Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Май 2012, 15:10

Исеме мәңгеләштерелде

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Дан орденының тулы кавалеры Вәлиәхмәт Сөләймәнов йәшәгән йортта уның иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды.Таҡтаташты асыу тантанаһында хеҙмәт һәм һуғыш ветерандары, район етәкселеге, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Вәлиәхмәт Сөләймәновтың фиҙакәр хеҙмәте, тормош юлы хаҡында ғорурлыҡ менән һөйләне. Сарала ветерандың тол ҡатыны һәм ҡыҙы ла ҡатнашты.

Исеме мәңгеләштерелде
Исеме мәңгеләштерелде

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Дан орденының тулы кавалеры Вәлиәхмәт Сөләймәнов йәшәгән йортта уның иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды.
Таҡтаташты асыу тантанаһында хеҙмәт һәм һуғыш ветерандары, район етәкселеге, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Вәлиәхмәт Сөләймәновтың фиҙакәр хеҙмәте, тормош юлы хаҡында ғорурлыҡ менән һөйләне. Сарала ветерандың тол ҡатыны һәм ҡыҙы ла ҡатнашты.
Ошо райондың ҡушый ауылында тыуып үҫкән Вәлиәхмәт Ғимал улы 1942 йылда әрмегә алынып, Стәрлетамаҡ хәрби-пехота училищеһын тамамлап, фронтҡа китә. Белгород янында танкыға ҡаршы махсус дивизион составында яуға инә. Ике тапҡыр яралана. 1944 йылдың февралендә орудие командиры Вәлиәхмәт Сө­ләймәнов Кривой Рог ҡалаһы янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн (орудие уты менән 25 дошманды, уларҙың өс пулеметын юҡ итә) III дәрәжә Дан ордены менән наградлана. 1945 йыл башында Одер йылғаһы ярында оҙайлы һуғышта яҡташыбыҙ ике фашист танкыһын шартлата һәм II дәрәжә Дан орденына лайыҡ була. Ордендың Беренсе дәрәжәһен батыр яугир Дрездендан алыҫ булмаған ҡалала өс дошман бронетранспортерын һәм танкыһын юҡ итеүҙә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ала.
Һуғыштан һуң эске эштәр органдарында, партияның район комитетында эшләй. Ветеран былтыр 15 июлдә вафат була.
Иҫтәлекле таҡтаташ батыр яугирҙың данлы тормош юлын мәңгеләштереп, йәш быуынға өлгө булып, оҙаҡ торасаҡ, тигән өмөттә сараны ойоштороусылар.

Читайте нас: