(Арҙаҡлы ғалим һәм яҙыусы Роберт Байымовтың вафатына – ике йыл)
Кеше күҙ алдында йөрөгәндә артыҡ уйланмайбыҙ ҙа, күрәһең. «Иҫәнме!», «һаумы!» тип ҡул бирешеп иҫәнлеген белешәбеҙ ҙә, шуның менән әҙәмселек этикеты тамам була ла ҡуя. Уның күңел донъяһына, яҙған хеҙмәттәренә артыҡ иғтибар ҙа бирмәгән һымаҡбыҙ. Әйтерһең дә, беҙ мәңгелеккә шулай яратылғанбыҙ. Әммә был фани донъяла бер кем дә, бер нәмә лә мәңгелек түгел. Кешегә ҡәҙер-хөрмәтте үҙе тере саҡта күрһәтә белмәйбеҙҙер, минеңсә.
Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов та арабыҙҙан иртәрәк китте, буғай. Уның менән ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшер, кәңәштәр һорашыр, ҡайһы бер проблемалар буйынса фекер алышыр миҙгелдәрҙе лә үҙе менән бергә алып китте һымаҡ. Көнсығыштың алтынға бәрәбәр дидактик мираҫы тураһында асыҡланаһы проблемалар ҙа етемһерәп тороп ҡалған төҫлө. Уның хикәйә, повесть, романдарын бирелеп уҡығаным бар, әле лә ҡайһы берҙәрен уҡыштырам, һүрәтләү сараларынан нимәлер эҙләйем.
«Иҫәнме!», «һаумы!» тип ҡул бирешеп әҙәмселек этикетын үтәгән бер мәлдә ул миңә үҙенең яңы китабы сығыуын, шуны ҡараштырмаҫһыңмы, тигәнерәк һүҙ әйтте. Миңә автограф яҙып, «Великие лики и литературные памятники Востока» тигән китабын (Өфө: Ғилем, 2005) бүләк итте. Был китап мәшһүр ғалимдың һуңғы йылдарҙа ижад иткән иң күренекле һәм тәрән мәғәнәле ғилми яҙмалары ине. Китапта боронғо дәүерҙәге иран, һинд, ғәрәп, төрки әҙәбиәтенең иң әһәмиәтле өлгөләре һәм уларҙы үҫтереүгә туранан-тура мөнәсәбәте булған авторҙары тураһында һүҙ бара. Ул ғына ла түгел, был хеҙмәттә Р. Байымов, тәүгеләрҙән булып, Рәсәй Федерацияһындағы төрки телле мәҙәниәттең тәрән тамырҙарын иран-ғәрәп-һинд телле әҙәбиәт-ара бәйләнештәрҙә, сығанаҡтарҙа күрә. Боронғо дәүерҙәге эпик ҡомартҡыларҙың жанр, стиль һәм тарихи үҙенсәлектәрен автор аныҡ миҫалдарҙа күрһәтә. Был фундаменталь хеҙмәтте уҡый килә, өйрәнә бара тағы ла бер нәмәгә инанаһың: тотош Евразия әҙәбиәтенең, мәҙәниәтенең башланғысы һәм артабан үҫеше лә боронғо Көнсығыштың яҙма ҡомартҡыларынан һут ала икән дә!
Фәндә дидактика тигән төшөнсә бар. Ул белем биреү теорияһы тип атала. Профессор Р. Байымовтың «Көнсығыштың бөйөк балҡыштары һәм әҙәби ҡомартҡылары» тигән хеҙмәте донъя мәҙәниәтенә һәр ғалимға күҙҙе асыбыраҡ ҡарарға кәрәклеген дә аңлата. Баҡтиһәң, Рәсәй дидактиктарының шәжәрәһе һис тә чех педагогы Ян Амос Коменскийҙан (1592 − 1670) башланмай икән дә! Шәжәрә тамырҙары көнсығыш халыҡтарының эпик ҡомартҡыларына барып тоташа лаһа! Бына, мәҫәлән, «Авеста» әҙәби ҡомартҡыһына күҙ һалайыҡ. Ул − изге китап, Ахура-мазда исемле Аллаһ тарафынан бәйғәмбәр Заратуштраға (Заратустра, Зарадушт) ебәрелгән, күктән төшөрөлгән дини тәғлимәт. Шул китапта, Ахура-мазда тыуҙырған бөтә нәмәнең нигеҙендә аҡыл ята.
Бала аҡылын үҫтереү − дидактикала төп проблема. Уның тәрән тамырҙары «Авеста» (зороастризм) тәғлимәтендә ята һымаҡ. Мәҫәлән, зороастризм әҙәбиәтенең «Аҡыл рухының фаразламаһы» («Суждения Духа разума») тигән бүлектә шундай юлдар бар: «Яла яҡма, юҡһа ялған данға һәм гонаһҡа юлығырһың, яла яғыу сихырсылыҡтан насарыраҡ. ҡомһоҙланма, юҡһа һаранлыҡ иблисенән алданырһың, ерҙәге бәхеттең ҡәҙере китер…, кешеләргә асыу-ярһыуыңды сығарма…, көйәләнмә…, йоҡоңа баш бул…» һәм башҡалар. Бына ҡайҙа йәшеренгән икән дидактиканың гәүһәр ынйылары.
Көнсығыштың боронғо яҙмаларында дидактик мотивтар йәнәш йөрөй. Тағы ла бер сығанаҡҡа күҙ һалайыҡ: Вишнушармандың бөйөк биш китабын (Панчатантра) алып ҡарайыҡ. Был − боронғо һинд әҙәбиәтенең дидактик мотивты үҙ эсенә алған ғәжәйеп тә, фәһемле лә хикәйәләр китаптарының йыйылмаһы. Вишнушармандың дидактик темаға яҙылған хикәйәләренең ҡайһы бер мотивтарын төрки халыҡтарының һүҙ сәнғәте донъяһында ла осратырға мөмкин.
Татар әҙәбиәтенең классигы Ғабдулла Туҡайҙың «Яңы Киҫекбаш», «Шүрәле» әҫәрҙәренең сюжеттары ла боронғо һинд (IV быуат) халҡының «Панчатантра»һындағы хикәйәләренең берәүһен хәтерләтә. Мәҫәлән, Туҡайҙың Шүрәлеһе, бүрәнәләге шынаны алып, бармағын ҡыҫтырһа, «Панчатантра»ла ата Маймыл йән ерен ҡыҫтыра.
Көслө дидактик Вишнушарман үҙенең «Панчатантра»һын (биш китабын), бәлки, яҙмаған да булыр ине, әгәр шундай бер осраҡ килеп сыҡмаһа. Был хаҡта ла профессор Роберт Байымов бик матур итеп тасуирлай.
Бер батшаның өс улы була. Улар фән нигеҙҙәрен өйрәнеүҙән баш тарта. Батша быны күрә йөрөй. Бер көндө ул янына вәзирҙәрен саҡыра ла, ана шул хәлде һөйләп бирә.
− Һеҙгә мәғлүм: балаларым минең фәндән ситләште, шуға ла аҡылдан мәхрүм. Шуларға ҡараһам, байлығым да мине һөйөндөрмәй. Быҙауламаған, һауҙырмаған һыйырҙан ни фәтүә, тигәндәй, наҙан, хөрмәт итмәгән, ялҡау баланан да файҙа юҡтыр. Уларҙың аҡылдарын уятыу йүнен күрһәгеҙсе.
Бер-береһен бүлдерә-бүлдерә вәзирҙәр кәңәш бирә башлай.
− Аллаһ йәнәптәре! Кешеләр ун ике йыл буйы тик грамматиканы өйрәнә. Шул ғилемгә ирешкәс кенә тормош аҡылын үҙләштерә башлай. Шул саҡта ғына уларҙың аҡылдары асыла.
Бер вәзир, бының менән килешмәй, үҙенең һүҙен әйтергә баҙнат итә:
− Аллаһ йәнәптәре! Ғүмер мәңгелек түгел, ә телмәр фәнен кеше оҙаҡ өйрәнә. Улдарығыҙҙың аҡылын тиҙерәк уятыу сараһын күрергә кәрәк. Бында Вишнушарман тигән бер кеше бар. Күп фәндәр буйынса теше сыҡҡан зат. Улдарығыҙ менән шул кеше шөғөлләнһә, улар тиҙ арала аҡылға эйә булыр.
Батшаға был кәңәш оҡшап ҡала. Үҙенең улдарын ул һикһән йәшлек Вишнушарман тәрбиәһенә бирә. Был аҡһаҡал батша балалары өсөн биш китап яҙа. Бына уларҙың исемдәре: «Дуҫтарҙың айырылыуы», «Дуҫ-иштәр табыу», «ҡарғалар һәм өкөләр тураһында», «Булғанды юғалтыу», «Уйланмай ҡылынған эш». Ошо китаптарҙы Вишнушарман батша балаларына уҡырға бирә. Китаптар уларға шул тиклем ныҡ тәьҫир итә. Батшаның аңра балалары тиҙ арала тормош һабаҡтарын үҙләштерә, үҙ тиҫтерҙәрен ҡыуып та етә. Ниндәй сихри китаптар һуң былар? Профессор Р. Байымов шул биш китаптың һәр береһенә анализ яһаған. Китаптарҙағы дидактик материал һәм тәрбиәүи мәғәнә шуныһы менән иғтибарға лайыҡлы: унда хикәйәләр кәрәҙ эсендә кәрәҙ принцибында бирелгән. Хикәйәләрҙең композицияһы үҙенсәлекле. Бер хикәйә тамамланмаҫ борон икенсеһе, йә өсөнсөһө һ.б. башланып, тәүге хикәйәләге мәғәнәне көсәйтеп килә-килә лә, аҙаҡтан ғына, йәғни бер нисә хикәйәнән һуң ғына, тәүге хикәйә тамамлана. Баланың фекерләү һәләтен үҫтереүҙең нигеҙе бына ҡайҙа ята ул! Билдәле булыуынса, уйҙан, мәғәнәнән асыл тыуа. Асыл (образ) аҡыл эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Тимәк, Вишнушарман үҙе лә оҫта дидактик булған. Әйтергә кәрәк уның «Панчатантра» («Биш китап») тигән әҫәре, психодидактик маҡсаттан яҙылып, бөгөн дә үҙенең мәғәнәһен юғалтмаған. Белем һәм тәрбиә биреүҙең ғүмере оҙон, сикһеҙ. Иғтибар итегеҙ: «Панчатантра» беҙҙең эраның IV быуатында яҙылған.
Көнсығыш прозаһы ла кешеләргә әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреүҙе, тормошто танып белеү юлдарына өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Хаҡ яҙмышҡа күндереү, уның һабаҡтарына өйрәтеү боронғо Көнсығыш дидактикаһының төп нигеҙелер, күрәһең. Унсур әл-маали (ҡай-Кавус) үҙенең «ҡабуснамә» («ҡабус китабы», 1082 − 1083 йылдар) әҫәрен үҙенең Гиланшах улына тәрбиә биреү ниәтенән сығып яҙа. Балаға тәрбиә биреүҙең башы үҙ ырыуыңдың нәҫел тамырҙарын аңлауҙан, шәжәрәләрҙе белеүҙән башлана. Бына унсур әл-Маалиҙың (ҡай-Кавус) үҙ улына биргән тормош һабаҡтары:
«Аҡыллы бул, балам, нәҫел-ырыуыңды бел, был донъя, баҫыу һымаҡ, ни сәсһәң, шул уңа. Аҡыл менән байырға тырыш. Аҡылың барҙа нимәгә булһа ла өйрән. Белекһеҙ аҡыл − күлдәге йәки йөҙө булмаған кешелер. Белем − аҡылдың төҫө, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Нәҫел-ырыуың донъялыҡлы булһа ла, үҙең дә таныҡлы булырға тырыш... Бөйөклөк − аҡылда һәм белемдә. Барлыҡ һәләттәрҙән иң яҡшыһы − телмәрҙер... Кеше хайуандарҙан шул яғы менән айырыла: уның тәнендә ун төрлө тойоу (бишәүһе эстән, бишәүһе тыштан) бар. Эске тойоуҙың бишәүһенә фекерләү, хәтер, хыял, әйберҙе береһенән икенсеһен айыра белеү, телмәр инә. Тышҡы тойоуҙың бишәүһенә ишетеү, күреү, һиҙеү, тойоу, тәм ҡарай... Телмәргә өйрән, сәсән бул. Телең һөйләгәнде ҡолағың ишетһен, һүҙе татлы булғандың изгелек теләүселәре лә күп була... Татырлы ергә бер ни ҙә сәсмә, барыбер уңмаҫ. Алама кешеләргә изгелек ҡылма, барыбер һине аңламаҫтар» һәм башҡалар. Ана шулай Унсур әл-Маали үҙ балаһына тормош һабаҡтарын өйрәтә. Сал тарихтың ғәмле ауаздары, дидактик гәүһәрҙәре бөгөн дә фәһемле һәм ҡөҙрәтле.
Һүҙемде тамамлап, шуны әйтмәксемен: профессор Роберт Байымовтың «Көнсығыштың бөйөк балҡыштары һәм әҙәби ҡомартҡылары» тип аталған китабынан ғына дидактика фәне буйынса күпме теоретик һәм практик материал таба алдым. Киң ҡарашлы, киң профилле ғалимдың хеҙмәттәре лә, әҙәби әҫәрҙәре лә һәр ғалимға оҙон-оҙаҡ йылдар буйына яҡты маяҡ, ҙур хазина булып торасаҡтыр, минеңсә.
Әйтелмәй ҡалған һүҙ күңелемә тынғылыҡ бирмәҫтер, ахыры.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.