Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
16 Март 2012, 15:19

Аманат итеп һаҡлайыҡ!

Баймаҡтар йомаштарға эстафета альбомы тапшырҙыОшо көндәрҙә, районыбыҙ тарихын байытып, тағы ла бер йылъяҙма барлыҡҡа килде. Үҙәк район китапханаһы менән берлектә “Атайсал” тип янған йөрәктәр”, ағинәйҙәр клубтары ағзалары 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға һәм Рәсәй тарихы йылына арналған “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” тип аталған эстафета альбомы булдырҙы. Ул йыл дауамында бөтә ауыл биләмәләрен әйләнеп сығырға тейеш. Был башланғыс ике быуат элек илебеҙҙе француздарҙан яҡлап Ватан һуғышында ҡатнашҡан, унда башын һалған йәки әйләнеп ҡайтҡан, наградаларға эйә булған яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәт туплау, һаҡлау һәм киләсәк быуынға аманат итеп тапшырыу маҡсатында ойошторолдо ла инде.

Аманат итеп һаҡлайыҡ!
Аманат итеп һаҡлайыҡ!

Баймаҡтар йомаштарға эстафета альбомы тапшырҙы
Ошо көндәрҙә, районыбыҙ тарихын байытып, тағы ла бер йылъяҙма барлыҡҡа килде. Үҙәк район китапханаһы менән берлектә “Атайсал” тип янған йөрәктәр”, ағинәйҙәр клубтары ағзалары 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға һәм Рәсәй тарихы йылына арналған “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” тип аталған эстафета альбомы булдырҙы. Ул йыл дауамында бөтә ауыл биләмәләрен әйләнеп сығырға тейеш. Был башланғыс ике быуат элек илебеҙҙе француздарҙан яҡлап Ватан һуғышында ҡатнашҡан, унда башын һалған йәки әйләнеп ҡайтҡан, наградаларға эйә булған яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәт туплау, һаҡлау һәм киләсәк быуынға аманат итеп тапшырыу маҡсатында ойошторолдо ла инде.
Шулай итеп, эстафета Баймаҡ – Йомаш маршруты менән башланып китте. Баймаҡ үҙәк район китапханаһы директоры Луиза Дәү­ләтшина, китапхана хеҙмәткәр­ҙәре Әлфиә Кәримова, Елена Викторова, “Атайсал” клубы рәйесе Ғәлимйән Баймырҙин, уның урынбаҫары Борис Хәйретдинов, ағинәй­ҙәр клубы ағзаһы Алһыу Баймырҙина күмәкләшеп альбомды ҡәҙерләп кенә тотоп, изге ниәт менән Йомаш тарафтарына йүнәлдек. Улар, һәр ваҡыттағыса, ихлас ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Китапханасы Роза Саникина дәртле генә итеп “Тарихымды онотмам, тамырымдан айырылмам” тип атал­ған матур сараны башлап та ебәр­ҙе. Урындағы “Атайсал” клубы рәйесе Мирхәт Килдеғошов клубтың эшмәкәрлеге, киләсәккә пландар буйынса сығыш яһаны. Артабан Илгиз Алсынбаев, уның сығышын тулыландырып, Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың күптән түгел генә архивтан алынған исемлеге менән таныштырып үтте. Был исемлекте эстафета альбомына индереү кәрәклеге телгә алынды. Йомаш “Атайсал” клубы секретары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Әлмира Йәналина дәрестә был һуғыш тураһында ниндәй мәғлүмәттәрҙе уҡыусыларға еткереүҙәре хаҡында бәйән итте. Йомаш мәктәбе педагогтары Зөлфиә Тимербулатова, Йәғәфәр Йәналиндың уҡыусылары Гөлназ Барлыбаева менән Илһам Тойғонов тарихыбыҙҙа ҙур урын алған һуғыш тураһында үҙҙәренең фәнни-тикшеренеү эштәренән ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Кисә хатта фәнни-тарихи кәңәшмәгә әүерелеп китә яҙҙы. “Атайсал” клубы ағзаһы Сания Барлыбаева уҡыусыларға матур нәсихәттәрен еткерҙе, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре Елена Викторова тематик китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы, һуғыш ваҡытында башҡорт аттары, уҡтары тураһында шундай мауыҡтырғыс итеп һөйләне. “Һуғышта ни тиклем ауыр булмаһын, башҡорт егеттәре араһында дезертирлыҡ күренеше булмаған. Башҡа милләттәрҙә ундай хәлдәр булған бит”, − тип егеттәргә лә фәһемле итеп еткереп, сығышын исемһеҙ герой­ҙар тураһындағы шиғыр юлдары менән тамамланы.
Урындағы клуб ағзалары сығышынан һуң Баймаҡ ҡалаһының “Атайсал” клубы ағзаһы Ғәлимйән Баймырҙин сараның төп маҡсаты менән таныштырҙы. Уның урынбаҫары Борис Хәйретдинов тарихҡа ҡыҫҡаса байҡау яһаны, Миңлеғәле Шайморатовҡа ниңә Герой исеме бирелмәүе тураһындағы һорауға яуап бирҙе. Һәүәҫкәр композитор Борис ағай үҙе ижад иткән йырҙар­ҙы йырлап, күңелдәр­ҙе күтәреп ебәрҙе.
Ниһайәт, иң тантаналы мәл – эстафета альбомы Ғәлимйән Ситдыҡ улы ҡулынан урындағы “Атайсал” һәм ағинәйҙәр клубтары рәйестәре Мирхәт Килдеғошов менән Фәниә Биктимерова ҡулына күсте. Райондың үҙәк китапханаһы директоры Луиза Дәүләтшина: “Был альбомда иң беренсе булып һеҙҙең эшегеҙ яҙыла. Эстафета тамамланғас, ҙур итеп йомғаҡлау кисәһе үткәрәсәкбеҙ. Аҙаҡ альбом музейға тапшырыласаҡ. Беҙҙең бөгөнгө һөйләшеүебеҙ тарихта ҡаласаҡ”, − тип йомаштарҙы дәртләндереп ебәрҙе. Йомаш биләмәһе башлығы Мәжит Байегетов та: “Эстафетаны беҙҙән башлауығыҙ – ҙур баһа”, − тип рәхмәтен белдер­ҙе, ауыл биләмәһендә тарихты тергеҙеү буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләп үтте. Йомаш мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Илүзә Рәхмәтуллинаның “Бородино” шиғыры, моңло йыры, мәктәп уҡыу­сылары Нургизә Алсынбаева, Зөлхизә һәм Наҙгөл Ирғәлиналар (етәкселәре Әлфиә Баймырҙина), ағинәйҙәр Фәниә һәм Һөйәрбикә Биктимеровалар, Миңсара Арал­баева дәртле йырҙары менән ҡыуандырһа, мәҙәниәт йорто директоры Дияр Барлыбаев баян телдәрендә һандуғас һайратып, сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Йомаштар, үҙ сиратында, эстафета альбомын таулыҡайҙарға тапшырасаҡ.
Ата-бабалар аманатын
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ!
Киләсәккә имен тапшырып,
Улар ышанысын аҡлайыҡ!

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: