Яугир-шағир Мәлих Харистың “Батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын мине лә Тыуған ил...” шиғырын йөрәгебеҙгә уйып, тормошобоҙ девизы итеп алһаҡ та яҙыҡ түгел – батырҙарын, ысын ул-ҡыҙҙарын, халҡым, тип йәнен-тәнен аямай көрәшкәндәрен, тыныс тормошта хеҙмәт фиҙакәрлеге күрһәткәндәрен онотҡан, йәғни үткәнен белмәгән, бөгөнгөһөн барламаған, алдағыһын уйламаған халыҡтың киләсәге юҡ.
Шөкөр, хәтеребеҙ тере, күңелебеҙ уяу әле. 15 мартта Бөрйән районының Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда яҡташыбыҙ, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы, күп дәүләт наградаһы лауреаты, Бөрйән районының Почетлы гражданы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы үткән ҡәҙер һәм хәтер кисәһе – ошоға ныҡлы дәлил.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙы онотмай, уның олуғ исемен яҡшы яҡтан иҫкә алып, фиҙакәр хеҙмәтенә, меңдәргә өлгө булырлыҡ ғүмер юлына байҡау яһаны тотош республика, тиергә урын бар – хәтер һәм ҡәҙер кисәләре байтаҡ урында ойошторолдо.
Байназар мәҙәниәт йортонда ун көн буйына яҡташыбыҙҙың күсмә музейы эшләй – белгестәр, уҡыусылар һәр кемгә Әхмәт Сөләймәновтың тормош һәм ижад юлы хаҡында бай мәғлүмәт бирәсәк.
Әхмәт ағай. Һәр башҡорт, Бөрйән өсөн бейек һәм бөйөк, бер үк ваҡытта шундай ғәзиз һәм яҡын исем. Әҙәбиәтебеҙ короле Мостай Кәрим, оло илебеҙҙең тәүге Президенты Мортаза Рәхимов менән бер рәткә ҡуйып һанларлыҡ, данларлыҡ ысын ил Улы, салт аҡыллы Аҡһаҡал ул.
Уның юҡлығын тойҙоҡ, тоябыҙ, тоясаҡбыҙ. Урал тауҙарындай бейек һәм уйсан, аҡылы менән һәр даим халҡына дөрөҫ юҫыҡ бирер, хеҙмәте менән халҡын күтәрер, артынан меңдәрҙе эйәртер Ағайыбыҙ – арҡа терәр үҙ кешебеҙ булды ул. Булыр ҙа. Сөнки уның һыҙған юлы – яҙған хеҙмәттәре, эшләгән эше – үлемһеҙ.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сарала ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләп, олуғ яҡташыбыҙ хаҡында бик йылы һүҙҙәр әйтте.
Бер аҙ моңһоу ҙа, тулҡынландырғыс та сараға Өфө ҡунаҡтары, Әхмәт ағайҙың ғәзиз балалары – улы, билдәле рәссам, республиканың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Йәлил Сөләймәнов, ҡыҙҙары – ата юлын ҡыуып фән юлынан киткән ғалимәләр: философия фәндәре докторы, БДУ-ның этика, эстетика һәм диндәр тарихы кафедраһы мөдире Ләйсән Итҡолова, филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөббөтдинова, шулай уҡ БДПУ-ның башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Ғәлимә Ғәлина, республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, үҙәктең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина йөрәккә уйылыр яңы хәтирәләр өҫтәне.
Әхмәт ағай хаҡында күп һәм хаҡ һүҙҙәр әйтелде. Уның ауылдашы, балалыҡ дуҫы Дәүләтбай Рәхмәтуллин “Баяс”, “Ҡаҫмарт буйы”н һыҙҙырҙы. Райондың Әхмәт Сөләймәнов исемендәге сәсәндәр мәктәбе ағзаһы, республика күләмендәге сәсәндәр бәйгеләрендә призлы урындар яулаусы Гөлдәр Әхтәмованың “Уҙаҡ менән Туҙаҡ йәки бала бәшнәк” эпосын аһәң менән башҡарыуы, “Урал батыр“ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр бәйгеһенең 9-сы халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе, төбәк-ара конкурста 2-се урын алыусы Сара Истәкова, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Гөлназ Манапова, 1-се класс уҡыусыһы Айдинә Кәримоваларҙың “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүе, “Ҡурыуҙы” фольклор төркөмө сығышы, Айрат Баязитовтың моңло тауышы сараны рухлыраҡ, баҙығыраҡ итте.
Эйе, батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын мине лә Тыуған ил, тигән шиғыр юлдары телгә килгәндә беҙ, бөрйәндәр, халҡыбыҙҙың бөйөк улы, районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Әхмәт Сөләймәновтың яҡты исемен беренселәрҙән булып телгә алырға бурыслы – ошоно онотмайыҡ!
Ләйсән Итҡолова:
– Атайым уҡыған ауылға тулҡынланып килдек. Ул бик ябай, кешелекле, тартымһаҡ кеше ине. Беҙҙең йорттан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне, Бөрйән мосафирҙарына ла һәр саҡ урын түрҙән булды. Үҙенең балаларын да ул намыҫлы, эшсән итеп тәрбиәләне. Бөгөн атайым легендар шәхес һымаҡ күренһә лә, ул бәләкәй генә ауылдан сыҡҡан. Фиҙакәр хеҙмәте, халҡына булған һөйөүе уны ошо үрҙәренә илткән. Ул беҙгә һәр саҡ, үҙ халҡың өсөн йәшәр кәрәк, тип өйрәтте. Атайымдың яҡты исемен онотмағанға, уны шулай ҙурлағанға районға рәхмәт!
Нәркәс Хөббөтдинова:
– Бәләкәй саҡта Бөрйәнгә гел йәй көндәре килә инек. Атайым мәрхүм булғас, ҡыш менән яҙ алышҡан саҡта ла килергә тура килде. Атайым бәләкәй сағында тракторсы булырға хыялланған – Өфөгә халыҡ хужалығы институтына барып имтихан биргән, әммә үтмәгән. Ошоға бәйле күптәр, Әхмәт әлдә үтмәгән, юғиһә ҡайһындай башҡорт ғалимын юғалтыр инек, тиҙәр. Атайым тракторсы булһа ла юғары үрҙәр яулар ине. Әрмелә танкист була – бала саҡ хыялы бер ни тиклем тормошҡа аша. Ул үҫкән ғаиләлә һәр береһе һәләтле, моңло.
Йәлил Сөләймәнов:
– Атайымдың һөнәре матур һөйләү, яҙыу булды. Минең хәтеремдә ул шулай ҡалған: мин йоҡлап китәм, ул эшләп ултырған була, уянып китһәм, инде тағы эшкә тотонған... Мин кәләш алғас, ҡатыным уның кабинетын йыйыштырған... Атайым бер мәл аптырап, шаҡ ҡатып тора: “Бында кем тәртипһеҙлек ойошторған?” Ҡатыным уның ҡағыҙҙарын болғап бөткән шул. Атайыма бер-ике аҙна кәрәк булды эштәрҙе яйға һалыуға. Компьютерҙа эшләргә лә оҫтарып алды. Мин заман техникаһын әле белеп етмәйем, ә атайым бөтәһен дә белә ине. Рәссам булырға ла хыялланған, шуға миңә ошо ойотҡоно һалды. Атайымдарҙың ғаиләһендә бөтәһе лә йор һүҙле, сәсән телле. Атайым бәхетле: 60 – 80-се йылдарҙа фольклор экспедициялары ойоштороп, халҡыбыҙҙың ҡиммәтле хазинаһын һаҡлап алып ҡалыуға, инәй-бабайҙарҙан ауыҙ-тел ижадын яҙып алыуға өлгәшкән. Улар быуынына ошо баһаһыҙ байлыҡты беҙгә, киләсәк быуындарға еткергән өсөн рәхмәтле булырға тейешбеҙ!
Миңнур Ҡасимова, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, прозаик:
– Беҙ, бөтә ғаиләләр ҙә ошолай һамаҡлап һөйләшәләр, хат тултырып таҡмаҡ яҙалар икән, тип үҫтек. Әсәмдең дә, Зәки, Әхмәт ағайымдарҙың да телмәрҙәге һөйләмдәренең төҙөклөгөнә, яҙмаларының камиллығына һоҡландыҡ. Әхмәт ағайым хәл белергә килә лә, өйҙә баш күтәрмәй эшләй. Өйҙәге кинйәбикәләрҙе апайҙар йомошҡа йүгертергә шәп бит инде: бер литр һөт тоттороп индерәләр мине, уның яҙғанына иҫем китеп ҡарап, әүрәп оҙаҡ торамдыр инде, әсәм килеп инә:
Яҙаһың да яҙаһың –
Ҡайҙан һүҙҙәр табаһың?
Килһәң яҙаң, ҡайтһаң яҙаң –
Ҡайҙа ашығып бараһың? – тип һамаҡлай.
Телдән яуап бирмәй, сәләм яҙып һала Әхмәт ағайым:
Ҡәҙимгесә эшләп ултырам шул,
Өтәләнеп, йәнә ут йотоп.
Гүйә, бына донъя ҡойроғон
Алам инде, алам мин тотоп...
Бөгөн Әхмәт Сөләймәновтың исемен йәш быуынға еткереүҙә матур эштәр бара.