Ҡайта алмаған атайҙарыбыҙ өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә йәнебеҙ әрней
йәки Тыуған илебеҙ өсөн башын һалған яугирҙарҙың етем үҫкән балаларын бер кем дә хәстәрләмәйАтайым һуғышҡа киткәндә ике генә йәштә ҡалғанмын. Китер алдынан төшкән фотола мин уның алдында ултырам. Ҡәҙерле кешем Минһаж Ғиләжетдин улы Ҡоҙаҡаев Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында колхоз рәйесе булған. Тарантасына ултырып, «Ерән ҡашҡа» йырын көйләп йөрөй ине, тип хәтерләй уны ололар. Әлбиттә, мин уға «атай» тип өндәшеүемде лә иҫләмәйем. Үкенескә күрә, атайға фронттан имен ҡайтырға яҙманы. Беҙгә шулай ярты етем, күңел китек булып үҫергә тура килде. Беҙ – һуғышта һәләк булған яугирҙарҙың балалары Еңеү байрамында ике төрлө тойғо кисерәбеҙ: иларға ла, шатланырға ла белмәйбеҙ. Хәҙер инде 68 йыл шулай.