Бөйөк Еңеүҙең 67-се таңын Әбйәлил районының Буранғол ауылы айырыуса тантаналы төҫ менән ҡаршы алды. Ауылға иртә менән төрлө тарафтарҙан машиналар ағылды, клуб янына байрамса кейенгән-яһанған халыҡ йыйылды. Уларҙың барыһын да ошо ауыл кейәүе, Асҡар үҙәк район дауаханаһы табип-хирургы Ренат Мәһәҙиев йыйҙы тиһәк тә, хата булмаҫ. Уның табиплығының бер ҡыҫылышы ла юҡ, әлбиттә. Ренат Таңатар улы – мауығыуы буйынса тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе. Ул һуңғы йылдарҙа шәжәрә байрамдарын ойоштороу, яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән әүҙем эшләй. Уның хатта, ҡәрҙәшлек тамырҙарын юллап, Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған менән осрашыуын иҫкә алмайынса булмай.
Был юлы иһә Ренат Мәһәҙиев 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугиры Ғәбсәләм Сабит улы Сабитовтың ҡәберенә һәйкәл ҡуйыуҙы ойошторҙо. Шунлыҡтан Еңеү митингыһы, ғәҙәттәгесә, клубта түгел, ә ауыл зыяратында башланды.
Буранғол ауылынан Сабитовтар ғаиләһендә биш ир бала булып, шуларҙың дүртәүһе һуғышҡа китә. Ғаффан менән Дәрислам яу яланында ятып ҡала, Ғәбсәләм менән Ғәбделбаҡыйға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, балалар үҫтерергә насип була. Ғәбсәләм Сабитов һуғышта хәрби командирҙарҙы атта ташыусы булып хеҙмәт итә. Ундайҙарҙы коновод тип йөрөтәләр. Дәү кәүҙәле яҡташыбыҙ үҙен оҫта снайпер итеп тә таныта, ҡул көрәшендә лә һынатмай. Ғәбсәләм Сабит улы, дошмандарҙы ҡыуып, Берлинға тиклем барып етә. Һуғыштан ҡайтҡас, ғүмер буйы урмансы булып эшләй һәм 73 йәшендә вафат булып ҡала.
„Башҡорт атлы дивизияһына Әбйәлилдән 110 кеше алынып, шуларҙың 95-е, шул иҫәптән Ғәбсәләм Сабитов үҙ аттары менән һуғышҡа китә. Яҡташтарыбыҙҙың икәүһе – Таһир Күсимов менән Ғәбдрәүеф Дәүләтов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Рауил ауылынан Әхмәт Ғәлимов ҡыҙыл Байраҡ ордены, ҡаҙмаштан Шәкирйән Хәсәнов, Асҡарҙан Әшираф Мөхитдинов, Хәлилдән Ғәйфулла Сарбаев, Буранғолдан Ғаффан Сабитов, Салауаттан Мофаззал Кәримов, Һәйетҡолдан Ғәйфулла Ғәбитов ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында кавалерист-яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән эш башланыҡ. Быға тиклем Исхаҡ ауылы урамдарының береһенә дивизия һалдаты Хажиәхмәт Ишмырҙиндың исеме ҡушылғайны. Хәҙер район үҙәгенең яңы урамдарының береһенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы исемен биреүҙе юллайбыҙ”, – тине Ренат Таңатар улы үҙенең сығышында.
ҡәбер һәйкәлен эшләтеүҙе район хәрби комиссариаты үҙ өҫтөнә алған. Уны асыу хоҡуғы Сабитовтарҙың данлы нәҫеленең исемен лайыҡлы дауам иткән Рауил һәм Сәлим Сабитовтарға бирелде. Ауыл муллаһы Рәфҡәт Ғәбитов яуҙан ҡайтып, ошонда мәңгелек төйәген тапҡан яугирҙар рухына аят бағышланы.
Зыяратта һәм һуңынан ауыл клубында үткән митингыла бөтә ауыл халҡы ҡатнашты. Үкенескә күрә, Буранғол ауыл советына ҡараған биш ауылдың береһендә лә һуғыш ветераны ҡалмаған. Шулай ҙа сарала һуғыш йылдарында тылда йәнен-тәнен аямай хеҙмәт иткән һәм Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән тыл ветерандары сығыш яһаны.
Буранғолдағы яҡты, һағышлы байрам мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән әҙәби-музыкаль композиция менән тамамланды.
„Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған” тигән һүҙҙәрҙе раҫлап, 67 йыл үтһә лә, һуғыш һалдаттарының исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән төрлө эштәр башҡарылып тора. Ошоларҙы күргән йәш быуын, бөгөнгө матур тормош ниндәй ауырлыҡтар аша яуланыуын аңлап, атай-олатайҙар хәтеренә тоғро ҡалыр, йөҙ йыл үтһә лә, Еңеү көнө халыҡтың иң оло байрамы булып һаҡланыр, тигән өмөт белдерә барыһы ла.