Бөйөк Ватан һуғышы ил халҡы өсөн ауыр һынау булды, ул бер ғаиләне лә урап үтмәне, һәр береһендә эҙен ҡалдырҙы.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында баш һалған яугирҙар иҫтәлегенә мемориал асыу тантанаһы булды.
Ауылда мемориал асыу уйы күптән бар ине. Түбәнге Ләмәҙ ауыл биләмәһенән 450 кеше фронтҡа киткән, шуларҙың 140-ы ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта алған.
Ауыл хакимиәте шундай теләге хаҡында еткереп, “халыҡ бюджеты” дәүләт проектында ҡатнашыу өсөн заявка ебәрә.
Быйыл, ниһайәт, ауылдашыбыҙ, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Рафаил Зиннуров ярҙамы менән хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Р. Зиннуров мемориал күтәреүҙең һәр этабын контролдә тотто, хатта бюсын үҙе ҡойҙо. Әйткәндәй, унда атаһының – Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының йөҙө сағыла. Мемориалда Тыуған ил өсөн ғүмерен аямай көрәшкән батырҙарыбыҙҙың һыны берләштерелгән.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов, Иглин районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин һәм башҡа ҡунаҡтар ауылыбыҙ тормошондағы мөһим ваҡиғаның шаһиты булды.
Алина ҒАЙСИНА.
Иглин районы.
АВТОР фотолары.