Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
31 Июль 2012, 17:16

Мостайға һәйкәл ҡуйыласаҡ

Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылдың көҙөндә баш ҡалабыҙҙың Киров урамында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл ҡалҡып сығасаҡ.Министрлыҡ үткәргән һынлы сәнғәт конкурсында Мәскәү скульпторы Андрей Ко­вальчук еңеп сыҡҡан.

Мостайға һәйкәл ҡуйыласаҡ
Мостайға һәйкәл ҡуйыласаҡ

Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылдың көҙөндә баш ҡалабыҙҙың Киров урамында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл ҡалҡып сығасаҡ.
Министрлыҡ үткәргән һынлы сәнғәт конкурсында Мәскәү скульпторы Андрей Ко­вальчук еңеп сыҡҡан.
Һәйкәл композицияһының дөйөм бейеклеге алты метр буласаҡ. Ул тыныс ҡына алға ҡарап атлаусы шағир һынынан ғибәрәт. Уның артында ҡоштарҙың ҡанат елпеүен хәтерләткән ҡулъяҙмалар биттәре “осоп барасаҡ”, бөтә композиция үҙе туҡтамаҫ ғүмер ағышын символлаштырған һыуҙа урынлашасаҡ.
Скульптура янында сәскә түтәлдәре, ике фонтан, йәйәү йөрөү өсөн яңы юлдар булдырыу күҙаллана. Һәйкәлгә барлығы 61 миллион һумдан ашыу аҡса тотоноу ҡарала.

А. ЗИННУРОВА.
Читайте нас: