Әсәй, ҡайт! Һинһеҙ ҡыйын, әҙгә генә булһа ла ҡайт! Инде йәшәүемә ярты быуат үтеп китһә лә, мин йыш ҡына ошолай аҙарынып өнһөҙ генә ҡысҡырам. Тик тауышым ҡайтауаз булып үҙемә кире ҡайта. Сирек быуат уҙһа ла, мәңге уңалаһы түгел был яра, ҡанһырап һыҙлай һаман...
25 йәшемдә өс йәше лә тулмаған ҡыҙымды ҡосаҡлап әсәйһеҙ ҡалыуымды – яҙмышымдың иң бәхетһеҙ осоро, тип иҫәпләйем. Ул саҡта үҙемдән кесе өс туғаным, атайым өсөн иң ҡараңғы мәлдәр башланды. Ҡояшыбыҙ һүнеп, донъябыҙ ҡараңғыланды. Асылмаҫ ҡара томандар уратыуында оҙаҡ үкһенек. Хатта атайымдың ауыр ыңғырашып, теҙҙәрен туҡмай-туҡмай илап ултырғанын йыш күрә инем. Нисек кенә ауыр булмаһын, ул яҙмышҡа күнәһең, ауыр ҡайғыларҙы йөкмәп булһа ла, артабан йәшәргә көс табаһың икән.
Әсәй! Ошо ғәзиз һүҙҙе оҙаҡ йылдар, хатта бар ғүмерем буйы өндәшеп йәшәргә яҙмаған икәнен, ул бәхеттән мәхрүм икәнлегемде бар тулылығында төшөнәм хәҙер. Яҡты донъяла 45 кенә йыл, шуның 25 йылын беҙгә, дүрт балаһына, әсә булып йәшәп, гүр эйәһе булған күҙ нурымды ғүмерем буйы юҡһынып зарығырмын инде...
Әсәйле сағым – иркәле сағым! Эй, һағынам шул мәлдәрҙе, хыялый булам.
Иртә таңда уянып, атайымды эшкә әҙерләүен шым ғына күҙәтеп ятырға ярата инем. Тәүҙә мейестә ут яғып сәй ҡайната ла, атайымды уята. Бик йыш, иртәнге сәйгә танһыҡ аш тип, тиҙ генә күмәс баҫа һалып бешереп ала. Шул саҡ өйгә тәмле генә май, күмәс еҫе тарала. Әле лә тоям шул хуш еҫте.
Аҙаҡ әсәйем менән атайым шым ғына, беҙҙе уятып ҡуймайыҡ типтер инде, сөкөрләшә-сөкөрләшә сәй эсә. Атайым эшенә киткәс, Зилфир ҡустым менән миңә торорға ваҡыт етә. Гөлшат менән Динар бәләкәй әле, улар иҫ белмәй йоҡлай. Иң тәүҙә әсәйем сәстәремде тарап үрә. Үҙем быға әле бик эшкинеп бөтмәйем. Тәмләп сәй эсеп алғас, мәктәпкә китәбеҙ. Эй, бала саҡ – бер ниндәй уйһыҙ саҡ!
«Эшләп үҫегеҙ, эштән кеше үлмәй, эшләгәнегеҙ минең өсөн булһа, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн»,– тип әйтергә яраттың гелән, әсәй. Үҙең дә егәрле, уңған инең. Һин мәрхүмә булғас, Мәрзиә өләсәйем һамаҡлап илар ине гелән. «Ай, Аллам, ниңә генә улай иртә иң егәрле, иң белекле баламды алдың инде. Әсәйең бит өс кенә йәш сағынан, үҙ йомошо менән тышҡа сыҡҡан арала ла, бер буш инмәҫ ине, өс утын ағасы булһа ла ҡосаҡлап алып инер ине, йә инде, йә!» – тип өҙгөләнеп иланы ул.
Бөтмөр булдың, өлгөр инең, әсәй, беҙҙән дә шуны талап иттең. Иҙән йыуһам, эшемде оҡшатмаһаң, яңынан ҡушыр инең: иҙәнгә һыу һирпер инең дә, ҡулға һеперткенән таяҡса һындырып алып биреп, иҙән таҡтаһы араларын соҡоп таҙартып йыу хәҙер үк, урын-еренә еткереп эшлә, йәһәт бул, тип зыйлата инең. Солан иҙәнен кәлсер менән ҡырып, балауыҙҙай һап-һары итеп йыуа торғайныҡ. Атайым эштән ҡайтып инә лә, әпәт минең һуғым бысағын тотондоғоҙмо, тип әрләп ала.
Аш-һыуға ла талапсан булдың, әсәй. Атайың магазин туҡмасын үҙһенмәй тип, гел һеңлем менән минән туҡмас ҡырҡтырҙың. Бәләкәсерәк саҡта өҫтәлде буйламай, был эште ултырғысҡа тубыҡланып атҡарҙыҡ. Бармаҡ һырттарын бысаҡ менән уйып ала-ала оҫтарҙыҡ барыбер.
Шул тиклем гөлдәр үҫтерергә яраттың, әсәй! Уларға һыу һибергә онотһаҡ, бына үҙегеҙгә лә бөгөн сәй эсеү юҡ, тип әйтә инең киҫкен генә. Шунан арҡабыҙҙан тупылдатып һөйөп, селтер шишмәнең тауышын хәтерләтеп, көлөп ебәрә инең.
Салғы, тырма, һәнәк тоторға ла һинән өйрәндек. Нимә-нимә, минең йыуған керҙәремде гел маҡтаның, әсәй. Ошо Гөлнара ҡыҙым йыуһа, эй таҙа йыуа шул, магазиндан алғандағы кеүек яңыра ла китә барыһы ла, тип гелән ихлас ҡыуандың. Мин ни шул саҡта ҡупайып китәм.
Эй балаларҙы яраттың, әсәй, илгәҙәк, ихлас булдың. Ейәнсәрең – ҡыҙым Гөлдәр тыуғас, минең ҡулға уны сәпсим тотторманың. Бар, эшең менән бул, тиер инең, ә үҙең бала менән ҡыр-ғәләмәт киләһең. Бәхет йәшәй ине беҙҙең менән, әсәй, һин тере саҡта!
Ҡайҙа һин әле, әсәй? Әсәйем беҙҙән китәһе көндө атайым таң алдынан төш күргән. Шунан ҡапыл уянып, йәһәт кенә беҙҙе торғоҙоп, әсәйебеҙ янына алып китте. Инйәрҙә дауаханала ята ине ул ваҡытта ҡәҙерлебеҙ. Төшөн аҙаҡ ҡына, әсәйебеҙ донъянан уҙғас ҡына, һөйләне ул беҙгә. «Имеш, күмәкләп Инйәр йылғаһында һал һаллап йөрөйбөҙ икән. Ҡапыл һалыбыҙ ысҡынып аҡты ла китте. Әсәйегеҙ шул һалға ултырып, йырлай-йырлай ағып китте», – тине ул әрнеп, өҙгөләнеп.
Ҡайҙа һин, әсәй?! Йылғаларҙан даръяларға юлығып, йырлай-йырлай һаман шулай йөҙөп йөрөйһөңмө икән әллә? Ҡайтып китһәңсе аҙға ғына, саҡҡа ғына, әсәй!