Гөлләмәләр – оло хәтер
Кисә, Еңеү көнөндә Башҡортостан Президенты етәкселегендәге делегация Өфөнөң Еңеү паркында тантаналы сарала ҡатнашты. Мәңгелек ут мемориалы янында, йола буйынса, почетлы ҡарауыл ҡуйылған, тынлы оркестр ҙа үҙ урынында. Республиканың һәм баш ҡаланың яуаплы хеҙмәткәрҙәре, ветерандар, ҡала халҡы һәр 9 май һайын ошонда килеп, Мәңгелек утҡа сәскә гөлләмәһе һалыу тантанаһында ҡатнаша, бер минут тын ҡалып, яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә ала. Иҫләй тиеү, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер, сөнки бөгөнгө замандаштарҙың һәр береһенең йә атаһы, йә ағаһы, йә олатаһы һәм ҡатын-ҡыҙ яҡындары һуғыштан ҡайтмаған. Уларҙы онотоу мөмкинме ни?!