Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Октябрь 2018, 10:00

Тетрәндергес яҙмыштар

30 октябрь – Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнөСССР тарихында иң ҡара биттәр – ул сәйәси репрессия йылдары. Халыҡты нахаҡҡа ғәйепләп, уйҙырмалар табып, «фаш итеп», ҡурҡытып, физик һәм рухи яҡтан һындырған осор… Золом йылдары бер нисә тулҡындан тора. Тәүгеһе 1929 – 1930 йылдар, икенсеһе, иң фажиғәлеһе, 1937 –1938 йылдар һәм һуңғыһы, 50-се йылдар башындағы репрессияның ҡанлы тәгәрмәстәре күпме яҙмышты иҙеп, артабан оҙаҡ ваҡытҡа имгәтеп ҡалдыра. Иң булдыҡлы шәхестәрҙе юҡҡа сығарған репрессия бер төбәкте, халыҡты, милләтте лә урап үтмәгәндер. Нахаҡҡа рәнйетелгән йәндәр, әрнеү-ғазаптарға дусар ителгән, үлем язаһына тарттырылған ҡәүемдәр Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан да булған. Мәҫәлән, Ситдиҡовтар – илдәге социализмды нығытыу өсөн йәш быуынды белемле итеүгә йәне-тәне менән бирелгән уҡытыусылар, йәнәһе, ил именлегенә аяҡ салырға маташҡан. Улар хаҡында мәғариф ветераны Миңзәлә Мөхәмәтғәли ҡыҙы Нафиҡова бәйән итте.

Тетрәндергес яҙмыштар
Тетрәндергес яҙмыштар
Читайте нас: