олоһо, күҙенә йәш алып: “Өләсәйең шул тиклем ыҙаланы бит, эт күрмәгәнде күрҙе”, – тип һөйләгәйне.

Әле күптән түгел Иҫәнбәт ауылының хөрмәтле абыстайы булып, ҡыҙ балаларға һабаҡ биреп ултырған ҡатындың һөйөклө балалары менән ошо хәлдә йөрөүенә илдә башланып торған репрессиялар сәбәпсе була.

1929 йылдың октябрендә беҙҙең яҡтарҙа репрессияларҙың беренсе тулҡыны үтә. Төрлө ауылдан 58 кешене ҡулға алып, Өфө төрмәһенә оҙаталар. Уларҙы контрреволюцион ойошмалар төҙөүҙә ғәйепләйҙәр һәм, туҡтауһыҙ һорау алыуҙан һуң, үҙ “ғәйептәрен танырға” мәжбүр итәләр.

1930 йылдың 20 майында 58-се статья буйынса ғәйепләнеүсе 58 кешене “тройка” иң юғары язаға – атыуға хөкөм итә. Ошо бәхетһеҙҙәр араһында Иҫәнбәт ауылының муллаһы, беҙҙең 38 йәшлек олатайыбыҙ Әхмәтзәки Лотфулла улы Туҡтамышев та була.

Ул революцияға тиклем Троицк ҡалаһында “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем ала, 1917–1918 йылдарҙа Орск ҡалаһында уҡытыусылар курсында уҡып ҡайтып, балаларға белем бирә. Ә 1924 йылдан мәсеттә мулла булып тора, ауылдаштарын доғалар һәм үләндәр менән дауалай, иген игә, мал аҫрай, балалар үҫтерә. Уҡымышлы, тырыш, эшкә егәрле олатай, бала саҡта бер ҡулы зәғифләнеп ҡалыуға ҡарамаҫтан, хужалыҡ эштәрен үҙе атҡара, хеҙмәтсе тотмай. Ҡулға алынғанда “дело”һынан күренеүенсә, уның 13 аты, 5 һыйыры, 10 баш һарыҡ-кәзәһе, 10 дисәтинә ере булған. Был турала уның “дело”һы менән танышып, ейәнсәре Рәшиҙә Лотфуллина “Йәшлек” гәзитендә (“Ҡартатайға килдем”, 1995 йыл, 2 ноябрь) яҙып сыҡты.

Өләсәй, әлбиттә, иренә ниндәй ҡурҡыныс ғәйептәр тағылғанын белмәй. Тормошобоҙ етеш булғанға, кулак итеп алып киттеләр, тип уйлағандыр. Сөнки бер саҡ ул минән: “Шул ваҡыттар кире килһә, ярты Күсейҙе алып китерҙәр инеме икән?”– тип һораны. Баҡтиһәң, бер көндө күршеләрҙең көтөүгә мал сығарғанын ҡарап ултырған икән.

Олатай әйләнеп ҡайтмай. Ә өләсәй алты балаһы менән урамда тороп ҡала. Тәүҙә уны ла балалары менән ҡайҙалыр ебәрергә уйла­ғандар. Өйҙән ҡыуып сығарғас, оҙон арбаға тейәлергә ҡушалар. Ҡайҙан ниндәй фарман килгәндер, көнө буйы арбала ултырып арыған балаларға кискә табан төшөргә ҡушалар, ләкин өйгә лә, аласыҡҡа ла инергә рөхсәт итмәйҙәр. Был турала Рәфҡәт ағайым үҙенең хәтирәләрендә яҙып ҡалдырған.


Балаларының ғүмере өсөн көрәш

Ошо көндән башлап өләсәйҙең тормошо балаларының ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу өсөн туҡтауһыҙ көрәшкә әйләнә. Әлбиттә, ярҙам итергә теләгән кешеләр ҙә була. Ләкин ул ауыр йылдарҙа кем ете кешене өйөнә индереп йәшәтә йәки көн һайын ашата алһын. Шулай ҙа кемдер йәшәргә үҙенең мунсаһына индерә. Мәҫәлән, Басайҙан Садиҡ Сөләй­мәнов тигән кеше. Кемдер әҙ-мәҙ ризыҡ менән ярҙам итергә тырыша, ә ҡайһылар “кулак” ҡатынын яҡынлатыуҙан ҡурҡа.

Йәй көнө Ирәндектең емеш-еләге, үлән­дәре ҡотҡара, ә көҙөн ул балаларын алып Магнит, Сибай яҡтарындағы баҫыуҙарҙа айҙар буйы башаҡ сүпләп йөрөй. 60 – 70 саҡрым алыҫлыҡтағы ерҙәргә барып сығалар. Йыйған башаҡтарын таш тирмәндән үткәреп, балаларына бешереп ашата, төндәрен һалам аҫтарында үткәрәләр.

Шулай бер ваҡыт Сибай яғынан ҡайтып килгәндә ҡар ҡатыш ямғыр яуа башлай. Лысма һыу булып, бик ныҡ өшөйҙәр. Аҡтыҡ көсөн йыйып атлаған әсә: “Балаларым ҡолап ҡына ҡуймаһын, нисек тә Төркмәнгә барып етергә кәрәк, эт-ҡошҡа ем булып ятырбыҙ”, – тип уйлай. Көс-хәл менән ауылға барып етеп, иң ситке өйҙөң ишеген ҡаға. “Асма­һалар, балаларымды ҡосаҡлап, ошонда ғына ятып үлербеҙ, башҡа ҡыбырларлыҡ та хәл юҡ, тип уйлағайным, бер ҡатын асты ишекте, уның үҙенең дә балалары бар ине. Беҙҙе күреү менән индереп, йүгереп йөрөп балаларымды сисендереште. Урындығына теҙеп һалып, өҫтәренә булған нәмәләрен япты. Тиҙ генә ҡаҙан аҫтына ут яғып ебәрҙе. Йылы һыу эсергәс, балалар йоҡлап китте. Кейемдәрҙе киптерергә элдек тә йоҡларға яттыҡ. Балаларым имен-һау ҡалды. Шул ҡатынға аят бағышламаған көнөм булманы”, – тип һөйләгәйне. Исемен һорашып ултырғайным, шунда уҡ яҙып ҡуймағас, иҫтән сыҡҡан.

Шулай этләнеп йөрөп балаларын кеше иткән өләсәйем. Өлкәндәре бик иртә эшкә егелә. Туғыҙ йәшлек Миҙхәте бәләкәйҙән генә старателдәргә ярҙамлашып йөрөй. 13 йәшлек Хәбибәһе хәлле кешеләргә тамаҡ хаҡына бала ҡараша, өй эштәрендә булыша, өләсәй үҙе ҡул эштәренә оҫта була. Алты йәшлек Хәбирәһен дә Ишбирҙелә берәү­ҙәргә бала ҡарашырға бирә. Бер аҙҙан хәлен белергә бара ла, бик ныҡ йонсоп киткәнен күреп, Басайҙағы ҡайынһеңлеһенә алып китә.

– Фатима, ағайыңдың төҫө итеп бер балаһын булһа ла үҫтерешеп бирегеҙ. Бына Хәбирәмде алығыҙ. Хәҙер генә ҡул араһына инергә тора. Һөйләш кейәү менән, – ти.

Шулай итеп, әсәйем үҙҙәренең балалары булмаған апаһы менән еҙнәһе ҡулында тороп ҡала, ун йыл тирәһе улар менән йәшәп, буй еткерә.

1934 йылда өләсәйем тыуған ауылы Күсейгә ҡайта, туғандарының кәңәше буйынса балаларына, ҡайныһының исеменә ярашлы, Лотфуллиндар фамилияһын бирә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң ауыр мәлдәрҙә аслыҡтан да, һыуыҡтан да үлтермәй алып ҡалған Мөнирәһе менән Рәшите ауырып үлеп китә. Олатай киткәндән һуң тыуған биш йәшлек Рәшитенең үлер алдынан ашарға нимәлер һорағанын, ул ризыҡ үҙендә булмағас, өйҙән-өйгә йөрөп эҙләгәнен, ләкин таба алмағанын иламһырап һөйләй торғайны.

Һуғыш йылдарында яҡындарым, үҙҙәре әйтмешләй, ил күргәнде күреп йәшәй. Ауылда өләсәйем Хәбибәһе һәм уның кесе ҡыҙы Рәмзиә менән көн итә.

Әсәйем менән Рәфҡәт ағайымды Учалы яғына торф сығарырға ебәрәләр. Унда ағайым һалҡын тейҙереп, бик ныҡ ауырып китә, хатта бер көн иҫен юғалтып йығыла. Бер аҙ рәтләнгәс, әсәйемә ҡустыһын алып ҡайтырға рөхсәт итәләр. Эш хаҡына бирел­гән аҙыҡ­тарын йөкмәп, йәйәүләп, ауылдарҙа туҡтай-туҡтай ҡайтып етәләр. Был 1943 йылдың ҡышы була. “Ул ваҡытта кешеләр һәйбәт булды, йоҡларға индерә торғай­нылар”, – тип һөйләгәне иҫемдә әсәйемдең.


Өләсәйем – минең хәтеремдә

Мин иҫ белгәндә өләсәйем күрше урамда үҙенең йәтеш кенә өйөндә йәшәй ине. Кәртә-ҡураһы, баҡсаһы булды. Мал-тыуар тотманы, ләкин картуф, йәшелсә үҫтерҙе. Беҙ өләс менән үҙебеҙҙең өй араһында йүгерешеп йөрөп үҫтек. Уның ташҡабаҡ ҡушып бешергән бутҡалары, тәмле ыумастары ныҡ иҫтә ҡалған.

Һуңғараҡ ул ике улына ла барып йәшәне, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен үҫ­тереште. Олоғайған көнөндә беҙҙең атай-әсәйҙең тәрбиәһендә булды.

Тура һүҙле өләсәйебеҙ кемгәлер ярарға тырышып, алдашып, ике йөҙлөләнеп ултырманы, ныҡыш, үҙ һүҙле ҡатын булды.

Һаулығына зарланманы, үлеренән ал­дараҡ: “Үҙ ғүмеремдә бер төймә лә дарыу ашаманым, тәнемә энә ҡаҙатманым”, – тип ултырҙы. Ләкин ҡайҙа йөрөһә лә, үҙе менән үләндәрен алып йөрөнө, үҙенә үҙе һөлөк ҡуйырға яратты. Тағы бер ғәҙәте булды: йыш ҡына сәйҙең ҡурғашлы ҡағыҙына ашай торған майҙы һылай ҙа башына һалып, өҫтөнән яулыҡ ябынып ҡуя ине. Бер ваҡыт миңә лә: “Кеше балаларын күп уҡытып, мейең кибеп ҡуймаһын, башыңа май һылап йөрө”, – тине. Мин көлдөм дә ҡуйҙым. Ә бөгөн ғалимдар ҙа шул кәңәште бирә бит.

Үлеренән ике ай элек, әсәйем аҙыраҡ ял итһен тип, үҙебеҙгә, Сибайға, алып ҡайттым. Шул көндәрҙә башынан үткәндәрҙе күп һөйләне ул миңә. Бер саҡ әйтеп ҡуйҙы: “Ҡайғыны күп күрҙем, рәнйетеүселәр ҙә күп булды. Барыһын да кисерәм. Хоҙайҙан бер генә нәмә – еңел үлем һорайым”. Теләге ҡабул булды: үҙ аяғында йөрөп, төш ваҡы­тында ярты сынаяҡ сәйен эсеп, йән биргән.

Ял итергә китерҙән ике көн элек ауылға алып барҙыҡ. Барып, бер-ике сынаяҡ сәй эскәс: “Исхаҡ мулла үтеп ҡалған икән, мин мәйет янына барайым әле”, – тип ҡуҙғалды. Зөлхизә апайым менән оҙата сығып, ҡулына таяҡ тотоп, бер аҙ алға эйелеңкерәп, һәлмәк кенә атлап барғанын икенсе урамға борол­ғансы ҡарап торҙоҡ.

Юлға сығырға әҙерләнеп йөрөгән көндә үлем хәбәрен алдыҡ. 1983 йылдың июлендә 88 йәшендә 29 ейән-ейәнсәрен, күп кенә бүлә-бүләсәрен күреп, донъя ҡуйҙы тынғыһыҙ өләсәйебеҙ.


“Дошман балаһы” тип кәмһетелеү бигерәк ауыр

Олатайым 1989 йылдың 26 апрелендә аҡлана. Был турала беҙ райондың “Октябрь байрағы” гәзитенән белдек. 90-сы йылдар башында унда аҡланыусыларҙың исемлеген баҫтыра башлайҙар.

Бер көндө ауылға ҡайтып килгән Шамил ҡустым шылтыратып: “Олатайҙы аҡлағандар икән, әсәйҙе шул тиклем йәлләнем, уның хәлен һүҙ менән аңлата алмайым”, – тине.

Көн һорап, икенсе көндө үк юлға сыҡтым. Атай менән әсәйҙең икеһе генә йәшәгән сағы. Көҙгө артына ҡыҫтырып ҡуйған еренән алып гәзитте миңә һуҙғанда ҡулының ҡалтырауынан ул көҙгө елдәге ҡоро япраҡ кеүек елпелдәй ине. Уның өсөн борсолоуҙан биш кешенән торған исемлектә олатайҙы ҡапыл ғына таба алмай ултырҙым. Табып уҡығас, әсәйемә ҡараным. Бите буйлап эре-эре күҙ йәштәре аға, береһе танау осонда эленеп тора. Ул уларҙы һөртмәй, ҡулдарын тубыҡтарына ҡуйып, бер нөктәгә текәлгән. Нисек йыуатырға белмәй, үҙем дә илап ебәреүҙән саҡ тыйылып: “Олатай аҡланып ҡайһылай һәйбәт булды”, – тигән булдым. Әсәйем: “Эйе шул”, – тине. Исемлектәге Тоҡтағол ауылы кешеһе тураһында һораным, олатай тураһында Фатима инәйем һөй­ләгәндәрҙе иҫкә төшөрөп ултыра торғас, әсәйем яйлап тынысланды. Ул кистә атайым беҙҙең һүҙгә ҡыҫылманы. Икенсе көндө икебеҙ генә ҡалғанда: “Алай ҙа килдең, ҡыҙым”, – тине. Әсәй өсөн ныҡ борсолоп йөрөгәндер инде.

Ул көндәрҙә әсәйемдең башында ниндәй уйҙар ҡайнап, күңелендә ниндәй дауыл ҡупҡанын үҙе генә белде.

Етемлек берәүгә лә еңел түгел. Ләкин “дошман балаһы” тип кәмһетелеп, кәмһенеп йөрөүҙәр бигерәк ауыр булған, әлбиттә. Әсәйем бер ваҡытта ла тормошҡа зарланып һөйләмәне, һүҙ ыңғайында ҡай саҡ: “Етемлектең үҙәккә үткәргән саҡтары күп булды. Уҡыуға шәп булһам да, атайһыҙ булғас, уҡый алманым. 7-се класты бөтә алһам, мотлаҡ уҡытыусы булыр инем”, – ти торғайны. Был уның иң ҙур хыялы булғандыр, күрәһең. Сөнки 5 класс белеме менән ул беҙҙе мәктәпкә үҙе әҙерләп, уҡырға-яҙырға өйрәтеп ебәрҙе. Өнһөҙ күҙ йәштәре артында күпме тормошҡа ашмаған хыял, өҙөлгән өмөт торғандыр.

Миҙхәт апам менән Рәфҡәт ағайым атай­ҙарының аҡланыуын нисегерәк кисер­гәндәрҙер – әйтә алмайым.

Тик бер хәл хәтеремдә яҡшы һаҡлана: туғандар менән күмәкләп Иҫәнбәттең бер күле янында ял иткәндә әсәйем менән аға­йымдың башҡаларҙан ситкәрәк китеп, икәүһе генә ултырғанын күреп, эргәләренә барҙым. Етеп барғанда ағайымдың: “Һөйәк кенәләре ҡайҙа ята икән”, – тигән һүҙҙәрен ишетеп кире боролдом. Улар ул саҡта 80-гә етеп килә ине.

Олатайҙың аяныслы яҙмышы бала­ла­рының күңелендә ғүмергә уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырғанын шул көндө тағы бер тапҡыр яҡшы аңланым. 60-сы йылдарҙа бәләкәй ауылдарҙы бөтөрөү тураһында һүҙ барғанда Миҙхәт апам: “Атам йортон (йәғни ауылын) таш­лап, бер ҡайҙа ла китмәйем”, – тип ултырҙы. Һис шикһеҙ, шулай итер ине. Ләкин Иҫәнбәт бөтмәне, киреһенсә, төҙөкләнә, ҙурая барҙы. Бөгөн унда балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп, клуб, мәсет бар. Дүрт йортта бер-береһенә күршеләш булып апам­дың балалары йәшәй.

Был ерҙәрҙә ҡасандыр Әхмәтзәки мулла Туҡтамышев йәшәгәнен хәтерләтеп торған тағы бер урын бар. Күсей менән Басай ара­һында юлдан ситтәрәк ағып ятҡан бәләкәй шишмә ул. Элек уны “Зәки мулла ҡоҙоғо” тип йөрөткәндәр, ә хәҙер “Мулла ҡоҙоғо” тиҙәр. Олатайҙың ҡоҙоғо ла, нәҫеле лә ҡоромаған. Туғандарым барыһы ла, тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеп, матур йәшәне, ауыл­даштарының ихтирамын ҡаҙанды. Өлгөлө ғаилә башлыҡтары булып, балаларына матур тәрбиә бирҙе.

Ошо бай нәҫелде һаҡлап алып ҡалған өләсәйем Хөсниямал Зекериә ҡыҙы Лотфуллинаның яҡты иҫтәлеге алдында башымды эйәм.


Читайте нас: